2000 йылдың сентябрендә ғаилә хәлдәренә бәйле Байыштан Иҫәнғолға күсеп китергә тура килде. Еңел булманы был минең өсөн. Ошонда 63 йыл йәшәп, икенсе йәнтөйәгемә әйләнгән, тәүге мөхәббәтемде тапҡан ауылдан бер һелтәүҙә сығып китергә көсөм етмәне.Байыш мәктәбендә һуғышҡа тиклем — атайым, һуғыш йылдарында өлкән апайым Миңзифа уҡытыусы, директор булды. Үҙем ете класты бөтөрөп, дүрт йыл колхозда эшләнем. Артабан педучилище, ике институт тамамлап, ошонда уҡ 40 йыл уҡытыусылыҡ иттем. Ауылда өй һалып, ун балаһын ҡалдырып, атайыбыҙ үҙе теләп фронтҡа китте. 1942 йылда ғәзиз балалары, һөйөклө хәләл ефете — әсәйебеҙ менән хушлашып, яратҡан йыры “Зөлхизә”не һуңғы тапҡыр йырланы...
Алты балабыҙ тыуҙы, барыһы ла урындағы урта мәктәпте тамамланы. Биш улыбыҙ ҙа ошо йорттан әрме хеҙмәтенә алынып, матур хеҙмәт итеп, иҫән-һау әйләнеп ҡайтты. Ошо ауылда бөтә балаларымдың да туйҙарын үткәрҙек, йорт алдындағы хәтфә үләндә ейән-ейәнсәрҙәребеҙ йүгереп йөрөп уйнаны. Ситтә йәшәп, ялға, ҡунаҡҡа, туйҙарға ҡайтҡан балаларым, яҡын туғандарым шатлыҡ-ҡайғыларыбыҙҙы ауылдаштарыбыҙ менән бер булып уртаҡлашты, ошо йортҡа именлек, изгелек теләне.
Күп һыуҙар аҡты ул ғибрәтле лә, бәхетле лә йылдарҙан һуң. Заманында үҙ итеп, беҙҙең ҙур ғаиләне һыйындырған Байыш ауылына, уның мәрхәмәтле кешеләренә ниндәй ҙә булһа файҙа килтереү, изгелек ҡылыу теләге биләп алды күңелемде. Иң тәүге эшем шул булды: ауыл һәм мәктәп тарихы менән шөғөлләнә башлаған кеше булараҡ, Бөйөк Еңеүҙең 50 йыллығына — 1995 йылдың 9 Майына ауыл тарихына бәйле ҙур ғына стенд яһап ҡуйҙым. Халыҡ оҡшатты. Күңелемә ятҡан икенсе эшем — 2001 йылдың 23 апрелендә Байышта йәшәгән улым Фуаттың йорт ихатаһы аръяғында, Ҡаршытау битендә, бармаҡ буйы ғына 103 төп ағас үҫентеһе (64-е — ҡарағай, 39-ы — ҡайын) ултырттым.
Майҙанды кәртәләү өсөн ағас йүнләүҙә урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре Анатолий Михайлов, Ғәли Шаһивәлиев, Фәнис Назаров ярҙам итһә, уны килтереү һәм кәртәләүҙә, үҫентеләрҙе ултыртыуҙа урмансы Ғәли Ваһапов, уҡытыусы Миңлебай Йәркәев, уҡыусылар Рәшит Әхтәрйәнов, Денис Ураҙов, Айрат Йомалин, улдарым Диас, Фуат, Азамат, Салауат, Юлай, Стәрленән ҡунаҡҡа килгән ҡыҙым менән кейәүем, ейән-ейәнсәрҙәрем Денис, Юнир, Ләйсән бик тырышып, ихлас эшләне. Уларҙы әйҙүкләп, ашын-сәйен әҙерләп торған Миңйыһан килендең хеҙмәте лә маҡтауға лайыҡ. Шундай файҙалы һәм, әйтергә кәрәк, тарихта ҡала торған был ғәмәлдә ҡатнашыуҙарын тойҙомо икән был изгелекле заттар, әллә юҡмы?
Былтырғы апрель айында ағастарҙы ултыртыуға теүәл 16 йыл булды. Ер-тупрағым уларҙы ҡабул итте. Был минең үҙем һәм бөтөн әҡрәбәләрем өсөн ифрат та ҡыуаныслы һәм тарихи хәл ине, хәҙер инде улар ете-һигеҙ метр оҙонлоҡтағы йәш, көслө бәһлеүән булып күккә олғашҡан.
“Матур ағастар янында тормош та матур булырға тейеш”, — тигән бөйөк рус яҙыусыһы А.П. Чехов. Барлыҡ балаларыма, туғандарыма, бөтөн Байыш ауылы кешеләренә мин дә именлек, матур тормош теләйем.
Булат АҠМАНОВ,
Байыш ауылының
почетлы гражданы.