Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йәмғиәттең тотороҡло үҫеш гарантияһы ул

Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына – 25 йыл

Һәр дәүләттең Конституцияһы – уның Төп законы. Ул граждандарҙың иң тәүге хоҡуҡтарын һәм бурыстарын иғлан итә. Ҡалған бөтә ҡануниәт ошо Төп закондан ситкә тайпылмаҫҡа тейеш.

Башҡортостан Республикаһының Конституцияһы 24 декабрҙә 25 йыллығын билдәләйәсәк. Уның үтәлешен тәьмин итергә тейешле Конституция Судының үҙ ғәмәлен башҡара башлауына ла 22 йыл тулып уҙҙы. Ике тиҫтә йылды байҡап, уның эшмәкәрлеге тураһында нимә әйтергә мөмкин, киләсәккә ниндәй маҡсаттар ҡуйыла? Ошо һәм башҡа һорауҙарға республикабыҙҙың Конституция Суды Рәйесе, республика Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы, юридик фәндәр докторы, профессор Зөфәр ЙӘНЕКӘЕВ яуап бирә.

– Зөфәр Ирғәле улы, Конституция Судының төп эшмәкәрлек йүнәлеш­тәрен, маҡсаттарын һәм бурыстарын гәзит уҡыусыларҙың иҫенә төшөрәйек әле.

– Конституция суды – суд эшен конституцион хөкөм ярҙамында үҙаллы һәм бойондороҡһоҙ башҡарыусы власть органы ул. Рәсәй Федера­цияһының берҙәм суд системаһының бер өлөшө булараҡ, Башҡортостандың Конституция Суды бер үк ваҡытта республикабыҙҙың дәүләт власы органы сифатында ла сығыш яһай: ул төрлө мәсьәләләрҙе Башҡортостандың Конституцияһы һәм ҡануниәте, асыҡ властың хоҡуҡи акттары ярҙамында хәл итә; республиканың Конститу­цияһына аңлатма бирә, үҙ вәкәләттәре буйынса закон башланғысы менән сығыш яһай ала, федераль һәм республика ҡануниәте тарафынан тапшырылған башҡа конституцион-хоҡуҡи мәсьәләләрҙе ҡарай.

Башҡортостандың Конституция Суды сағыштырмаса күптән түгел барлыҡҡа килде, шулай ҙа респуб­ли­каның абруйлы дәүләт власы орган­дарының береһе булараҡ танылып өлгөрҙө лә инде. Уның эшмәкәрлеге барыһынан элек граждандарҙың берке­телгән конституцион, сәйәси, социаль-иҡтисади хоҡуҡтарын һәм азатлыҡты яҡлауға йүнәлтелгән. Ғөмүмән, уның эшмәкәрлеге дәүләттең, йәмғиәттең тотороҡло үҫешенә гарант булып тора.

Ғәмәлдә, Сталин һәм Брежнев дәүерендә ҡабул ителгән конституциялар насар түгел ине. Уларҙа кеше һәм граждандарҙың сәйәси, социаль-иҡтисади, шәхси һ.б. хоҡуҡтары киң билдәләнгәйне, ләкин улар дәүләт органдарының эшмәкәрлегендә яҡлау тапманы. Проблемалар йылдан-йыл йыйылып килде, был 1991 йылда дәүләттең емерелеүенә килтерҙе. Шул хаталарҙы ҡабатламаҫ өсөн, беҙ 25 йыл элек Конституцияны декларатив рәүештә түгел, ә туранан-тура халыҡҡа, йәмғиәткә, дәүләткә хеҙмәт иткән документ булараҡ ҡабул иттек. Әгәр ҙә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай, башҡарма власть йәки муниципаль берәмектәр ҡабул иткән закондар, норматив акттар беҙҙең Конституцияға тура килмәй, уның ҡанундарын боҙа икән – Конституция Суды ҡарары нигеҙендә ул закон йә иһә норматив акт ғәмәлдән сығарыла, шуға күрә беҙҙең Конституция Судында ике юридик фәндәр докторы һәм ике юридик фәндәр кандидаты хеҙмәт итә, Секретариатта юғары квалификациялы юристар эшләй.

– Конституция Судына ниндәй мәсьәләләр буйынса мөрәжәғәт итәләр?

– Беҙҙең вәкәләттәргә ҡағылышлы барлыҡ эш буйынса ла: респуб­ли­кабыҙ закондарының һәм башҡа норматив-хоҡуҡи акттарының Башҡортос­тан Конституцияһына тура килеү-килмәүе, Төп законға аңлатма биреү, граждан­дарҙың үҙҙәренең Конституцияла нығытылған хоҡуҡтарын һәм азатлығын боҙоуҙары тураһындағы ялыуы һәм башҡалар.

– Тимәк, Конституция Суды демократик хоҡуҡи дәүләт ҡағиҙә­ләрен нығытыуға ҙур өлөш индерә...

