Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Радий Хәбиров тәүге тапҡыр «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалдарын тапшырҙы

Водителдәр, табиптар, ирекмәндәр һәм дин әһелдәре: Башҡортостандың яңы миҙалының беренсе кавалеры кем?

Фото: Олег Яровиков | «Башинформ»

Бөгөн, 7 майҙа, Өфөнөң Совет майҙанында республика етәксеһе Радий Хәбиров яңы дәүләт наградаһының тәүге кавалерҙарына «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалдарын тапшырҙы. Яңы дәүләт наградаһы 2026 йылдың 6 апрелендә булдырылды. 

Фото: Олег Яровиков | «Башинформ»

«Миҙал махсус хәрби операцияға ярҙам итеүгә лайыҡлы өлөш индереүселәргә дөйөм һәм ихлас рәхмәтебеҙҙе белдерә. Водителдәр, табиптар, төҙөүселәр, ирекмәндәр, дин әһелдәре, хәрби хәрәкәттәр ветерандары – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ышаныслы терәге.

Беҙ яугирҙәребеҙ менән ғорурланабыҙ. Улар үҙҙәренең хәрби бурыстарын намыҫ менән үтәй, батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Егеттәребеҙ һәм уларҙың ғаиләләре өсөн һәр ваҡыт ышаныслы терәк буласаҡбыҙ. Республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәмдә эшебеҙҙең төп йүнәлешен билдәләнем – барыһы ла Еңеү өсөн!

Бөтә республика – предприятиелар, йәмәғәтселәр, йәшенә һәм һөнәренә ҡарамай барыһы ла – фронтҡа ярҙам итеүгә, азат ителгән биләмәләрҙә тыныс тормошто тергеҙеүгә үҙ өлөшөн индерә. Меңләгән яҡташыбыҙ – мәктәп уҡыусыларынан алып пенсионерҙарға тиклем – посылкалар йыя, маскировка селтәрҙәре үрә, блиндаж шәмдәре эшләй һәм башҡаса ярҙам күрһәтә.

Алғы һыҙыҡта, фронт яны госпиталдәрендә яугирҙәребеҙгә ярҙам иткән табиптар һәм фельдшерҙар алдында баш эйәбеҙ. Көстәрен йәлләмәйенсә, яралы яугирҙәрҙе тәрбиәләгән шәфҡәт туташтарына һәм ирекмәндәргә айырым рәхмәт.

Тотош республика менән беҙ яугирҙәргә дөйөм ауырлығы 21 мең тоннанан ашыу булған 177 гуманитар ылау оҙаттыҡ, 2 мең автомобиль, 12 меңдән ашыу пилотһыҙ осоу аппараты тапшырҙыҡ. Был эште мотлаҡ дауам итәсәкбеҙ!

Еңеү көнөн яҡынайтҡан һәр кемгә рәхмәт», — тип билдәләне Радий Хәбиров.


Фото: Олег Яровиков | «Башинформ»

«Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы беренселәрҙән булып Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаровҡа тапшырылды.

Фото: Олег Яровиков | «Башинформ»

Бөгөн шулай уҡ МХО-ла ҡатнашыусылар, сәнәғәт предприятиелары етәкселәре, ҡотҡарыусылар, табиптар, социаль хеҙмәткәрҙәр, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм төҙөлөш өлкәһе хеҙмәткәрҙәре, меценаттар яңы дәүләт наградаһының беренсе кавалерҙары булды.

Белешмә

«Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы махсус хәрби операция үткәреүгә бәйле ирекмәнлек, хәйриә һәм гуманитар эшмәкәрлек, шулай уҡ гуманитар йөк йыйыуҙа һәм ташыуҙа ярҙам күрһәткән, махсус хәрби операция маҡсаттарына өлгәшеүгә булышлыҡ иткән бурыстарҙы уңышлы башҡарған өсөн тапшырыла.



Автор: Әлфиә Әһлиуллина / Источник


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 1

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 1

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 3

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды 28.10.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды...

Тотош уҡырға 2

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 5

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......

Тотош уҡырға 4

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....

Тотош уҡырға 4

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды 22.10.2026 // Сәйәсәт

Мөһим указдарға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы....

Тотош уҡырға 4