Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев вафат

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев вафат

Фото: Валерий Шахов | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев оҙаҡ ауырығандан һуң 74-се йәшендә арабыҙҙан китте. Ҡайғылы хәбәрҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә хәбәр итте. Һуңғы ваҡытта Толкачев Мәскәүҙә дауалана ине.

«Константин Борисович яҡты донъяны ҡалдырып китте. Ул һуңғы йылдарҙа ҡаты сир менән көрәште. Үҙен ҡыйыу, ысын офицерҙарса, генералдарса итеп тотто. Бер ҡасан да зарланманы. Ваҡыты менән дауаланырға барып ҡайта торғайны. Хәле насарланғас, ул ауыр операция яһатырға тигән ҡарар ҡабул итте. Уны Бурназян клиникаһында эшләнеләр (А.И.Бурназян исемендәге Федераль медицина биофизика үҙәге, Мәскәү ҡалаһы - ред. иҫкәрмәһе). Күтәренке кәйефтә осто, операциянан сыҡты, ауыр хәлдә булһа ла, йәшәргә теләге көслө ине. Был иң оло хөрмәткә лайыҡ. Беҙгә ауыр, әлбиттә. Беҙҙең идара итеү командаһында өлкән иптәшебеҙҙе йылы һүҙ менән иҫкә алмаған кеше юҡтыр, моғайын. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы уның етәкселегендә һөҙөмтәле эшләне. Бергәләп ижтимағи-сәйәси көрсөктө, ковидты, махсус хәрби операцияны, санкция баҫымын үттек. Константин Толкачев беҙҙең өсөн өлкән ағай булды, шәхсән үҙем шулай тип ҡабул итәм. Бик ауыр юғалтыу», – тине Радий Хәбиров.

Оператив кәңәшмәлә Константин Толкачевты бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алдылар.

Константин Борисович 1953 йылдың 1 мартында Кемерово өлкәһендә тыуған. Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының Рязань юғары мәктәбен, СССР Эске эштәр министрлығы академияһын тамамлаған.

Хеҙмәт юылн 1970 йылда Кузнецк металлургия комбинатында торба иретеп йәбештереүсе ярҙамсыһы булып башлай. 1971 йылдан 1973 йылға тиклем Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт итә. 1977-1996 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығы системаһында етәксе вазифаларын башҡара. 1996-1999 йылдарҙа – Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты начальнигы. Отставкалағы эске хеҙмәт генерал-майоры.

1999 йылдан – Башҡортостан Республикаһының икенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты. Вәкилдәр палатаһы рәйесе, Башҡортостан Республикаһының икенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе.

1999-2001 йылдарҙа – Рәсәй Федераль Йыйылышының Федерация Советында Конституция закондарын сығарыу комитеты ағзаһы.

2003-2008 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһының өсөнсө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе.

2008 йылда 60-сы Буй бер мандатлы һайлау округы буйынса Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты итеп һайлана.

2008 йылдан – Башҡортостан Республикаһының дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың алыштырғыһыҙ рәйесе.

Шулай уҡ Константин Толкачев Европаның Урындағы һәм төбәк властары конгресы Төбәктәр палатаһында Рәсәй Федерацияһы вәкиле урынбаҫары, Рәсәй Федерацияһының Закондар сығарыусылар советы һәм Башҡортостан Республикаһының Президент советы ағзаһы, Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Ярлыҡау мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе булды.

Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юрисы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы. Почет, «Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордендары, Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнгән.




Автор: Ләйсән Закирова / Источник


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 1

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 1

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 3

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды 28.10.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды...

Тотош уҡырға 2

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 5

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......

Тотош уҡырға 4

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....

Тотош уҡырға 4

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды 22.10.2026 // Сәйәсәт

Мөһим указдарға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы....

Тотош уҡырға 4