Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яңынан-яңы үрҙәр яулай
Ошо көндәрҙә Мәскәүҙән ҡыуаныслы хәбәр алдыҡ: РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы, педагогика фәндәре кандидаты, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Башҡортостандың мәғариф отличнигы, Рәсәй Педагогик һәм социаль фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, К.Д. Ушинский миҙалы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Земфира Сәхиповаға Рәсәй Яҙыусылар союзының ағзалыҡ танытмаһы тапшырылды.
Хөрмәтле яҡташыбыҙҙың күпселек ғүмере Башҡорт­остандан ситтә үтһә лә, Земфира Ғизетдин ҡыҙы туған халҡына тоғро хеҙмәт итә. Уның әҙәби әҫәрҙәре лә башҡорт телендә яҙылған. Иң кескәйҙәргә тәғәйенләнгән “Ҡуян да хәйлә ҡорған” (2005), рус һәм башҡорт телдәрендә нәшер ителгән “Нимә иң матур нәмә?” (2009), “Күк япраҡтар” (2015) исемле китаптары – балалар өсөн оло бүләк. Өлкәндәргә тәғәйенләнгән “Йәшлекте лә була оҙайтып…” китабына яҙыусының үҙе ижад иткән шиғырҙары, Ғүмәр Хәйәм робағиҙарының, Сергей Михалков мәҫәлдәренең, Лариса Рубальская шиғырҙарының башҡорт­саға тәржемәһе ингән.
Земфира Сәхипова Көйөргәҙе районының Ермолаевка ҡасаба­һында донъяға килеп, Ишембай ҡалаһында урта мәктәпте тамамлай. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында юғары белем алғас, рус теле hәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Стәрле­тамаҡ дәүләт педагогия институтында (хәҙерге Башҡорт дәүләт университетының Стәрле­тамаҡ филиалы) ассистент, өлкән уҡытыусы була. Ошо уҡыу йортонда эшләгән осорҙа Мәскәү ҡалаһындағы аспирантураға уҡырға инеп, артабанғы яҙмышын фәнгә бағышлай. Оҙаҡ йылдар РСФСР Педагогия фәндәре академи­яhының Милли мәктәптәр ғилми-тикшеренеү институтында хеҙмәт итә. Һуңғы йылдарҙа Мәғарифты үҫтереү федераль институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, методист hәм ғилми етәксе булараҡ бик күп эш башҡара. Земфира Ғизетдин ҡыҙының хәстәрлекле етәксе­легендә Башҡортостандан тиҫтә­ләгән йәш методист канди­датлыҡ диссертацияhы яҡланы hәм республикабыҙҙың төрлө уҡыу йорттарында уңышлы эшләй.
З.Ғ. Сәхипованың һигеҙ монографияһы, тиҫтәнән ашыу дәреслеге, егермеләп методик ҡулланмаһы, йөҙҙәрсә фәнни-методик хеҙмәте милли мәктәп­тәрҙә рус телен уҡытыу проблемаларын хәл итеүгә ҙур өлөш индерә. Бәләкәй комплектлы мәктәптә рус телен уҡытыу буйынса методик әсбаптары бөгөн дә иң кәрәкле ҡулланма булып ҡала.
Земфира Ғизетдин ҡыҙының тағы бер бейеклекте яулауы менән сикһеҙ ғорурланабыҙ, уға ныҡлы һаулыҡ, яңынан-яңы үрҙәргә артылыуын теләйбеҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Республикала көндәрҙең бер аҙ һалҡынайтыуы көтөлә

Республикала көндәрҙең бер аҙ һалҡынайтыуы көтөлә 25.07.2025 // Йәмғиәт

Башгидромет алдағы өс көнгә һауа торошо менән таныштырҙы....

Тотош уҡырға 8

Башҡортостанда «Атай ҡаһарманлығы» конкурсына ғаризалар 20 авгусҡа тиклем ҡабул ителә

Башҡортостанда «Атай ҡаһарманлығы» конкурсына ғаризалар 20 авгусҡа тиклем ҡабул ителә 25.07.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда атайҙарҙы VI «Атай ҡаһарманлығы» республика конкурсында ҡатнашырға саҡыралар....

Тотош уҡырға 8

Башҡортостандың туризм министры Туризмды үҫтереү үҙәгенә бәйле хәлгә асыҡлыҡ индерҙе

Башҡортостандың туризм министры Туризмды үҫтереү үҙәгенә бәйле хәлгә асыҡлыҡ индерҙе 25.07.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы башлығы Зөһрә Гордиенко Туризмды үҫтереү үҙәге...

Тотош уҡырға 10

Республикала эшләп йөрөгән пенсионерҙарға пенсиялар ҡайтанан иҫәпләнә

Республикала эшләп йөрөгән пенсионерҙарға пенсиялар ҡайтанан иҫәпләнә 24.07.2025 // Йәмғиәт

Социаль фонд 2025 йылдың 1 авгусынан эшләп йөрөгән пенсионерҙарҙың страховка пенсияһын ҡайтанан...

Тотош уҡырға 23

Башҡортостанда һауа торошо боҙола

Башҡортостанда һауа торошо боҙола 24.07.2025 // Йәмғиәт

Йәшен йәшнәүе, томан төшөүе көтөлә....

Тотош уҡырға 16

Өфөнән күп балалы әсә «Әсәлек даны» миҙалына лайыҡ булды

Өфөнән күп балалы әсә «Әсәлек даны» миҙалына лайыҡ булды 24.07.2025 // Йәмғиәт

Тейешле указға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған....

Тотош уҡырға 13

Башҡортостанда дүртенсе көн 25 йәшлек Илсинә Юлыеваны эҙләйҙәр

Башҡортостанда дүртенсе көн 25 йәшлек Илсинә Юлыеваны эҙләйҙәр 24.07.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүртенсе көн 25 йәшлек Илсинә Юлыеваны эҙләйҙәр...

Тотош уҡырға 12

Башҡортостан Башлығы: Кардиологик ярҙамды үҫтереү – беҙҙең өҫтөнлөк

Башҡортостан Башлығы: Кардиологик ярҙамды үҫтереү – беҙҙең өҫтөнлөк 24.07.2025 // Йәмғиәт

Был хаҡта Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү буйынса совет...

Тотош уҡырға 14

Республика юлдарында «Ҡаршы һыҙат» акцияһы башлана
Баш ҡалала Мәшғүҙә Булатова 100 йәшлек юбилейын билдәләне

Баш ҡалала Мәшғүҙә Булатова 100 йәшлек юбилейын билдәләне 23.07.2025 // Йәмғиәт

Тыл эшсәне Мәшғүҙә Ғәҙелгәрәй ҡыҙы Булатова бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне. Йөҙйәшәр инәй...

Тотош уҡырға 17

Өфөлә МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балаларына «Минең Әсәйем Герой!» значоктары тапшырыла

Өфөлә МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балаларына «Минең Әсәйем Герой!» значоктары тапшырыла 23.07.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балаларына «Минең Әсәйем Герой!» значоктары тапшырыла...

Тотош уҡырға 17

Мутлашыусылар район башлыҡтарының ялған аккаунттарын булдырған

Мутлашыусылар район башлыҡтарының ялған аккаунттарын булдырған 23.07.2025 // Йәмғиәт

Мутлашыусылар район башлыҡтарының ялған аккаунттарын булдырған...

Тотош уҡырға 20