Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әйт, ауылым, ҡайҙа һуң моң?..
Әйт, ауылым, ҡайҙа һуң моң?..Йәйге оҙон төндәрҙә ауыл урамдарында яңғыраған “Рамай” моңо, “Түңәрәк күл”, “Наза” уйындары, тальян гармун тауышы иҫегеҙҙәме? Ә мин иҫләмәйем, бындай көйҙәрҙе тыңлап үҫкән кеше түгелмен... Ә шулай ҙа күңелдәрҙе елкендергән моң – мәңгелек. Думбыра, скрипка сыңы ла, ҡурай моңо ла, пианино, фортепиано көйө лә, орган йәки гармун тауышы ла.
Гармун тигәндән, музыкант, халыҡ-ара конкурстар еңеүсеһе, Магнитогорск ҡалаһында тыуып үҫкән Хәйҙәр Яҡшыбаев менән бөгөнгө әңгәмәбеҙ.



– Хәйҙәр ағай, моңло һәм киң ижад юлығыҙҙың инеше ҡайҙан?
– Атай-әсәйем Хәмдиә һәм Солтангәрәй Яҡшыбаевтар сы­ғышы менән Белорет яғынан. Әле булһа иҫемдә, йәй етһә, ауыл егеттәре менән тау башында усаҡ янына йә булмаһа клубҡа кемуҙарҙан гармун тартырға йыйылабыҙ, бейеп күңел асабыҙ, хатта үҙ-ара ыҙғыштар ҙа ошо моң аҫтында хәл ителә. Шуға ла ул саҡтарҙа нисек гармунда уйнарға өйрәнәм тигән һорау бер кемде лә борсомағандыр ул, һәр ауылда һәр йәш кеше өҙҙөрөп уйнай ине – был шулай булырға тейеш кеүек булды. Төнгө урамда ҡайҙандыр ишетелгән гармун тауышының көйөн тыңлап кем уйнағанын аңлай торғайныҡ шулай.
Бәләкәй саҡта иһә нисектер гармунда, баянда уйнау теләге юҡ та ине. Атайым гармунда, ҡурайҙа уйнаған. Ә бына шаян, шуҡ малайға дөрөҫ йүнәлеш биреп ебәргән кеше ул әсәйем булғандыр. Уға рәхмәт. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа хәрби кәрәк-яраҡ ҡалдыҡтары менән ҡыҙыҡһынып, ҡала малайҙары менән дәртлә­неп-буталып йөрөгән мине тотоп алып, ҡолағымдан һөйрәп тиерлек Магнитогорск ҡала­һындағы 2-се музыка мәктәбенә алып барҙы ул. Баян класын тамамланым. Тырышлығымдың тәүге емеше “Урал кубогы”н яулау булғандыр...
– Уҡыған йылдарҙағы хәти­рә­ләрегеҙ менән дә уртаҡлаш­һағыҙ ине...
– Музыка мәктәбендә фортепианола уйнарға өйрәндем. Башта уҡытыусым ҡул-бармаҡтарға һуға бит... Ни өсөн тигән һора­уыма, “бармаҡтарың ҡыҫҡа” тип шелтәләй. Мин бит үҙем дә ҙур түгел, тим... Шулай ҙа сәбәптең тәрәндәрәк булыуын аңлап, дә­рескә тырышып әҙер­ләнә башланым. Ҙур үҫкәнмен дә инде, бер өйгә эш бирелһә – ике, ике эш булһа, өс көй уйнарға өйрәнеп киләм. Уҡытыусым да хәҙер асыу­ланмай. Тырышлыҡ серен аң­ланым шунда. Мәктәпте биш түгел, өс йылда уңышлы тамамланым. Училищела уҡыған йыл­дарҙа баян алыу хәлебеҙҙән кил­мәй ине, унһыҙ уҡыным. Өфөгә сәнғәт институтына килгәс, “инс­трумент­һыҙ уҡырға алмайбыҙ” тинеләр. Шул ваҡытта Заһир ағай Исмәғилевтең, Хәйҙәр кеүек йәш­тәрҙе институтта уҡыт­майынса булмай, тигәне иҫемдә. Ни хәл итәһең, мөмкинлек булмағас, форсаты булған һайын уҡыу йортоноң баянында уйнап, оло теләк һәм ҡыҙыҡһыныу менән тырыша торғас, һөнәрле булдым.
