Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт
Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....
Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.

Искәндәр Әхмәтвәлиевты Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләү тураһында указға бөгөн, 26 октябрҙә, ҡул ҡуйылды.
– 2019 йылдан уҡ ул етәксе урынбаҫары булып эшләй башланы. Мин бергә эшләгән осор өсөн рәхмәт белдерергә теләйем, – тине республика Башлығы. – Яуаплы вазифа, түҙемлек, аҡыллылыҡ, профессионализм кәрәк. Һеҙ ошо сифаттарға эйәһегеҙ, шуға күрә мин һеҙ үҙ эшегеҙҙе башҡарырһығыҙ тип ышанам. Ҡотлайым!
Әхмәтвәлиев Искәндәр Рәүеф улы 1975 йылдың 31 декабрендә Өфөлә тыуған. Өфө дәүләт сәнғәт институтын, БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған.
Хеҙмәт юлын 1992 йылда «Иҙелхим» фәнни-етештереү фирмаһында техник булып башлай. 1998–2000 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһының Милли йәштәр театрында артист. 2000–2007 йылдарҙа – Өфө «Нур» дәүләт татар театрында ҡуйыусы-режиссер.
2007–2008 йылдарҙа – «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында генераль директор урынбаҫары. 2008–2010 йылдарҙа –З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының режиссура кафедраһында өлкән уҡытыусы. 2010–2011 йылдарҙа – «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә баш мөхәррир урынбаҫары.
2011–2019 йылдарҙа – Башҡортостан президентының Граждандар мөрәжәғәттәре менән эшләү һәм уларҙы ҡабул итеү идаралығында йәмәғәт ҡабул итеү эшен ойоштороу буйынса бүлек мөдире, идаралыҡ начальнигы урынбаҫары, артабан шунда уҡ начальник. В 2019 йылда – БР Башлығының Муниципаль берәмектәр менән үҙ-ара эш итеү идаралығы начальнигы.
2019-2026 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары, 2025 йылдың авгусынан ул БР Башлығы хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарҙы.
II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы, Рәсәй Федерацияһы Президентының маҡтау грамотаһы, Халыҡтар Дуҫлығы һәм Салауат Юлаев ордендары менән бүләкләнгән.
Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт
Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....
Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт
21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......
Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды 22.10.2026 // Сәйәсәт
Мөһим указдарға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы....
Башҡортостан Башлығы Ташкентта технопарк төҙөлөшөнә старт бирҙе 22.10.2026 // Сәйәсәт
Башҡортостан Башлығы Ташкентта технопарк төҙөлөшөнә старт бирҙе...
Өфө хакимиәтендә кадрҙар үҙгәрҙе 21.10.2026 // Сәйәсәт
Баш ҡала хакимиәте командаһында яңы белгес....
Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаты Константин Шаһиморатов вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатты 21.10.2026 // Сәйәсәт
Ҡарар Шаһиморатовтың яҙма ғаризаһы буйынса ҡабул ителде....
Башҡортостан делегацияһы Үзбәкстанда эшләй 21.10.2026 // Сәйәсәт
Башҡортостан делегацияһы Үзбәкстанда эшләй...
РФ транспорт министры вазифаһына кандидатура билдәле булды 19.10.2026 // Сәйәсәт
Рәсәйҙең яңы транспорт министры Дмитрий Ядров буласаҡ. Илдең премьер-министры Михаил Мишустин уның ......
Йәрмәкәй районында хакимиәт башлығы алмашынды 17.10.2026 // Сәйәсәт
[isimage=thumb][/isimage]Район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса Рауил ......
Кремль Владимир Путин менән 2026 йылға йомғаҡ яһау форматын иғлан итте 06.10.2026 // Сәйәсәт
Кремль Владимир Путин менән 2026 йылға йомғаҡ яһау форматын иғлан итте...
Владимир Путин уҡытыусыларҙы байрам менән ҡотланы 05.10.2026 // Сәйәсәт
Рәсәй президенты Владимир Путин педагогтарҙы һөнәри байрамы, Уҡытыусылар көнө менән ҡотланы....
Өфө ҡала советы рәйесе итеп йәнә Марат Вәсимов һайланды 02.10.2026 // Сәйәсәт
Өфө ҡала советы рәйесе итеп йәнә Марат Вәсимов һайланды...