Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала журналист, яҙыусы Рәсүл Сәғитов Башҡорт дәүләт университеты һәм Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары менән осрашты. Быға уның “Алтындан алдын мәсьәлә” тип аталған яңы, етенсе, китабы донъя күреүе сәбәпсе булды.Баҫмала телмәр күркәмлеге, нәфис һүҙ әһәмиәте мәсьәләләренә ҙур иғтибар бирелә, эфир теле серҙәре асыла, автор ижтимағи-сәйәси, социаль-иҡтисади, рухи-мәҙәни өлкәләргә ҡараған күп проблемаларға үҙенсәлекле ҡарашын белдерә, хикмәтле хикәйәләр ҙә урын алған. Буласаҡ педагог һәм журналистар ошо һөнәрҙәр, яҙыусылыҡ, тәржемә эшмәкәрлеге һәм башҡа йүнәлештәр буйынса һорауҙарға яуап алды. Рәсүл Сәғитов граждандар йәмғиәтен, илһөйәрлек тойғоһон үҫтереү буйынса фекерҙәре менән дә уртаҡлашты, сөнки ул – “Юлдаш” радиоһында бүлек етәксеһе, “Асыҡ студия” программаһын алып барыусы булыуы менән бергә, Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы ағзаһы ла.
Осрашыуҙа шулай уҡ республиканың Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, Өфө дәүләт авиация техник университеты профессоры Фәнил Фәйзуллин, тележурналист Гөлдәриә Йосопова ҡатнашты һәм сығыш яһаны. Улар сара геройының радио тапшырыуҙары, мәҡәләләре һәм китаптарының юғары ижтимағи әһәмиәтен билдәләне.
Рәсүл Сәғитов – Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, республика Хөкүмәтенең Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты.