Уҙған быуаттың 80-се йылдар башында нигеҙ һалынған Ағиҙел ҡалаһын республикабыҙҙың төрлө район, ҡалаларынан килгән йәш төҙөүселәр күтәрҙе. Атом электр станцияһы төҙөлөшө туҡтатылғас та, халыҡтың байтаҡ өлөшө, ситкә китмәй, ҡалала төпләнде. 90-сы йылдар башында Ағиҙелде иҡтисади уңайлыҡтар биләмәһе итеү фәҡирлек сигенә еткән тораҡҡа яңы һулыш өрҙө, бында эшҡыуарлыҡ үҫешенә мөмкинлек тыуҙы, һалымдан азат ителгән бәләкәй предприятиелар барлыҡҡа килде. Шуныһы мөһим: ауыр иҡтисади һынауҙар осоронда ла бында көн иткән төрлө милләт халыҡтары милли-мәҙәни мөхитте һүндереүгә юл ҡуйманы.
Ағиҙел йәш ҡала булһа ла, буш урында барлыҡҡа килмәгән. Атом электр станцияһы төҙөлә башлағансы уҡ кешеләр был урындарҙы үҙләштергән: йәшәгән, хеҙмәт иткән, балалар үҫтергән, Ватанды яҡлап һуғышта ҡатнашҡан — ҙур илебеҙҙең тарихы биттәрендә уларҙың да үҙ урыны бар.
Был тарих документтар, китаптар һәм белешмәләрҙә генә теркәлеп бармай, көнкүреш әйберҙәрендә, хәрби һәм хеҙмәт наградаларында, ғаилә фотоларында, шәжәрәләрҙә сағыла. Ошо ҡомартҡылар ҡала музейының экспозицияларында урын алыр ине. Бөгөн мәҙәниәт бүлеге ҡала музейын булдырыу өҫтөндә уңышлы эшләй.
Ағиҙел – үҙ муниципаль музейы булмаған берҙән-бер ҡала. Әлбиттә, мәғариф учреждениеларында улар бар, китапханала тыуған яҡты өйрәнеү секторы эшләй. Ҡала ҡунаҡтарына теләгән көндә килеп, экспонаттар менән яҡындан танышырға мөмкин булған урын кәрәк. Унда тыуған яҡ тарихы буйынса лекциялар тыңларға, ҡыҙыҡлы кешеләр – ҡаланы төҙөгән, таланты менән уның данын таратҡан шәхестәр менән осрашыуҙар үткәрергә мөмкинлек булырға тейеш.
Буласаҡ музей өсөн бина билдәләнгән, ул ҡала китапханаһында урынлашасаҡ. Төҙөүселәр унда ремонт та үткәргән, залдар иркен һәм яҡты, һыйҙырышлы витриналар урынлаштырылған. Күргәҙмә залы икенсе ҡатта урын алһа, беренсе ҡатта иһә хеҙмәткәрҙәр өсөн айырым бүлмәләр булдырылған. Әйткәндәй, музей буласаҡ бинаны ремонтлауға ҡала хакимиәте 300 мең һум күләмендә аҡса бүлгән. “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Аныҡ эштәр” төбәк проекты нигеҙендә буласаҡ Ағиҙел музейына республика ҡаҙнаһынан 350 мең һум аҡса бүленгән. Әле төрлө ҡорамалдар, техника һәм йыһаздар һатып алынған.
— Әлегә экспонаттар ғына етешмәй. Шул сәбәпле, беҙ ҡала халҡына һәм күрше-тирә ауылдарҙа йәшәгән яҡташтарыбыҙға ярҙам һорап мөрәжәғәт итәбеҙ. Әгәр ҙә уларҙа боронғо көнкүреш әйберҙәре – кейем-һалым, һауыт-һаба, өй кәрәк-яраҡтары, музыка ҡоралдары, китаптар, шулай уҡ документтар, тәңкәләр, фотоһүрәттәр, шул иҫәптән совет осоронан йәки ҡаланың мөһим ваҡиғаларын сағылдырғандары бар икән, уларҙы ҡыуанып музейға ҡабул итәсәкбеҙ. Бүләк итеүсене фотоға төшөрөп, уның тураһында мәғлүмәтте махсус альбомға теркәп барасаҡбыҙ, — ти буласаҡ музейҙы төҙөкләндереү менән шөғөлләнгән ҡала мәҙәниәт бүлеге методисы Әлфиә Дәүләтова.
Бөгөн 500-гә яҡын әйбер һаҡлауҙа ята. Самауырҙар, һауыт-һаба, тәңкәләр йыйылған. Музей коллекцияһында совет осоронда һатыуға сығарылған магнитофон, радио, төрлө атрибутика, грамоталар бар. Шулай уҡ ҡалала үткән шәжәрә байрамдарында ҡулланылған мәғлүмәт тә музейҙа үҙ урынын аласаҡ.