Йәйге оҙон төндәрҙә ауыл урамдарында яңғыраған “Рамай” моңо, “Түңәрәк күл”, “Наза” уйындары, тальян гармун тауышы иҫегеҙҙәме? Ә мин иҫләмәйем, бындай көйҙәрҙе тыңлап үҫкән кеше түгелмен... Ә шулай ҙа күңелдәрҙе елкендергән моң – мәңгелек. Думбыра, скрипка сыңы ла, ҡурай моңо ла, пианино, фортепиано көйө лә, орган йәки гармун тауышы ла.
Гармун тигәндән, музыкант, халыҡ-ара конкурстар еңеүсеһе, Магнитогорск ҡалаһында тыуып үҫкән Хәйҙәр Яҡшыбаев менән бөгөнгө әңгәмәбеҙ.– Хәйҙәр ағай, моңло һәм киң ижад юлығыҙҙың инеше ҡайҙан?
– Атай-әсәйем Хәмдиә һәм Солтангәрәй Яҡшыбаевтар сығышы менән Белорет яғынан. Әле булһа иҫемдә, йәй етһә, ауыл егеттәре менән тау башында усаҡ янына йә булмаһа клубҡа кемуҙарҙан гармун тартырға йыйылабыҙ, бейеп күңел асабыҙ, хатта үҙ-ара ыҙғыштар ҙа ошо моң аҫтында хәл ителә. Шуға ла ул саҡтарҙа нисек гармунда уйнарға өйрәнәм тигән һорау бер кемде лә борсомағандыр ул, һәр ауылда һәр йәш кеше өҙҙөрөп уйнай ине – был шулай булырға тейеш кеүек булды. Төнгө урамда ҡайҙандыр ишетелгән гармун тауышының көйөн тыңлап кем уйнағанын аңлай торғайныҡ шулай.
Бәләкәй саҡта иһә нисектер гармунда, баянда уйнау теләге юҡ та ине. Атайым гармунда, ҡурайҙа уйнаған. Ә бына шаян, шуҡ малайға дөрөҫ йүнәлеш биреп ебәргән кеше ул әсәйем булғандыр. Уға рәхмәт. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа хәрби кәрәк-яраҡ ҡалдыҡтары менән ҡыҙыҡһынып, ҡала малайҙары менән дәртләнеп-буталып йөрөгән мине тотоп алып, ҡолағымдан һөйрәп тиерлек Магнитогорск ҡалаһындағы 2-се музыка мәктәбенә алып барҙы ул. Баян класын тамамланым. Тырышлығымдың тәүге емеше “Урал кубогы”н яулау булғандыр...
– Уҡыған йылдарҙағы хәтирәләрегеҙ менән дә уртаҡлашһағыҙ ине...
– Музыка мәктәбендә фортепианола уйнарға өйрәндем. Башта уҡытыусым ҡул-бармаҡтарға һуға бит... Ни өсөн тигән һорауыма, “бармаҡтарың ҡыҫҡа” тип шелтәләй. Мин бит үҙем дә ҙур түгел, тим... Шулай ҙа сәбәптең тәрәндәрәк булыуын аңлап, дәрескә тырышып әҙерләнә башланым. Ҙур үҫкәнмен дә инде, бер өйгә эш бирелһә – ике, ике эш булһа, өс көй уйнарға өйрәнеп киләм. Уҡытыусым да хәҙер асыуланмай. Тырышлыҡ серен аңланым шунда. Мәктәпте биш түгел, өс йылда уңышлы тамамланым. Училищела уҡыған йылдарҙа баян алыу хәлебеҙҙән килмәй ине, унһыҙ уҡыным. Өфөгә сәнғәт институтына килгәс, “инструментһыҙ уҡырға алмайбыҙ” тинеләр. Шул ваҡытта Заһир ағай Исмәғилевтең, Хәйҙәр кеүек йәштәрҙе институтта уҡытмайынса булмай, тигәне иҫемдә. Ни хәл итәһең, мөмкинлек булмағас, форсаты булған һайын уҡыу йортоноң баянында уйнап, оло теләк һәм ҡыҙыҡһыныу менән тырыша торғас, һөнәрле булдым.
– Череповец ҡалаһында үткән конкурста яулаған еңеүегеҙ хаҡында һөйләгеҙ әле.
– Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы Байрамғол ауылы мәктәбендә директор булып, уҡытып йөрөгән саҡтар. Череповец ҡалаһының “Русский север” дәүләт ансамбле оркестрына төп баянсы итеп ҡабул итеү өсөн конкурс иғлан ителгәс, ҡатыныма еңергә һүҙ биреп, шунда юл тоттом. Барһам, һәр кем ул саҡтағы “Мир”, “Юпитер” кеүек ҡиммәтле генә үҙ музыка ҡоралдары менән, береһе бер биреп торорға риза түгел. Баһалаусылар залда булған иң ябай “Восток” баянында уйнарға тәҡдим итте. Уйнаным. Тынлыҡ, аптырауҙар... Яңынан-яңы көйҙө уйнауҙы һорауҙар... Рәхәтләнеп һыҙҙырам. Ниндәй юғары һәләт, рус милләтенән булмаған кеше, нисек шулай уйнайһығыҙ, тиҙәр миңә. Беҙҙең Уралда барыһы ла уйнай, тием. Мәктәптәге әҙерлек булғандыр инде, һүҙһеҙ ансамблгә эшкә алдылар, ғаиләбеҙ менән унда күсеп барҙыҡ. Ун йыл эшләгәндән һуң, опера сәнғәтенең тыуған ере – Италияға киттек.