– Череповец ҡалаһында үткән конкурста яулаған еңеүе­геҙ хаҡында һөйләгеҙ әле.
– Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы Байрамғол ауылы мәк­тәбендә директор булып, уҡытып йөрөгән саҡтар. Череповец ҡала­һының “Русский север” дәүләт ансамбле оркестрына төп баянсы итеп ҡабул итеү өсөн конкурс иғлан ителгәс, ҡатыныма еңергә һүҙ биреп, шунда юл тоттом. Бар­һам, һәр кем ул саҡтағы “Мир”, “Юпитер” кеүек ҡиммәтле генә үҙ музыка ҡоралдары менән, береһе бер биреп торорға риза түгел. Баһалаусылар залда бул­ған иң ябай “Восток” баянында уйнарға тәҡдим итте. Уйнаным. Тынлыҡ, аптырауҙар... Яңынан-яңы көйҙө уйнауҙы һорауҙар... Рәхәтләнеп һыҙҙы­рам. Ниндәй юғары һәләт, рус милләтенән булмаған кеше, нисек шулай уйнайһығыҙ, тиҙәр миңә. Беҙҙең Уралда барыһы ла уйнай, тием. Мәктәптәге әҙерлек булғандыр инде, һүҙһеҙ ансамбл­гә эшкә алдылар, ғаиләбеҙ менән унда күсеп барҙыҡ. Ун йыл эшләгәндән һуң, опера сәнғәтенең тыуған ере – Италияға киттек.
– Күптән түгел Өфөгә ҡайт­тығыҙ. Бөгөн һеҙ “Рәсәйҙең иң яҡшы гармунсыһы” исеменә лайыҡһығыҙ. Италияла үткән халыҡ-ара конкурста һеҙҙе абсолют еңеүсе итеп таныйҙар, француздарҙың да оло һөйө­үен яулағанһығыҙ. Ғөмүмән, ундағы халыҡ илһамлы моң сәнғәтен нисек ҡабул итә?
– Италияла музыка сәнғәтен бик ихтирам итәләр. Беҙҙә нисектер кешеләрҙе тормош баҫҡан кеүек, ә ундағы халыҡ бик ихлас һәм асыҡ йөҙлө. Урамда китеп барышлай бергә йыйылып йәки музыкантҡа ҡушылып йырларға мөмкиндәр, ә тауыштары – Хоҙай биргән һәләт – тәбиғәттән һәм шул хәтлем матур. Нисектер үҙе­беҙҙә лә шулай бер Еңеү байрамы көнөндә халыҡ йыйылып, йәшлектәрен иҫкә төшөрөп йырлай торғайны. Һирәк күренеш, әммә шатлыҡлы, беҙҙә лә кеше асылһын, йөрәгендәге моң-хисен тартынмайынса сығара белһен ине тигән уй тыуа. Француздар ҙа, Венеция халҡы ла – юғары сәнғәткә ғашиҡ кешеләр, профессиональ музыканттарҙы нин­дәйҙер исем йә ҡаҙаныштары өсөн түгел, ә юғары оҫталыҡтары өсөн ихлас баһалайҙар. Италияла йәш быуын органетто тип атал­ған гармунға оҡшаш музыка ҡоралында оло ҡыҙыҡһыныу менән уйнарға өйрәнә. Беҙҙә лә бит мәктәптәрҙә, юғары уҡыу йорттарында йәш быуынға эстетик тәрбиә биреү йәһәтенән төрлө музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәтеү мөмкинлеге бар.
Баш ҡала урамдарында йәш быуындың гитара, скрипка, һуҡма ҡоралдарҙа уйнап тороуын күреп һоҡланам. Бына был үҙеңде иркен тойоу, иреклек. Тимәк, кеше күңелендә моң йәшәй, тере ул моң.
Шулай ҙа Өфөлә музыканттар уйнай алырлыҡ тәғәйен ерҙәр етешмәй. Халыҡ килеп тыңлар, һоҡланыр ине. Мәҫәлән, электрон ҡоралдар өсөн ҡала майҙан­дарында айырым урындар бул­дырырға мөмкин бит. Ысын талант өсөн дан, исем кәрәкмәй, был – күңел талабы.
