Почетлы нефтсенең йәнә бер китабы донъя күрҙе Һеҙгә һөйләйәсәк күп яҡлы шәхес Ренат Ғиләжетдин улының тормошо ҡыҙыҡлы ла, мауыҡтырғыс һәм ауыр ҙа. Осоро ла шундай ине — рухландырғыс ҙур еңеүҙәр дәүере! Производствола ябай слесарҙан баш инженерға ҡәҙәр хеҙмәт юлы үткән геройыбыҙ хаҡлы ялға тиклем һуңғы 25 йылын "Саҡмағошнефть" нефть һәм газ сығарыу идаралығында ойошма рәйесе булып халыҡҡа хеҙмәт итте. Почетлы нефтсе. Күп наградалары, бүләктәре бар. Ренат Ғиләжетдин улының, хаҡлы ялға сыҡҡас, тағы бер үҙенсәлекле сифаты асылды. Иҫтәлектәр, үҙе әйтмешләй, мемуарҙар яҙа башланы. Тәүҙә Туймазы районындағы тыуған ауылы Бишенде тарихын яҙып сирҡаныс алды. Үҙе күргән, эшләгән, йәшәгән осорҙо йәнә йөрәге аша кисереп, китаптарға әүерелдереп, халыҡҡа бүләк итте... һәм артабан да итәсәк. Шулай итеп, Ренат Нуретдиновтың Дүртөйлөгә килеп төпләнеүенә лә — 32 йыл.
Йәшермәйем, авторҙың "Дюртюли глазами нефтяника" тигән был китабын мин дәртләнеп, ихласланып ҡулдарыма алдым. Бының үҙенә күрә төплө сәбәбе лә бар. Беренсенән, Ренат Ғиләжетдин улы менән бер ҡалала — Дүртөйлөлә йәшәйбеҙ. Икенсенән, тыуған ауылының тарихы ерлегендә яҙылған тәүге китабы менән иғтибарыбыҙҙы яулағайны инде. Тимәк, был баҫмаһында ла заманыбыҙ геройҙары булған нефтселәр менән тулҡынландырғыс осрашыуҙар көтә. Автор китабын ғәҙәттәгесә күпме "ҡара алтын" табылыуы хаҡындағы һандар менән тултырмаған. Нефтселәрҙең тынғыһыҙ ауыр хеҙмәтен ваҡиғалар, образдар теҙмәһендә тасуирлаған публицистиканан әҙәби халәткә күскән.
Бында штурвал йәки ротор ҙа күренмәй. Һалҡын будкаларҙа өшөп-туңып та ятмайҙар. Нефтселәрҙең ҡатмарлы ла, ауыр ҙа хеҙмәтендәге еңеүҙәр, уңыштар дөйөм тырышлыҡ менән генә яулана — шул яғы менән отошло был китап.
Нефтте "илебеҙ иҡтисадының умыртҡа һөйәге" тип юҡҡа ғына атамайҙарҙыр. "Ҡара алтын" сығара башлауҙың тәүге осоронда бер төрлө мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк булһа, бөгөн улар бөтөнләй башҡа. Нефтселәр самаһыҙ ҙур ятҡылыҡтарҙы эшкәртә. Әүәл сеймалды еңел эшкәртелә торған ҡатламдарҙан алған булһалар, бөгөн сығанаҡ структураһы айырыуса ҡатмарлы, йәғни нефтте ауыр ҡатламдарҙан сығарырға тура килә.
Нефтте алабыҙ тип әйтеү урынлы ла булмаҫ, һығабыҙ тип әйтеү дөрөҫөрәк. Уңған халҡыбыҙҙың фиҙакәрлеген бер китапҡа туплап, бик ҙур батырлыҡ күрһәткән почетлы нефтсе Ренат Ғиләжетдин улы. Республикабыҙҙың бөтөн донъяға танылыуы ла, китапҡа индерелгән данлыҡлы исемдәр ҙә шул ҡаһармандарыбыҙ арҡаһында. Ана шуға күрә йәнә ҡабатлап әйтәм: беҙҙең хазинабыҙ ул Ренат Ғиләжетдин кеүек улдарыбыҙ!
Ҡыҫҡаһы, "Дүртөйлө нефтселәр күҙлегенән" — һәр кемдең өҫтәл китабына әйләнерҙәй ҙур хазина.
Ренаттың үҙе тураһында тағы ла нимә әйтергә икән? Ул — кендеге менән Дүртөйлөгә, нефть сығарыуға береккән кеше. Ошо ерҙә ата-бабалары йәшәгән, үҙе лә шунда үҫкән. Йәмәғәте менән ике ул, бер ҡыҙ үҫтергән. Спорт менән әүҙем шөғөлләнә. Йәнә... уны ҡәләмдән айырырмын тимә. Инде өсөнсө китабын да нәшерләне. Дүртенсе, бишенсе... китаптары сират көтә. Ул — яҙа!
Күптән түгел генә район үҙәк китапханаһында уҙғарылған китаптың исем туйында әҙәбиәт һөйөүселәр бер тауыштан Ренат Ғиләжетдин улының хеҙмәтен ҡаһарманлыҡҡа баш эйеү тип атаны. Афарин!