Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡарағайҙарым, ҡайындарым минең...
Ҡарағайҙарым, ҡайындарым минең...2000 йылдың сентябрендә ғаилә хәлдәренә бәйле Байыштан Иҫәнғолға күсеп китергә тура килде. Еңел булманы был минең өсөн. Ошонда 63 йыл йәшәп, икенсе йәнтөйәгемә әйләнгән, тәүге мөхәббәтемде тапҡан ауылдан бер һелтәүҙә сығып китергә көсөм етмәне.


Байыш мәктәбендә һуғышҡа тиклем — атайым, һуғыш йылдарында өлкән апайым Миңзифа уҡытыусы, директор булды. Үҙем ете класты бөтөрөп, дүрт йыл колхозда эшләнем. Артабан педучилище, ике институт тамамлап, ошонда уҡ 40 йыл уҡытыусылыҡ иттем. Ауылда өй һалып, ун балаһын ҡалдырып, атайыбыҙ үҙе теләп фронтҡа китте. 1942 йылда ғәзиз балалары, һөйөклө хәләл ефете — әсәйебеҙ менән хушлашып, яратҡан йыры “Зөлхизә”не һуңғы тапҡыр йырланы...
Алты балабыҙ тыуҙы, барыһы ла урындағы урта мәктәпте тамамланы. Биш улыбыҙ ҙа ошо йорттан әрме хеҙмәтенә алынып, матур хеҙмәт итеп, иҫән-һау әйләнеп ҡайтты. Ошо ауылда бөтә бала­ларымдың да туйҙарын үткәрҙек, йорт алдындағы хәтфә үләндә ейән-ейәнсәр­ҙәребеҙ йүгереп йөрөп уйнаны. Ситтә йәшәп, ялға, ҡунаҡҡа, туйҙарға ҡайтҡан балаларым, яҡын туғандарым шатлыҡ-ҡайғыларыбыҙҙы ауылдаштарыбыҙ менән бер булып уртаҡлашты, ошо йортҡа именлек, изгелек теләне.
Күп һыуҙар аҡты ул ғибрәтле лә, бә­хетле лә йылдарҙан һуң. Заманында үҙ итеп, беҙҙең ҙур ғаиләне һыйындырған Ба­йыш ауылына, уның мәрхәмәтле кеше­ләренә ниндәй ҙә булһа файҙа килтереү, изгелек ҡылыу теләге биләп алды күңе­лемде. Иң тәүге эшем шул булды: ауыл һәм мәктәп тарихы менән шөғөлләнә башлаған кеше булараҡ, Бөйөк Еңеүҙең 50 йыллығына — 1995 йылдың 9 Майына ауыл тарихына бәйле ҙур ғына стенд яһап ҡуйҙым. Халыҡ оҡшатты. Күңелемә ятҡан икенсе эшем — 2001 йылдың 23 апре­лендә Байышта йәшәгән улым Фуаттың йорт ихатаһы аръяғында, Ҡаршытау битендә, бармаҡ буйы ғына 103 төп ағас үҫентеһе (64-е — ҡарағай, 39-ы — ҡайын) ултырттым.
Майҙанды кәртәләү өсөн ағас йүнләүҙә урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре Анатолий Михайлов, Ғәли Шаһивәлиев, Фәнис Назаров ярҙам итһә, уны килтереү һәм кәртә­ләүҙә, үҫентеләрҙе ултыртыуҙа урмансы Ғәли Ваһапов, уҡытыусы Миңлебай Йәр­кәев, уҡыусылар Рәшит Әхтәрйәнов, Денис Ураҙов, Айрат Йомалин, улдарым Диас, Фуат, Азамат, Салауат, Юлай, Стәр­ленән ҡунаҡҡа килгән ҡыҙым менән кейәүем, ейән-ейәнсәрҙәрем Денис, Юнир, Ләйсән бик тырышып, ихлас эшләне. Уларҙы әйҙүкләп, ашын-сәйен әҙерләп торған Миңйыһан килендең хеҙмәте лә маҡтауға лайыҡ. Шундай файҙалы һәм, әйтергә кәрәк, тарихта ҡала торған был ғәмәлдә ҡатнашыуҙарын тойҙомо икән был изгелекле заттар, әллә юҡмы?
Былтырғы апрель айында ағастарҙы ултыртыуға теүәл 16 йыл булды. Ер-туп­рағым уларҙы ҡабул итте. Был минең үҙем һәм бөтөн әҡрәбәләрем өсөн ифрат та ҡыуаныслы һәм тарихи хәл ине, хәҙер инде улар ете-һигеҙ метр оҙонлоҡтағы йәш, көслө бәһлеүән булып күккә олғаш­ҡан.
“Матур ағастар янында тормош та матур булырға тейеш”, — тигән бөйөк рус яҙыу­сы­һы А.П. Чехов. Барлыҡ балаларыма, туғандарыма, бөтөн Байыш ауылы кеше­ләренә мин дә именлек, матур тормош теләйем.

Булат АҠМАНОВ,
Байыш ауылының
почетлы гражданы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 059

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 578

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 779

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 605

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 461

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 417

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 673

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 409

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 574