Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тәңкә ҡарҙар яуған бер көндә...
Тәңкә ҡарҙар яуған бер көндә...Аҡса эшләү урыны түгел

– Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ, күптән көтә инек. Буранлап торғас, килмәй ҡуйырҙармы икән тиеберәк тә уйлағайныҡ. Юл бигерәк насар бит.
Юлыҡ урта мәктәбендә беҙҙе ихлас ҡаршы алдылар. Бер аҙ һөйләшеп, ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу менән ҡыҙыҡһынғас, уҡытыусылар бүлмәһе йәнләнеп китте.
– Яҙылып та ваҡытында алып булмай. Һандарын теүәл килтермәйҙәр.
– Ауылда почтальон әллә аҙна һайын алмашына тигәндәй. Хатта ҡайһы ваҡыт кем эшләгәнен дә белеп булмай: бөгөн – берәү, иртәгә – икенсеһе.
– Мәктәп үҙен ҡарарға, аҡса эшләргә тейеш, тиеүҙәре төптө дөрөҫ түгел. Ваҡытында түләй алмағас, телефонды һүндерҙеләр.
Шулай ҙа заман ауырлыҡтарына һылтанып, бурыстарына илке-һалҡы ҡарау хас түгел юлыҡтарға. Элек-электән бер төптән егелеп эшләгән коллектив тип баһалайҙар уларҙы. Ә татыулыҡ хакимлыҡ иткән ерҙә уңыш та юлдаш. Бөгөн республикала, районда етәксе урындарҙа был мәктәптән сыҡҡандарҙың күп булыуы – ошоға дәлил.
Директор урынбаҫары Альмира Яҡшыбаева гәзит-журналдарҙы дәрестә файҙаланыуы, һуңынан уҡыусылар менән фекер алышыуы хаҡында һөйләне. Барлыҡ баҫмаларҙы стенаға беркетеп баралар бында.
– Балалар ҡыҙыҡһына, ҡайһы бер мәҡәләләрҙе бер-береһенә уҡырға кәңәш итә. Айгиз Баймөхәмәтовтың “Ҡалдырма, әсәй!” тигән әҫәрен класта тетрәнеп уҡыныҡ, – тине Альмира Әхмәт ҡыҙы.

Тәңкә ҡарҙар яуған бер көндә...Иң матур мәктәп

Ауыл уртаһында ҡыҙыл кирбестән һалынған белем усағы әллә ҡайҙан балҡып, тирә-йүнгә йәм биреп ултыра. Былтыр районда ғына түгел, республикала беренселәрҙән булып коллектив менән гәзиткә яҙылып, яугилделәр бөтәһенә өлгө күрһәткәйне.
– Баҫма бик оҡшай, – тине Хөмәйрә апай Ғәлиәхмәтова. – Бына илле биш йыл гәзитте йыл да алдырабыҙ.
Зауыҡ менән төҙөлгән был белем усағынан ҡалалағы мәҙәниәт һарайҙары ла көнләшерлек. Тәҙрәләрҙә матур сағыу пәрҙәләр, гөлдәр шау Тәңкә ҡарҙар яуған бер көндә...сәскәгә күмелеп ултыра.
Ошондай көлөп торған мәктәптә эшләүе, уҡыуы үҙе бәхеттер. Районда мәктәп алдынғыларҙан һанала. Уҡыусылар төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, мәктәптең данын арттыра. Бөтә Рәсәй “Олимпус” “Инфознайка” олимпиадаларында улар лауреат булырға ла өлгөргән.
Бындағы осрашыу ҙа йәнле барҙы. Барыһы ла Салауат Әбүзәрҙең шиғырҙарын яратып тыңланы. Гәзитебеҙгә арналған конкурста ҡатнашып, бүләктәр алды.
Унан һуң мөләйем генә бер һылыу “Башҡортостан, илгенәм” йырын һуҙып ебәрмәһенме! Бигерәк моңло тауыш. Баҡһаң, Элина Данилова икән. Ул хатта “Һаумы, һаумы, әкиәт!” республика конкурсында икенсе урынды яулаған.

Тәңкә ҡарҙар яуған бер көндә...“Беҙ коллектив менән алдырасаҡбыҙ”

Былтыр “Башҡортостан”ға дәррәү яҙылған Йөҙимән мәктәбе уҡытыусылары шулай тине. Вәт, афариндар! Баҡһаң, бында әле ваҡыт бар тип йыл аҙағын көтөп ултырмайҙар, сентябрь башында уҡ ваҡытлы матбуғатҡа яҙыла башлайҙар.
Мәктәп директоры Таңсулпан Рәхмәтуллина әйтеүенсә, йөҙимәндәрҙең районда үҙ йөҙө бар. Тырыштар, сәмселдәр. Тәжрибәле уҡытыусылар Роза Искәндәрова, Элита Ғөбәйҙуллина, Зөбәйер Иҙрисов, Гүзәл Ишбулдина, Фәнилә Иҙрисова, Рима Шәмсетдинова, Лилиә Ғәлимова, Рәмзиә Заһиҙуллина балаларға төплө белем биреү өсөн көсөн йәлләмәй. Әлбиттә, тырышлыҡ үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай. Әлфиә Иҙрисова, Алһыу Рәхмәтуллина, Фирҙәүес Мөхәмәтшина, Гөлназ Ямалетдинова, Юлиә Зәйнетдинова, Илназ Күскилдин, Искәндәр Әбсәләмов, Физалиә Рәхмәтуллина, Илмир Мөхәмәтшин, Ильвина, Илмир, Роберт Ғөбәйҙуллиндар, Илсур Рәхмәтуллин, Диләфрүз Рәхмәтуллина, Илнара Сәйфуллиналар яҡшы билдәләренә уҡый.

Тәңкә ҡарҙар яуған бер көндә... “Яратып уҡыйбыҙ…”

Беҙ килеп ингәндә Сәйетбаба почта элемтә бүлексәһе “гөж” килеп тора ине. Почтальондар ҙа бында. Бүлексә начальнигы Миләүшә Зиннурова былтыр илленән ашыу кешене гәзиткә яҙҙырып, еңеүсе булған Сания Фәттәхованы маҡтап бөтә алманы.
– Рәзәнә Фәйзуллина, Ғиндулла Шәйәхмәтов, Кәбир Мәүлетҡолов, Рәйсә Фәйзуллина, Ғәлимйән Шакировтар йыл да баҫмаға тәүгеләрҙән булып яҙыла. Йәштәр ҙә уларҙан өлгө алһын ине, гәзит хәҙер ҡыҙыҡлы, уҡымлы, – тине.
Шул арала Флүрә Мәүлетҡолова, Римма Фәттәхова, Гөлшат Вәлиевалар ҙа яҙылды.
– Яратып уҡыйбыҙ, – тине улар.
Алсаҡ, һүҙгә әүәҫ сәйетбабалар менән һаубуллашып, ҡайтыр юлға сыҡтыҡ. Интернет тигән заманда ла гәзиттең ҡәҙерен аңлап, уны серҙәше, юлдашы итеп баһалаусылар барлығы ҡыуандырҙы. Ә күңелдә аҡ, пак хистәр уятып, еребеҙгә тәүге өрпәк ҡарҙар һибәләй ине.
Ғафури районына В. ИСХАҠОВ, С. Әбүзәров һәм А. Баймөхәмәтов сәйәхәт ҡылды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 058

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 578

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 777

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 604

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 460

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 416

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 672

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 409

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 573