Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына – 25 йылҺәр дәүләттең Конституцияһы – уның Төп законы. Ул граждандарҙың иң тәүге хоҡуҡтарын һәм бурыстарын иғлан итә. Ҡалған бөтә ҡануниәт ошо Төп закондан ситкә тайпылмаҫҡа тейеш.
Башҡортостан Республикаһының Конституцияһы 24 декабрҙә 25 йыллығын билдәләйәсәк. Уның үтәлешен тәьмин итергә тейешле Конституция Судының үҙ ғәмәлен башҡара башлауына ла 22 йыл тулып уҙҙы. Ике тиҫтә йылды байҡап, уның эшмәкәрлеге тураһында нимә әйтергә мөмкин, киләсәккә ниндәй маҡсаттар ҡуйыла? Ошо һәм башҡа һорауҙарға республикабыҙҙың Конституция Суды Рәйесе, республика Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы, юридик фәндәр докторы, профессор Зөфәр ЙӘНЕКӘЕВ яуап бирә.
– Зөфәр Ирғәле улы, Конституция Судының төп эшмәкәрлек йүнәлештәрен, маҡсаттарын һәм бурыстарын гәзит уҡыусыларҙың иҫенә төшөрәйек әле.
– Конституция суды – суд эшен конституцион хөкөм ярҙамында үҙаллы һәм бойондороҡһоҙ башҡарыусы власть органы ул. Рәсәй Федерацияһының берҙәм суд системаһының бер өлөшө булараҡ, Башҡортостандың Конституция Суды бер үк ваҡытта республикабыҙҙың дәүләт власы органы сифатында ла сығыш яһай: ул төрлө мәсьәләләрҙе Башҡортостандың Конституцияһы һәм ҡануниәте, асыҡ властың хоҡуҡи акттары ярҙамында хәл итә; республиканың Конституцияһына аңлатма бирә, үҙ вәкәләттәре буйынса закон башланғысы менән сығыш яһай ала, федераль һәм республика ҡануниәте тарафынан тапшырылған башҡа конституцион-хоҡуҡи мәсьәләләрҙе ҡарай.
Башҡортостандың Конституция Суды сағыштырмаса күптән түгел барлыҡҡа килде, шулай ҙа республиканың абруйлы дәүләт власы органдарының береһе булараҡ танылып өлгөрҙө лә инде. Уның эшмәкәрлеге барыһынан элек граждандарҙың беркетелгән конституцион, сәйәси, социаль-иҡтисади хоҡуҡтарын һәм азатлыҡты яҡлауға йүнәлтелгән. Ғөмүмән, уның эшмәкәрлеге дәүләттең, йәмғиәттең тотороҡло үҫешенә гарант булып тора.
Ғәмәлдә, Сталин һәм Брежнев дәүерендә ҡабул ителгән конституциялар насар түгел ине. Уларҙа кеше һәм граждандарҙың сәйәси, социаль-иҡтисади, шәхси һ.б. хоҡуҡтары киң билдәләнгәйне, ләкин улар дәүләт органдарының эшмәкәрлегендә яҡлау тапманы. Проблемалар йылдан-йыл йыйылып килде, был 1991 йылда дәүләттең емерелеүенә килтерҙе. Шул хаталарҙы ҡабатламаҫ өсөн, беҙ 25 йыл элек Конституцияны декларатив рәүештә түгел, ә туранан-тура халыҡҡа, йәмғиәткә, дәүләткә хеҙмәт иткән документ булараҡ ҡабул иттек. Әгәр ҙә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай, башҡарма власть йәки муниципаль берәмектәр ҡабул иткән закондар, норматив акттар беҙҙең Конституцияға тура килмәй, уның ҡанундарын боҙа икән – Конституция Суды ҡарары нигеҙендә ул закон йә иһә норматив акт ғәмәлдән сығарыла, шуға күрә беҙҙең Конституция Судында ике юридик фәндәр докторы һәм ике юридик фәндәр кандидаты хеҙмәт итә, Секретариатта юғары квалификациялы юристар эшләй.
– Конституция Судына ниндәй мәсьәләләр буйынса мөрәжәғәт итәләр?
– Беҙҙең вәкәләттәргә ҡағылышлы барлыҡ эш буйынса ла: республикабыҙ закондарының һәм башҡа норматив-хоҡуҡи акттарының Башҡортостан Конституцияһына тура килеү-килмәүе, Төп законға аңлатма биреү, граждандарҙың үҙҙәренең Конституцияла нығытылған хоҡуҡтарын һәм азатлығын боҙоуҙары тураһындағы ялыуы һәм башҡалар.
– Тимәк, Конституция Суды демократик хоҡуҡи дәүләт ҡағиҙәләрен нығытыуға ҙур өлөш индерә...
