Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Һуңғы йылдарҙа күренекле яҙыусы Ғәлим Хисамов үҙенең ижады менән әҙәбиәт һөйөүселәрҙе даими ҡыуандырып тора. Уның “Шаҡай бураны” исемле романы 2017 йылда “Ағиҙел” журналында баҫылып, йәмәғәтселектең юғары баһаһын алды. Редакция был романды йылдың иң шәп әҫәре тип тә билдәләне.

Зәки Вәлиди эшмәкәрлеген һүрәтләгән художестволы әҫәрҙәр башҡорт әҙәбиәтендә 1990 йылдан һуң осрай башланы. Коммунистар заманында уның исемен телгә алыу ҙа оло енәйәт һанала ине. Ғәлим Хисамовтың романы башҡаларҙан эстәлеге һәм төҙөлөшө менән ҡырҡа айырылып тора. Әҫәр Рәсәйҙәге бер генә ай эсендә (1917 йылдың февралендә) булған ваҡиғаларҙы һүрәтләй. Роман бик етеҙ, әүҙем рәүештә Рәсәйҙәге Февраль рево­люцияһы хәлдәренән башлана һәм аҙағынаса шулай дауам итә.

Был ваҡытта Зәки Вәлиди Дәүләт Думаһының мосолман фракцияһы аппаратында хеҙмәт итә ине. Яҙыу­сы романында, бер юлы Петроград, Ташкент, Баҡы, Ырымбур һәм Көҙәндәге Зәки Вәлиди ҡатнашлы­ғындағы ваҡиғаларҙы, документаль сығанаҡтарға таянып, оҫта һүрәтләй. Уҡыусылар алдында Зәки Вәлиди башҡорт халҡының танылған етәксеһе, Рәсәй кимә­лендәге феде­рализм нигеҙендә торған сәйәсмән, бөтә мосолман халыҡтары араһын­да абруйлы шәхес булып баҫа.

Романдың яҙылыуы ла урынлы, автор уны республиканың 100 йыллығына арнаған. Ғәлим Хисамов бының менән генә сикләнмәгән. Ошо көндәрҙә романдың дауамын да тамамлаған. Яҡын арала уны китап рәүешендә лә күрербеҙ, моғайын.

Йәнә шуны әйтке килә. Һуңғы йылдарҙа Салауат Юлаев һәм Зәки Вәлиди исемдәрен интернет донъя­һында бысратырға маташыу ос­раҡтары күбәйеп китте. Ниңәлер был мәсьәлә буйынса шул бөйөк шәхестәр, суверенитет, федерализм идеялары арҡаһында доктор һәм академиктар булып киткән тарихсылар, юристар, сәйәсмәндәр тауышы ишетелмәй. Йәмәғәт һәм дәүләт ойошмалары ла был турала ләм-мим... Әйткәндәй, был йүнһеҙ бәндәләрҙе судҡа ла бирергә мөмкиндер бит. Башҡортостан гербына төшөрөлгән шәхесте “бандит” тип атау ауыр енәйәт түгелме ни?!
Бына ошондай заманда Ғәлим Хисамовтың яңы романын Баш­ҡортостан дошмандарына асыҡ яуап тип баһаларға була. Яҙыусыға артабан да ижади уңыштар теләйек.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 677

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 047

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 568

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 770

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 596

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 452

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 408

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 662

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 401

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 566