Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡунаҡтарға музей кәрәк
Уҙған быуаттың 80-се йылдар башында нигеҙ һалынған Ағиҙел ҡалаһын республикабыҙҙың төрлө район, ҡалаларынан килгән йәш төҙөүселәр күтәрҙе. Атом электр станцияһы төҙөлөшө туҡтатылғас та, халыҡтың байтаҡ өлөшө, ситкә китмәй, ҡалала төпләнде. 90-сы йылдар башында Ағиҙелде иҡтисади уңайлыҡтар биләмәһе итеү фәҡирлек сигенә еткән тораҡҡа яңы һулыш өрҙө, бында эшҡыуарлыҡ үҫешенә мөмкинлек тыуҙы, һалымдан азат ителгән бәләкәй предприятиелар барлыҡҡа килде. Шуныһы мөһим: ауыр иҡтисади һынауҙар осоронда ла бында көн иткән төрлө милләт халыҡтары милли-мәҙәни мөхитте һүндереүгә юл ҡуйманы.

Ағиҙел йәш ҡала булһа ла, буш урында барлыҡҡа килмәгән. Атом электр станцияһы төҙөлә башлағансы уҡ кешеләр был урындарҙы үҙләштергән: йәшәгән, хеҙмәт иткән, балалар үҫтергән, Ватанды яҡлап һуғышта ҡатнашҡан — ҙур илебеҙҙең тарихы биттәрендә уларҙың да үҙ урыны бар.
Был тарих документтар, китаптар һәм белешмәләрҙә генә теркәлеп бармай, көнкүреш әйберҙәрендә, хәрби һәм хеҙмәт наградаларында, ғаилә фотоларында, шәжәрәләрҙә сағыла. Ошо ҡомартҡылар ҡала музейының экспозицияларында урын алыр ине. Бөгөн мәҙәниәт бүлеге ҡала музейын булдырыу өҫтөндә уңышлы эшләй.

Ағиҙел – үҙ муниципаль музейы булмаған берҙән-бер ҡала. Әлбиттә, мәғариф учреждениеларында улар бар, китапханала тыуған яҡты өйрәнеү секторы эшләй. Ҡала ҡунаҡтарына теләгән көндә килеп, экспонаттар менән яҡындан танышырға мөмкин булған урын кәрәк. Унда тыуған яҡ тарихы буйынса лекциялар тыңларға, ҡыҙыҡлы кешеләр – ҡаланы төҙөгән, таланты менән уның данын таратҡан шәхестәр менән осрашыуҙар үткәрергә мөмкинлек булырға тейеш.

Буласаҡ музей өсөн бина билдәләнгән, ул ҡала китапханаһында урынлашасаҡ. Төҙөүселәр унда ремонт та үткәргән, залдар иркен һәм яҡты, һыйҙырышлы витриналар урынлаштырылған. Күргәҙмә залы икенсе ҡатта урын алһа, беренсе ҡатта иһә хеҙмәткәрҙәр өсөн айырым бүлмәләр булдырылған. Әйткәндәй, музей буласаҡ бинаны ремонтлауға ҡала хакимиәте 300 мең һум күләмендә аҡса бүлгән. “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Аныҡ эштәр” төбәк проекты нигеҙендә буласаҡ Ағиҙел музейына республика ҡаҙнаһынан 350 мең һум аҡса бүленгән. Әле төрлө ҡорамалдар, техника һәм йыһаздар һатып алынған.

— Әлегә экспонаттар ғына етешмәй. Шул сәбәпле, беҙ ҡала халҡына һәм күрше-тирә ауылдарҙа йәшәгән яҡташтарыбыҙға ярҙам һорап мөрәжәғәт итәбеҙ. Әгәр ҙә уларҙа боронғо көнкүреш әйберҙәре – кейем-һалым, һауыт-һаба, өй кәрәк-яраҡтары, музыка ҡоралдары, китаптар, шулай уҡ документтар, тәңкәләр, фотоһүрәттәр, шул иҫәптән совет осоронан йәки ҡаланың мөһим ваҡиғаларын сағылдырғандары бар икән, уларҙы ҡыуанып музейға ҡабул итәсәкбеҙ. Бүләк итеүсене фотоға төшөрөп, уның тураһында мәғлүмәтте махсус аль­бомға теркәп барасаҡбыҙ, — ти буласаҡ музейҙы төҙөкләндереү менән шөғөлләнгән ҡала мәҙәниәт бүлеге методисы Әлфиә Дәүләтова.

Бөгөн 500-гә яҡын әйбер һаҡлауҙа ята. Самауырҙар, һауыт-һаба, тәңкәләр йы­йылған. Музей коллекцияһында совет осоронда һатыуға сығарылған магнитофон, радио, төрлө атрибутика, грамоталар бар. Шулай уҡ ҡалала үткән шәжәрә байрамдарында ҡулланылған мәғлүмәт тә музейҙа үҙ урынын аласаҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 681

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 054

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 576

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 776

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 603

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 458

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 511

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 415

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 670

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 407

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 571