– Төрлө музыка ҡорал­дарында уйнаған виртуоз музыкант, уйын ҡоралда­рының яңы төрҙәрен яһаған тәжрибә­ле оҫта, моңдо нескә тойған музыка белгесе була­раҡ, илаһи сәнғәт донъя­һында кемде үрнәк итеп һанай­һығыҙ?
– Үҙ халҡыбыҙҙың беренсе профессиональ композиторы Әхмәт Сөләймәновҡа һәм уның ижадына оло ихтирам менән ҡарайым. Беҙ, бәлки, ҡәҙерләп тә етмәгән уникаль һәләткә эйә, күптәргә өлгө булырлыҡ халыҡ­сан, рухлы ижад кешеһе. Сәнғәте­беҙ үҫеше өсөн ошо оҫтаның алдында бурыслыбыҙ.
– Нисек уйлайһығыҙ, Баш­ҡорт­останда гармун, баян, аккордеон сәнғәтенең киләсәге бармы?
– Сәнғәткә баһа – ул кеше­ләрҙәге күңел матурлығы, эстетик зауыҡ. Бына ошо матурлыҡҡа ынтылған, ихлас һәм иғтибарлы булған осраҡта сәнғәттең килә­сәге буласаҡ. Ғаиләбеҙҙә улым Рөстәм сәнғәт юлынан бара. Минең ҙур теләгем – кеше моңдо юлдаш итеп алһын ине, сөнки ул – матурлыҡҡа, батырлыҡҡа әйҙәгән көс. Бына ошоға бәйле бер ҡыҙыҡлы ғына факт. Бөйөк Ватан һуғышының иң ауыр мәл­дәрендә беҙҙең музыканттарҙы, гармунсыларҙы алғы сафҡа сы­ғарғандар. Сөнки моң кешене еңеүгә әйҙәй, көслө булырға саҡыра, рухландыра, яҡтылыҡҡа өмөт уята. Моңдоң асылы шунан ғибәрәт. Мин дә ошо юлда үҙ өлөшөмдө индерергә тырышам. Гармун, баян йәки аккордеонда бөтә халыҡтарҙың көйҙәрен дә уйнарға мөмкин. Киләсәктә ошо йүнә­лештә йәш быуынға һабаҡ биреү, төрлө халыҡтар ҡора­лының нескә серҙәренә төшөн­дөрөү теләге лә бар.
Тиҙҙән Өфө сәнғәт учили­ще­һының Федор Шаляпин исе­мендәге концерт залында минең беренсе “Гармоника” тип аталған концертым үтәсәк. Моң һөйөү­селәрҙе – йәштәрҙе, йәшлек хә­тирәләрендә гармун, баян моңон һаҡлаусы өлкән быуынды, сәнғәт донъяһына ғашиҡтарҙы ошо бай сараға саҡырам.
– Үҙенсәлекле фекерҙәрегеҙ, ихлас һүҙҙәрегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә, Хәйҙәр ағай. Һеҙгә тағы ла күп йылдарға етерлек моң-дәрт, ижади бейеклектәр, уңыш­­тар, иҫәнлек-һаулыҡ теләй­беҙ. 23 октябрҙә киске сәғәт 7-лә була­саҡ концер­тығыҙға ла халыҡ оло теләк һәм ҡыҙыҡһыныу менән килер тип ышанабыҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 059

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 578

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 779

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 605

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 460

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 417

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 673

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 409

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 574