Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Иң шәп китап бала өсөн яҙылырға тейеш
Иң шәп китап бала өсөн яҙылырға тейешИжад кешеләре үҙ-ара бәхәсләшә, фекерләшә, өлкәнерәктәр йәштәргә кәңәш бирә, юл күрһәтә. Динә апай Талхина менән йыш аралашырға насип булманы миңә. Әммә яҙышҡан йәш ҡәләмдәше күреп, үҙе һүҙ ҡушып, балалар әҙәбиәте өсөн дә ижад итергә өндәгәне булды. З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә эшләп йөрөгән, исемле әҙибәнең иғтибарына ҡыуанһам да, әллә ни тығыҙ бәйләнештә эшләргә насип булманы. Динә Азат ҡыҙының Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы Мәтәл ауылында тыуғанын, 1-се республика мәктәп-интернатында белем алғанын беләм. Йәшлегем менән, хатта яҡташ булмаһа ла, шул тиклем яҡты мөнәсәбәт күрһәтеүен аңлап та етмәгәнмендер. Ул, күрәһең, үҙе шулай ижадсыларға, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙ яҙыусыларға бик иғтибарлы булған.


Бер мәл Динә апайҙы аралашыу офо­ғомдан юғалттым. Баҡтиһәң, ул эшендә зыянланып, ауыр тән йә­рәхәттәре алып өйөндә ята икән. Ошоно ишетеп күп тә үтмәне, ул үҙе шылтыратты. Һәр ваҡыттағыса тауышы көр, үҙе йылы, ихлас һөйләшә. Хатта әллә теге хәбәр дөрөҫ булманымы икән, тип тә уйлап ҡуйҙым. Берәй осрашып әңгәмә­ләшергә лә теләүен белдерҙе ул, шул уҡ ва­ҡытта түшәктә ятыуын, күрешеү ваҡытын үҙе билдәләрен дә әйтте. Ҡабат аралаш­маныҡ та шикелле... Әммә икебеҙҙең дә бер-бер артлы июль аҙағында донъяға килгәнде әйткән шағирә ана шул күңел йылылығы менән хәтергә инеп ҡалды.
Иң шәп китап бала өсөн яҙылырға тейешДинә Талхина 1977 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамам­лаған. 1974 йылдан Учалы районындағы Миндәк урта мәктәбендә инглиз теленән, урыҫ теленән һәм әҙәбиәтенән дәрестәр биргән. Ә инде 1977 йылда райондың “Ураҡ һәм сүкеш” гәзитенең бү­лек мөдире булған, 1981—2005 йылдарҙа З. Биишева исемендәге “Китап” нәш­риәтенең мөхәррире һәм бүлек мөдире вази­фаһын башҡарған.
Уҙған быуаттың 80-се йылдарында әҙәбиәткә килгән ижадсы тәүге йыйынтығын да бәләкәстәргә бағышлаған: 1989 йылда “Тылсымлы күлдәктәр” тигән беренсе китабы донъя күргән. “Бармаҡ­тарым арыны” (1991), “Күңелле әлифба”, “Әйтергә өйрәнәбеҙ” (2007), “Зәңгәркүҙ әкиәттәре” (1993), “Веселая азбука” (1993) исемле китаптары ла – балалар өсөн. “Йөрәгемдә йырҙар йөрөтәм” (1977), “Йөрәгем — юнысҡы” (2001), “Йөрәгемә йылдар йомола” (2002), “Мин — аҡтамыр” (2006) шиғри йыйынтыҡтары ла үҙе иҫән саҡта сығып өлгөргән.
Әҙәбиәткә ул өлкәндәр өсөн яҙған шиғырҙары, хикәйәләре менән килеп ингән, әммә ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем балалар өсөн ижад иткән. Уның һүҙҙәренә композиторҙар Салауат Низаметдинов, Роза Сәхәүетдинова йырҙар яҙған. Шағирәнең әҫәрҙәре азербайжан, урыҫ, татар тел­дәренә тәржемә ителгән. 1992 йылдан ул Башҡортостандың Яҙыусылар союзына ағза итеп алынған. Ә 2003 йылда “Башҡортостан Респуб­ликаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған.
Уның менән аралашҡандар шағирәнең тәрән күңеле хаҡында бына нимәләр яҙа: “Динә Тал­хи­наның ижадын тын ғына аҡҡан йылғаға оҡ­шатам. Күңел күҙе күргәнгә тәрән, мул ул”, – ти шағирә Гөлназ Ҡотоева. Яҙыусы, драматург Таңсулпан Ғарипованың: “Үлгән кешене лә терелтерҙәй һүҙҙәр таба белә ине Динә. Яҙыу­сыларҙы балалар өсөн яҙырға өндәр, һорар ине. Нәшриәттә балалар секторы булдырылһын, кескәйҙәргә яҙған авторҙарға тейешле гонорар түләнһен, башҡа китаптарына ҡамасау булмаһын тип яныуҙары әле һаман күҙ алдымда”, — тигән юлдарын уҡып, күңел тетрәп китте. Үҙен һис аямай башҡаларға, әҙәбиәткә өләшмәнеме икән юғары маҡсатлы шағирә? Халыҡ ижады рухы менән һуғарылған яҙғандары – балалар әҙә­биәтендә уның үҙ урыны барлығына дәлил.
Яңыраҡ З. Биишева исемендәге “Китап” нәш­риәтендә шағирәнең балалар өсөн яҙған проза әҫәрҙәре донъя күрҙе. Динә апайҙың быйыл тыуыуына – 65, ә арабыҙҙан китеүенә 10 йыл да булып киткән икән. “Япраҡ йәшергән сер” йыйын­ты­ғы кесе һәм урта йәш­тәге балалар өсөн тә­ғәйен­ләнгән. “Ҡояш апай” хикәйәһен гәзит уҡыусы­ларға ла тәҡ­дим итәбеҙ.
Йәнең йәннәттә бул­һын, бар ғүмереңде ба­ла­ларҙы китаплы итеү­ҙе, матур әҙәби һүҙ ишетеп үҫ­тереүҙе маҡсат итеп ҡуйған әҙибә! Иң шәп ки­тап, ысынлап та, бала өсөн яҙылырға тейеш. Ана шулай тәрбиә­ләнә киләсәк уҡыусыһы, халыҡ­тың бөгөнгөһө!
Динә апайҙың күңеленең асылы шиғырҙарында асыҡ сағыла. Донъяға ҡарашы китаптарының исеменә лә күскән. Ә “Мин – аҡтамыр” тигән шиғыры, әйтерһең, киләсәктә лә йырлап торор ижады хаҡында һөйләй:
Мин – аҡтамыр.
Мин һаҡ тамыр.
Өҫтөмә
Ямғыр тамыр.
Йәйғор таныр.
Йәшел үлән-келәмде
Иркәләр ебәк елдәр.
Йәшел үлән-келәмгә
Сигелер меңәр гөлдәр.
Хоҙай биргән ҡотло ерем
Тамырымды ныҡ тотор.
Ҡыяғым күккә ҡарап,
Ҡояш нурҙарын йотор.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 059

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 579

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 779

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 605

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 461

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 417

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 673

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 409

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 575