Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Почетлы нефтсенең йәнә бер китабы донъя күрҙе

Яҙа ла яҙа...Һеҙгә һөйләйәсәк күп яҡлы шәхес Ренат Ғиләжетдин улының тормошо ҡыҙыҡлы ла, мауыҡтырғыс һәм ауыр ҙа. Осоро ла шундай ине — рухландырғыс ҙур еңеүҙәр дәүере! Производствола ябай слесарҙан баш инженерға ҡәҙәр хеҙмәт юлы үткән геройыбыҙ хаҡлы ялға тиклем һуңғы 25 йылын "Саҡмағошнефть" нефть һәм газ сығарыу идаралығында ойошма рәйесе булып халыҡҡа хеҙмәт итте. Почетлы нефтсе. Күп наградалары, бүләктәре бар. Ренат Ғиләжетдин улының, хаҡлы ялға сыҡҡас, тағы бер үҙенсәлекле сифаты асылды. Иҫтәлектәр, үҙе әйтмешләй, мемуарҙар яҙа башланы. Тәүҙә Туймазы районындағы тыуған ауылы Бишенде тарихын яҙып сирҡаныс алды. Үҙе күргән, эшләгән, йәшәгән осорҙо йәнә йөрәге аша кисереп, китаптарға әүерелдереп, халыҡҡа бүләк итте... һәм артабан да итәсәк. Шулай итеп, Ренат Нуретдиновтың Дүртөйлөгә килеп төпләнеүенә лә — 32 йыл.

Йәшермәйем, авторҙың "Дюртюли глазами нефтяника" тигән был китабын мин дәртләнеп, ихласланып ҡулдарыма алдым. Бының үҙенә күрә төплө сәбәбе лә бар. Беренсенән, Ренат Ғиләжетдин улы менән бер ҡалала — Дүртөйлөлә йәшәйбеҙ. Икенсенән, тыуған ауылының тарихы ерлегендә яҙылған тәүге китабы менән иғтибарыбыҙҙы яулағайны инде. Тимәк, был баҫмаһында ла заманыбыҙ геройҙары булған нефтселәр менән тулҡынландырғыс осрашыуҙар көтә. Автор китабын ғәҙәттәгесә күпме "ҡара алтын" табылыуы хаҡындағы һандар менән тултырмаған. Нефтселәрҙең тынғыһыҙ ауыр хеҙмәтен ваҡиғалар, образдар теҙмәһендә тасуирлаған публицистиканан әҙәби халәткә күскән.
Бында штурвал йәки ротор ҙа күренмәй. Һалҡын будкаларҙа өшөп-туңып та ятмайҙар. Нефтселәрҙең ҡатмарлы ла, ауыр ҙа хеҙмәтендәге еңеүҙәр, уңыштар дөйөм тырышлыҡ менән генә яулана — шул яғы менән отошло был китап.
Нефтте "илебеҙ иҡтисадының умыртҡа һөйәге" тип юҡҡа ғына атамайҙарҙыр. "Ҡара алтын" сығара башлауҙың тәүге осоронда бер төрлө мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк булһа, бөгөн улар бөтөнләй башҡа. Нефтселәр самаһыҙ ҙур ятҡылыҡтарҙы эшкәртә. Әүәл сеймалды еңел эшкәртелә торған ҡатламдарҙан алған булһалар, бөгөн сығанаҡ структураһы айырыуса ҡатмарлы, йәғни нефтте ауыр ҡатламдарҙан сығарырға тура килә.
Нефтте алабыҙ тип әйтеү урынлы ла булмаҫ, һығабыҙ тип әйтеү дөрөҫөрәк. Уңған халҡыбыҙҙың фиҙакәрлеген бер китапҡа туплап, бик ҙур батырлыҡ күрһәткән почетлы нефтсе Ренат Ғиләжетдин улы. Республикабыҙҙың бөтөн донъяға танылыуы ла, китапҡа индерелгән данлыҡлы исемдәр ҙә шул ҡаһармандарыбыҙ арҡаһында. Ана шуға күрә йәнә ҡабатлап әйтәм: беҙҙең хазинабыҙ ул Ренат Ғиләжетдин кеүек улдарыбыҙ!
Ҡыҫҡаһы, "Дүртөйлө нефтселәр күҙлегенән" — һәр кемдең өҫтәл китабына әйләнерҙәй ҙур хазина.
Ренаттың үҙе тураһында тағы ла нимә әйтергә икән? Ул — кендеге менән Дүртөйлөгә, нефть сығарыуға береккән кеше. Ошо ерҙә ата-бабалары йәшәгән, үҙе лә шунда үҫкән. Йәмәғәте менән ике ул, бер ҡыҙ үҫтергән. Спорт менән әүҙем шөғөлләнә. Йәнә... уны ҡәләмдән айырырмын тимә. Инде өсөнсө китабын да нәшерләне. Дүртенсе, бишенсе... китаптары сират көтә. Ул — яҙа!
Күптән түгел генә район үҙәк китапханаһында уҙғарылған китаптың исем туйында әҙәбиәт һөйөүселәр бер тауыштан Ренат Ғиләжетдин улының хеҙмәтен ҡаһарманлыҡҡа баш эйеү тип атаны. Афарин!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 059

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 578

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 779

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 605

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 460

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 417

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 673

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 409

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 574