– Рәсәй субъекттарында конституцион судтар булдырыу тураһындағы мәсьәлә Рәсәй Конституцияһының 5-се статьяһының икенсе өлөшө менән бәйле – ул республикаларҙы дәүләт итеп таный. Совет һәм Рәсәй дәүләт­тәрендә республикалар барлыҡҡа килеү тарихына күҙ һалһаҡ, автономиялы республикалар беренсе тапҡыр СССР-ҙың 1937 йылғы Конституцияһы нигеҙендә дәүләт тип таныла. Улар дәүләт атрибуттарына – Конституция­ға, гербҡа, флагка, закондар сығарыу һәм башҡарма власть органдарына эйә ине. Ләкин, шуға ҡарамаҫтан, улар ошо замандағы административ-команда системаһының бер өлөшө булып йәшәүен дауам итте. Ул осорҙа ижтимағи-сәйәси, шул иҫәптән хоҡуҡи дәүләт тәғлимәтен буржуаз һәм социалистик режим өсөн зарарлы тип иҫәпләйҙәр ине. 1993 йылда, Рәсәй Конституцияһы ҡабул ителгәс кенә, хоҡуҡи дәүләт тураһындағы тәғлимәт әүҙем үҫешә башланы. Ләкин, Конституцияның нисек үтәлешенә контроль булмай тороп, федераль кимәлдә лә, төбәктәр буйынса ла ошо хоҡуҡи дәүләттең принциптарын тормошҡа ашырыу мөмкин түгел.

– Конституция Судының быйылғы эшмәкәрлеге тураһында нимә әйтергә мөмкин?

– Быйылғы ун бер айҙа Конституция Суды 15 йомғаҡлау ҡарары ҡабул итте, шул иҫәптән граждандарҙың үҙ конституцион хоҡуҡтарын һәм азат­лығын боҙоуҙары тураһындағы ялыу­ҙары буйынса – дүртәү. Ошо осорҙа баш­ҡа­рылған эшкә анализ күрһә­те­үенсә, нигеҙҙә, хоҡуҡи акттың йәки уның айырым өлөштәренең Консти­ту­цияға тура килеү-килмәүе тураһын­дағы ҡарарҙар ҡабул ителә. Граж­дандарҙың мөрәжәғәттәренә килгәндә, уларҙың 35,7 проценты социаль хоҡуҡтарҙы яҡлауға, шул самаһы – мөлкәт буйынса, 14,2 проценты хеҙмәт хоҡуҡтары боҙолоуға ҡағыла. Шуға ла иғтибарҙы йүнәлтмәй булмай – был ялыуҙарҙың күпселеген­дә республика Хөкүмәтенең норматив-хоҡуҡи акттарына, Башҡортостан закондарына һәм урындағы үҙидара органдарының ҡарарҙарына дәғүә белдерелә.

– Беҙҙең гәзит уҡыусыларға граждандарҙан килгән ялыу һәм уның хәл ителеше тураһындағы сағыштырмаса яңы миҫал фәһемле булыр, моғайын...

– Был осраҡта быйылғы октябрь аҙа­ғында ҡабул ителгән ҡарарҙы ми­ҫал­ға килтерергә мөмкин. Ул Йылайыр районындағы Балалар сәнғәт мәктәбе хеҙмәткәрҙәренең Хеҙмәткә түләү һәм матди дәртләндереү тураһындағы положениеның Конституцияға тура килеү-килмәүе мәсьәләһенә ҡағылды.

Ошо положение район хакимиәте тарафынан раҫланған. Ун кеше ҡул ҡуйған ғаризала күрһәтелеүенсә, был мәктәптәге эш хаҡы уртаса республика кимәленән айырыла, сөнки минималь хеҙмәт хаҡын билдәләгәндә түбән коэффициент ҡулланылған һәм, шул сәбәпле, иң бәләкәй оклад Башҡорт­остан Хөкүмәте билдәләгән кимәлгә етмәй, йәғни 8 128 һум урынына 5 548 һум ғына ҡуйылған. Ә был иһә мәктәп педагогтарының Башҡортостан Конс­ти­туцияһы гарантиялаған хоҡуҡтарын боҙа һәм уның 40-сы статьяһына ҡаршы килә.

Конституция Суды, ике яҡтың да аңлатмаларын һәм эксперттарҙың һығымтаһын иҫәпкә алып, саҡырыл­ғандарҙың сығышын тыңлап һәм бирелгән документтарҙы өйрәнеп, үҙенең ҡарарын сығарҙы. Йылайыр район хакимиәте был муниципаль автономиялы учреждение өсөн хеҙмәткә түләү тәртибен көйләгәндә федераль һәм республика ҡануниәте билдәләгән вәкәләттәрҙән ситкә сығып киткән һәм ошо учреждениеның үҙаллылыҡ принцибын боҙған. Быларҙың барыһын да иҫәпкә алып, Конституция Суды Йылайыр районы хакимиәтенең 2015 йылдың 22 октябрендә раҫлаған әлеге Положениеһы Башҡортостан Конс­титу­цияһына ҡаршы килә тип ҡарар итте. Был документ быйыл 31 октябрҙә ҡабул ителде, тимәк, ошо көндән алып район хакимиәтенең положениеһы үҙ көсөн юғалтты.

Әлеге көндә 2018 йылдың ғинуар айында Дәүләт Йыйылышы – Ҡорол­тай ҡабул иткән “Граждандарҙың мөлкә­тенә һалымды арттырыу тураһында”ғы закондың Башҡортостан Конституция­һына тура килеү-килмәүе тураһында граждандарҙың ялыуын тикшереү өҫтөндә эшләйбеҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 271

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 235

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 303

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 321

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 230

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 310

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 219

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 238

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 299

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 213

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 097

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 188