Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Башҡортостан Башлығы: Кардиологик ярҙамды үҫтереү – беҙҙең өҫтөнлөк
Фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Башлығы: Кардиологик ярҙамды үҫтереү – беҙҙең өҫтөнлөк

Был хаҡта Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү буйынса совет ултырышында белдерҙе.

Ул 10 июндә Рәсәй Президенты Владимир Путин асҡан Республика кардиология үҙәгенең яңы хирургия корпусы майҙансығында үтте.


Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын диагностикалау һәм дауалау көн тәртибенең төп мәсьәләләре булды.


Ултырышты асып, Башҡортостан Башлығы республика төҙөүселәренә, медицина хеҙмәткәрҙәренә хирургия корпусын булдырыу буйынса проектты уңышлы тормошҡа ашырғандары өсөн рәхмәт әйтте, шулай уҡ республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы.


«Ҡатмарлы шарттарға ҡарамаҫтан, беҙ был күләмле төҙөлөштө уңышлы тамамланыҡ. Өҫтәүенә республика көсө менән генә еңеп сыҡтыҡ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. — Дәүләт башлығының беҙҙең хеҙмәтте юғары баһалауы урынлы ғорурлыҡ тыуҙыра».


Ултырыш темаһы хаҡында һүҙ алып барғанда, республика етәксеһе патологияларҙан үлем осраҡтарының кәмеү динамикаһын билдәләне.


«Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары үлемдең төп сәбәбе булып ҡала, әммә һуңғы 10 йылда беҙ уны 22 процентҡа кәметә алдыҡ. Шуға күрә кардиологик һәм кардиохирургик ярҙамды үҫтереү төп өҫтөнлөк булып тора, — тине Радий Хәбиров. — Биш йыл эсендә «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының «Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән көрәш» федераль проекты сиктәрендә кардиология хеҙмәтенең матди-техник базаһын нығыттыҡ. Заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған 18 ҡан тамырҙары үҙәге селтәрен булдырҙыҡ, барлыҡ райондарҙа һәм ҡалаларҙа юғары технологиялы ярҙам күрһәтеүҙе тәьмин иттек.


Бынан тыш, төбәктә 2 меңдән ашыу ФАП-ты йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен иҫкәртеү һәм дауалау системаһына берләштерҙек. Хәҙер фельдшерҙар пациенттарҙың кардиограммаларын дистанцион рәүештә Йөрәк-ҡан тамырҙары хәүефенә идара итеү үҙәгенә тапшыра һәм телемедицина консультациялары аша тиҙ арала халыҡҡа тейешле ярҙам күрһәтә ала».


Башҡортостан Башлығы шулай уҡ «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» яңы милли проект сиктәрендә төп бурыстарҙы билдәләне, уның төп маҡсаты — 2030 йылға ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә тиклем арттырыу.


«Беҙ ҡан тамырҙары үҙәктәрен һәм кардиология бүлексәләрен яңыртыуҙы, һаулыҡ һаҡлауҙың кадрҙар составын нығытыуҙы дауам итербеҙ, — тип билдәләне Радий Хәбиров. — Республика кардиология үҙәгенең яңы хирургия корпусы асылғандан алып ике ай самаһы ваҡыт үтте, ул тулы ҡеүәткә эшләй. Элек алдынғы федераль үҙәктәрҙә генә башҡарылған операцияларҙың алты төрө индерелгән. Йөрәккә һәм ҡан тамырҙарына - 3,5 меңдән ашыу, асыҡ йөрәккә 450-нән күберәк операция яһалған. Йыл аҙағына тиклем 7 мең пациент юғары технологиялы ярҙам алырға тейеш. Көнүҙәк бурыстар иҫәбендә – хирургик дауалауҙы үҫтереү, шул иҫәптән яңы операциялар эшләү юлы менән, тармаҡты цифрлаштырыу һәм медицина кадрҙарын әҙерләү системаһын камиллаштырыу».  


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-07-23/razvitie-kardiologicheskoy-pomoschi-nash-prioritet-glava-bashkirii-4324157



Автор: Азат Ғиззәтуллин / Источник


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә