Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Алтындан алдын мәсьәлә”
“Алтындан алдын мәсьәлә”Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала журналист, яҙыусы Рәсүл Сәғитов Башҡорт дәүләт университеты һәм Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары менән осрашты. Быға уның “Алтындан алдын мәсьәлә” тип аталған яңы, етенсе, китабы донъя күреүе сәбәпсе булды.
Баҫмала телмәр күркәмлеге, нәфис һүҙ әһәмиәте мәсьәләләренә ҙур иғтибар бирелә, эфир теле серҙәре асыла, автор ижтимағи-сәйә­си, социаль-иҡтисади, рухи-мәҙәни өлкәләр­гә ҡараған күп проблемаларға үҙенсәлекле ҡарашын белдерә, хикмәтле хикәйәләр ҙә урын алған. Буласаҡ педагог һәм журналистар ошо һөнәрҙәр, яҙыусылыҡ, тәржемә эшмәкәрлеге һәм башҡа йүнәлештәр буйынса һорауҙарға яуап алды. Рәсүл Сәғитов граждандар йәмғиә­тен, илһөйәрлек тойғоһон үҫтереү буйынса фекерҙәре менән дә уртаҡлашты, сөнки ул – “Юлдаш” радиоһында бүлек етәксеһе, “Асыҡ студия” программаһын алып барыусы булыуы менән бергә, Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы ағзаһы ла.
Осрашыуҙа шулай уҡ республиканың Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, Өфө дәүләт авиация техник университеты профессоры Фәнил Фәйзуллин, тележурналист Гөлдәриә Йосопова ҡатнашты һәм сығыш яһаны. Улар сара геройының радио тапшырыуҙары, мәҡәләләре һәм китаптарының юғары ижтимағи әһәмиәтен билдәләне.
Рәсүл Сәғитов – Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙә­ниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, республика Хөкүмәтенең Ш. Хоҙайбирҙин исе­мендәге премияһы лауреаты.


Автор: Ә. ФӘЙЕЗОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 059

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 578

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 779

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 605

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 461

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 417

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 673

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 409

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 574