– Рәсәй субъекттарында конституцион судтар булдырыу тураһындағы мәсьәлә Рәсәй Конституцияһының 5-се статьяһының икенсе өлөшө менән бәйле – ул республикаларҙы дәүләт итеп таный. Совет һәм Рәсәй дәүләттәрендә республикалар барлыҡҡа килеү тарихына күҙ һалһаҡ, автономиялы республикалар беренсе тапҡыр СССР-ҙың 1937 йылғы Конституцияһы нигеҙендә дәүләт тип таныла. Улар дәүләт атрибуттарына – Конституцияға, гербҡа, флагка, закондар сығарыу һәм башҡарма власть органдарына эйә ине. Ләкин, шуға ҡарамаҫтан, улар ошо замандағы административ-команда системаһының бер өлөшө булып йәшәүен дауам итте. Ул осорҙа ижтимағи-сәйәси, шул иҫәптән хоҡуҡи дәүләт тәғлимәтен буржуаз һәм социалистик режим өсөн зарарлы тип иҫәпләйҙәр ине. 1993 йылда, Рәсәй Конституцияһы ҡабул ителгәс кенә, хоҡуҡи дәүләт тураһындағы тәғлимәт әүҙем үҫешә башланы. Ләкин, Конституцияның нисек үтәлешенә контроль булмай тороп, федераль кимәлдә лә, төбәктәр буйынса ла ошо хоҡуҡи дәүләттең принциптарын тормошҡа ашырыу мөмкин түгел.
– Конституция Судының быйылғы эшмәкәрлеге тураһында нимә әйтергә мөмкин?
– Быйылғы ун бер айҙа Конституция Суды 15 йомғаҡлау ҡарары ҡабул итте, шул иҫәптән граждандарҙың үҙ конституцион хоҡуҡтарын һәм азатлығын боҙоуҙары тураһындағы ялыуҙары буйынса – дүртәү. Ошо осорҙа башҡарылған эшкә анализ күрһәтеүенсә, нигеҙҙә, хоҡуҡи акттың йәки уның айырым өлөштәренең Конституцияға тура килеү-килмәүе тураһындағы ҡарарҙар ҡабул ителә. Граждандарҙың мөрәжәғәттәренә килгәндә, уларҙың 35,7 проценты социаль хоҡуҡтарҙы яҡлауға, шул самаһы – мөлкәт буйынса, 14,2 проценты хеҙмәт хоҡуҡтары боҙолоуға ҡағыла. Шуға ла иғтибарҙы йүнәлтмәй булмай – был ялыуҙарҙың күпселегендә республика Хөкүмәтенең норматив-хоҡуҡи акттарына, Башҡортостан закондарына һәм урындағы үҙидара органдарының ҡарарҙарына дәғүә белдерелә.
– Беҙҙең гәзит уҡыусыларға граждандарҙан килгән ялыу һәм уның хәл ителеше тураһындағы сағыштырмаса яңы миҫал фәһемле булыр, моғайын...
– Был осраҡта быйылғы октябрь аҙағында ҡабул ителгән ҡарарҙы миҫалға килтерергә мөмкин. Ул Йылайыр районындағы Балалар сәнғәт мәктәбе хеҙмәткәрҙәренең Хеҙмәткә түләү һәм матди дәртләндереү тураһындағы положениеның Конституцияға тура килеү-килмәүе мәсьәләһенә ҡағылды.
Ошо положение район хакимиәте тарафынан раҫланған. Ун кеше ҡул ҡуйған ғаризала күрһәтелеүенсә, был мәктәптәге эш хаҡы уртаса республика кимәленән айырыла, сөнки минималь хеҙмәт хаҡын билдәләгәндә түбән коэффициент ҡулланылған һәм, шул сәбәпле, иң бәләкәй оклад Башҡортостан Хөкүмәте билдәләгән кимәлгә етмәй, йәғни 8 128 һум урынына 5 548 һум ғына ҡуйылған. Ә был иһә мәктәп педагогтарының Башҡортостан Конституцияһы гарантиялаған хоҡуҡтарын боҙа һәм уның 40-сы статьяһына ҡаршы килә.
Конституция Суды, ике яҡтың да аңлатмаларын һәм эксперттарҙың һығымтаһын иҫәпкә алып, саҡырылғандарҙың сығышын тыңлап һәм бирелгән документтарҙы өйрәнеп, үҙенең ҡарарын сығарҙы. Йылайыр район хакимиәте был муниципаль автономиялы учреждение өсөн хеҙмәткә түләү тәртибен көйләгәндә федераль һәм республика ҡануниәте билдәләгән вәкәләттәрҙән ситкә сығып киткән һәм ошо учреждениеның үҙаллылыҡ принцибын боҙған. Быларҙың барыһын да иҫәпкә алып, Конституция Суды Йылайыр районы хакимиәтенең 2015 йылдың 22 октябрендә раҫлаған әлеге Положениеһы Башҡортостан Конституцияһына ҡаршы килә тип ҡарар итте. Был документ быйыл 31 октябрҙә ҡабул ителде, тимәк, ошо көндән алып район хакимиәтенең положениеһы үҙ көсөн юғалтты.
Әлеге көндә 2018 йылдың ғинуар айында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡабул иткән “Граждандарҙың мөлкәтенә һалымды арттырыу тураһында”ғы закондың Башҡортостан Конституцияһына тура килеү-килмәүе тураһында граждандарҙың ялыуын тикшереү өҫтөндә эшләйбеҙ.