Яңынан-яңы үрҙәр яулай15.08.2017
Ошо көндәрҙә Мәскәүҙән ҡыуаныслы хәбәр алдыҡ: РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы, педагогика фәндәре кандидаты, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Башҡортостандың мәғариф отличнигы, Рәсәй Педагогик һәм социаль фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, К.Д. Ушинский миҙалы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Земфира Сәхиповаға Рәсәй Яҙыусылар союзының ағзалыҡ танытмаһы тапшырылды.
Хөрмәтле яҡташыбыҙҙың күпселек ғүмере Башҡорт­остандан ситтә үтһә лә, Земфира Ғизетдин ҡыҙы туған халҡына тоғро хеҙмәт итә. Уның әҙәби әҫәрҙәре лә башҡорт телендә яҙылған. Иң кескәйҙәргә тәғәйенләнгән “Ҡуян да хәйлә ҡорған” (2005), рус һәм башҡорт телдәрендә нәшер ителгән “Нимә иң матур нәмә?” (2009), “Күк япраҡтар” (2015) исемле китаптары – балалар өсөн оло бүләк. Өлкәндәргә тәғәйенләнгән “Йәшлекте лә була оҙайтып…” китабына яҙыусының үҙе ижад иткән шиғырҙары, Ғүмәр Хәйәм робағиҙарының, Сергей Михалков мәҫәлдәренең, Лариса Рубальская шиғырҙарының башҡорт­саға тәржемәһе ингән.
Земфира Сәхипова Көйөргәҙе районының Ермолаевка ҡасаба­һында донъяға килеп, Ишембай ҡалаһында урта мәктәпте тамамлай. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында юғары белем алғас, рус теле hәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Стәрле­тамаҡ дәүләт педагогия институтында (хәҙерге Башҡорт дәүләт университетының Стәрле­тамаҡ филиалы) ассистент, өлкән уҡытыусы була. Ошо уҡыу йортонда эшләгән осорҙа Мәскәү ҡалаһындағы аспирантураға уҡырға инеп, артабанғы яҙмышын фәнгә бағышлай. Оҙаҡ йылдар РСФСР Педагогия фәндәре академи­яhының Милли мәктәптәр ғилми-тикшеренеү институтында хеҙмәт итә. Һуңғы йылдарҙа Мәғарифты үҫтереү федераль институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, методист hәм ғилми етәксе булараҡ бик күп эш башҡара. Земфира Ғизетдин ҡыҙының хәстәрлекле етәксе­легендә Башҡортостандан тиҫтә­ләгән йәш методист канди­датлыҡ диссертацияhы яҡланы hәм республикабыҙҙың төрлө уҡыу йорттарында уңышлы эшләй.
З.Ғ. Сәхипованың һигеҙ монографияһы, тиҫтәнән ашыу дәреслеге, егермеләп методик ҡулланмаһы, йөҙҙәрсә фәнни-методик хеҙмәте милли мәктәп­тәрҙә рус телен уҡытыу проблемаларын хәл итеүгә ҙур өлөш индерә. Бәләкәй комплектлы мәктәптә рус телен уҡытыу буйынса методик әсбаптары бөгөн дә иң кәрәкле ҡулланма булып ҡала.
Земфира Ғизетдин ҡыҙының тағы бер бейеклекте яулауы менән сикһеҙ ғорурланабыҙ, уға ныҡлы һаулыҡ, яңынан-яңы үрҙәргә артылыуын теләйбеҙ.


Вернуться назад