Һуңғы йылдарҙа күренекле яҙыусы Ғәлим Хисамов үҙенең ижады менән әҙәбиәт һөйөүселәрҙе даими ҡыуандырып тора. Уның “Шаҡай бураны” исемле романы 2017 йылда “Ағиҙел” журналында баҫылып, йәмәғәтселектең юғары баһаһын алды. Редакция был романды йылдың иң шәп әҫәре тип тә билдәләне.
Зәки Вәлиди эшмәкәрлеген һүрәтләгән художестволы әҫәрҙәр башҡорт әҙәбиәтендә 1990 йылдан һуң осрай башланы. Коммунистар заманында уның исемен телгә алыу ҙа оло енәйәт һанала ине. Ғәлим Хисамовтың романы башҡаларҙан эстәлеге һәм төҙөлөшө менән ҡырҡа айырылып тора. Әҫәр Рәсәйҙәге бер генә ай эсендә (1917 йылдың февралендә) булған ваҡиғаларҙы һүрәтләй. Роман бик етеҙ, әүҙем рәүештә Рәсәйҙәге Февраль революцияһы хәлдәренән башлана һәм аҙағынаса шулай дауам итә.
Был ваҡытта Зәки Вәлиди Дәүләт Думаһының мосолман фракцияһы аппаратында хеҙмәт итә ине. Яҙыусы романында, бер юлы Петроград, Ташкент, Баҡы, Ырымбур һәм Көҙәндәге Зәки Вәлиди ҡатнашлығындағы ваҡиғаларҙы, документаль сығанаҡтарға таянып, оҫта һүрәтләй. Уҡыусылар алдында Зәки Вәлиди башҡорт халҡының танылған етәксеһе, Рәсәй кимәлендәге федерализм нигеҙендә торған сәйәсмән, бөтә мосолман халыҡтары араһында абруйлы шәхес булып баҫа.
Романдың яҙылыуы ла урынлы, автор уны республиканың 100 йыллығына арнаған. Ғәлим Хисамов бының менән генә сикләнмәгән. Ошо көндәрҙә романдың дауамын да тамамлаған. Яҡын арала уны китап рәүешендә лә күрербеҙ, моғайын.
Йәнә шуны әйтке килә. Һуңғы йылдарҙа Салауат Юлаев һәм Зәки Вәлиди исемдәрен интернет донъяһында бысратырға маташыу осраҡтары күбәйеп китте. Ниңәлер был мәсьәлә буйынса шул бөйөк шәхестәр, суверенитет, федерализм идеялары арҡаһында доктор һәм академиктар булып киткән тарихсылар, юристар, сәйәсмәндәр тауышы ишетелмәй. Йәмәғәт һәм дәүләт ойошмалары ла был турала ләм-мим... Әйткәндәй, был йүнһеҙ бәндәләрҙе судҡа ла бирергә мөмкиндер бит. Башҡортостан гербына төшөрөлгән шәхесте “бандит” тип атау ауыр енәйәт түгелме ни?!
Бына ошондай заманда Ғәлим Хисамовтың яңы романын Башҡортостан дошмандарына асыҡ яуап тип баһаларға була. Яҙыусыға артабан да ижади уңыштар теләйек.