Ижад кешеләре үҙ-ара бәхәсләшә, фекерләшә, өлкәнерәктәр йәштәргә кәңәш бирә, юл күрһәтә. Динә апай Талхина менән йыш аралашырға насип булманы миңә. Әммә яҙышҡан йәш ҡәләмдәше күреп, үҙе һүҙ ҡушып, балалар әҙәбиәте өсөн дә ижад итергә өндәгәне булды. З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә эшләп йөрөгән, исемле әҙибәнең иғтибарына ҡыуанһам да, әллә ни тығыҙ бәйләнештә эшләргә насип булманы. Динә Азат ҡыҙының Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы Мәтәл ауылында тыуғанын, 1-се республика мәктәп-интернатында белем алғанын беләм. Йәшлегем менән, хатта яҡташ булмаһа ла, шул тиклем яҡты мөнәсәбәт күрһәтеүен аңлап та етмәгәнмендер. Ул, күрәһең, үҙе шулай ижадсыларға, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙ яҙыусыларға бик иғтибарлы булған.
Бер мәл Динә апайҙы аралашыу офоғомдан юғалттым. Баҡтиһәң, ул эшендә зыянланып, ауыр тән йәрәхәттәре алып өйөндә ята икән. Ошоно ишетеп күп тә үтмәне, ул үҙе шылтыратты. Һәр ваҡыттағыса тауышы көр, үҙе йылы, ихлас һөйләшә. Хатта әллә теге хәбәр дөрөҫ булманымы икән, тип тә уйлап ҡуйҙым. Берәй осрашып әңгәмәләшергә лә теләүен белдерҙе ул, шул уҡ ваҡытта түшәктә ятыуын, күрешеү ваҡытын үҙе билдәләрен дә әйтте. Ҡабат аралашманыҡ та шикелле... Әммә икебеҙҙең дә бер-бер артлы июль аҙағында донъяға килгәнде әйткән шағирә ана шул күңел йылылығы менән хәтергә инеп ҡалды.
Динә Талхина 1977 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлаған. 1974 йылдан Учалы районындағы Миндәк урта мәктәбендә инглиз теленән, урыҫ теленән һәм әҙәбиәтенән дәрестәр биргән. Ә инде 1977 йылда райондың “Ураҡ һәм сүкеш” гәзитенең бүлек мөдире булған, 1981—2005 йылдарҙа З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенең мөхәррире һәм бүлек мөдире вазифаһын башҡарған.
Уҙған быуаттың 80-се йылдарында әҙәбиәткә килгән ижадсы тәүге йыйынтығын да бәләкәстәргә бағышлаған: 1989 йылда “Тылсымлы күлдәктәр” тигән беренсе китабы донъя күргән. “Бармаҡтарым арыны” (1991), “Күңелле әлифба”, “Әйтергә өйрәнәбеҙ” (2007), “Зәңгәркүҙ әкиәттәре” (1993), “Веселая азбука” (1993) исемле китаптары ла – балалар өсөн. “Йөрәгемдә йырҙар йөрөтәм” (1977), “Йөрәгем — юнысҡы” (2001), “Йөрәгемә йылдар йомола” (2002), “Мин — аҡтамыр” (2006) шиғри йыйынтыҡтары ла үҙе иҫән саҡта сығып өлгөргән.
Әҙәбиәткә ул өлкәндәр өсөн яҙған шиғырҙары, хикәйәләре менән килеп ингән, әммә ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем балалар өсөн ижад иткән. Уның һүҙҙәренә композиторҙар Салауат Низаметдинов, Роза Сәхәүетдинова йырҙар яҙған. Шағирәнең әҫәрҙәре азербайжан, урыҫ, татар телдәренә тәржемә ителгән. 1992 йылдан ул Башҡортостандың Яҙыусылар союзына ағза итеп алынған. Ә 2003 йылда “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған.
Уның менән аралашҡандар шағирәнең тәрән күңеле хаҡында бына нимәләр яҙа: “Динә Талхинаның ижадын тын ғына аҡҡан йылғаға оҡшатам. Күңел күҙе күргәнгә тәрән, мул ул”, – ти шағирә Гөлназ Ҡотоева. Яҙыусы, драматург Таңсулпан Ғарипованың: “Үлгән кешене лә терелтерҙәй һүҙҙәр таба белә ине Динә. Яҙыусыларҙы балалар өсөн яҙырға өндәр, һорар ине. Нәшриәттә балалар секторы булдырылһын, кескәйҙәргә яҙған авторҙарға тейешле гонорар түләнһен, башҡа китаптарына ҡамасау булмаһын тип яныуҙары әле һаман күҙ алдымда”, — тигән юлдарын уҡып, күңел тетрәп китте. Үҙен һис аямай башҡаларға, әҙәбиәткә өләшмәнеме икән юғары маҡсатлы шағирә? Халыҡ ижады рухы менән һуғарылған яҙғандары – балалар әҙәбиәтендә уның үҙ урыны барлығына дәлил.
Яңыраҡ З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә шағирәнең балалар өсөн яҙған проза әҫәрҙәре донъя күрҙе. Динә апайҙың быйыл тыуыуына – 65, ә арабыҙҙан китеүенә 10 йыл да булып киткән икән. “Япраҡ йәшергән сер” йыйынтығы кесе һәм урта йәштәге балалар өсөн тәғәйенләнгән. “Ҡояш апай” хикәйәһен гәзит уҡыусыларға ла тәҡдим итәбеҙ.
Йәнең йәннәттә булһын, бар ғүмереңде балаларҙы китаплы итеүҙе, матур әҙәби һүҙ ишетеп үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуйған әҙибә! Иң шәп китап, ысынлап та, бала өсөн яҙылырға тейеш. Ана шулай тәрбиәләнә киләсәк уҡыусыһы, халыҡтың бөгөнгөһө!
Динә апайҙың күңеленең асылы шиғырҙарында асыҡ сағыла. Донъяға ҡарашы китаптарының исеменә лә күскән. Ә “Мин – аҡтамыр” тигән шиғыры, әйтерһең, киләсәктә лә йырлап торор ижады хаҡында һөйләй:
Мин – аҡтамыр.
Мин һаҡ тамыр.
Өҫтөмә
Ямғыр тамыр.
Йәйғор таныр.
Йәшел үлән-келәмде
Иркәләр ебәк елдәр.
Йәшел үлән-келәмгә
Сигелер меңәр гөлдәр.
Хоҙай биргән ҡотло ерем
Тамырымды ныҡ тотор.
Ҡыяғым күккә ҡарап,
Ҡояш нурҙарын йотор.