– Күптән түгел Өфөгә ҡайттығыҙ. Бөгөн һеҙ “Рәсәйҙең иң яҡшы гармунсыһы” исеменә лайыҡһығыҙ. Италияла үткән халыҡ-ара конкурста һеҙҙе абсолют еңеүсе итеп таныйҙар, француздарҙың да оло һөйөүен яулағанһығыҙ. Ғөмүмән, ундағы халыҡ илһамлы моң сәнғәтен нисек ҡабул итә?
– Италияла музыка сәнғәтен бик ихтирам итәләр. Беҙҙә нисектер кешеләрҙе тормош баҫҡан кеүек, ә ундағы халыҡ бик ихлас һәм асыҡ йөҙлө. Урамда китеп барышлай бергә йыйылып йәки музыкантҡа ҡушылып йырларға мөмкиндәр, ә тауыштары – Хоҙай биргән һәләт – тәбиғәттән һәм шул хәтлем матур. Нисектер үҙебеҙҙә лә шулай бер Еңеү байрамы көнөндә халыҡ йыйылып, йәшлектәрен иҫкә төшөрөп йырлай торғайны. Һирәк күренеш, әммә шатлыҡлы, беҙҙә лә кеше асылһын, йөрәгендәге моң-хисен тартынмайынса сығара белһен ине тигән уй тыуа. Француздар ҙа, Венеция халҡы ла – юғары сәнғәткә ғашиҡ кешеләр, профессиональ музыканттарҙы ниндәйҙер исем йә ҡаҙаныштары өсөн түгел, ә юғары оҫталыҡтары өсөн ихлас баһалайҙар. Италияла йәш быуын органетто тип аталған гармунға оҡшаш музыка ҡоралында оло ҡыҙыҡһыныу менән уйнарға өйрәнә. Беҙҙә лә бит мәктәптәрҙә, юғары уҡыу йорттарында йәш быуынға эстетик тәрбиә биреү йәһәтенән төрлө музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәтеү мөмкинлеге бар.
Баш ҡала урамдарында йәш быуындың гитара, скрипка, һуҡма ҡоралдарҙа уйнап тороуын күреп һоҡланам. Бына был үҙеңде иркен тойоу, иреклек. Тимәк, кеше күңелендә моң йәшәй, тере ул моң.
Шулай ҙа Өфөлә музыканттар уйнай алырлыҡ тәғәйен ерҙәр етешмәй. Халыҡ килеп тыңлар, һоҡланыр ине. Мәҫәлән, электрон ҡоралдар өсөн ҡала майҙандарында айырым урындар булдырырға мөмкин бит. Ысын талант өсөн дан, исем кәрәкмәй, был – күңел талабы.
– Төрлө музыка ҡоралдарында уйнаған виртуоз музыкант, уйын ҡоралдарының яңы төрҙәрен яһаған тәжрибәле оҫта, моңдо нескә тойған музыка белгесе булараҡ, илаһи сәнғәт донъяһында кемде үрнәк итеп һанайһығыҙ?
– Үҙ халҡыбыҙҙың беренсе профессиональ композиторы Әхмәт Сөләймәновҡа һәм уның ижадына оло ихтирам менән ҡарайым. Беҙ, бәлки, ҡәҙерләп тә етмәгән уникаль һәләткә эйә, күптәргә өлгө булырлыҡ халыҡсан, рухлы ижад кешеһе. Сәнғәтебеҙ үҫеше өсөн ошо оҫтаның алдында бурыслыбыҙ.
– Нисек уйлайһығыҙ, Башҡортостанда гармун, баян, аккордеон сәнғәтенең киләсәге бармы?
– Сәнғәткә баһа – ул кешеләрҙәге күңел матурлығы, эстетик зауыҡ. Бына ошо матурлыҡҡа ынтылған, ихлас һәм иғтибарлы булған осраҡта сәнғәттең киләсәге буласаҡ. Ғаиләбеҙҙә улым Рөстәм сәнғәт юлынан бара. Минең ҙур теләгем – кеше моңдо юлдаш итеп алһын ине, сөнки ул – матурлыҡҡа, батырлыҡҡа әйҙәгән көс. Бына ошоға бәйле бер ҡыҙыҡлы ғына факт. Бөйөк Ватан һуғышының иң ауыр мәлдәрендә беҙҙең музыканттарҙы, гармунсыларҙы алғы сафҡа сығарғандар. Сөнки моң кешене еңеүгә әйҙәй, көслө булырға саҡыра, рухландыра, яҡтылыҡҡа өмөт уята. Моңдоң асылы шунан ғибәрәт. Мин дә ошо юлда үҙ өлөшөмдө индерергә тырышам. Гармун, баян йәки аккордеонда бөтә халыҡтарҙың көйҙәрен дә уйнарға мөмкин. Киләсәктә ошо йүнәлештә йәш быуынға һабаҡ биреү, төрлө халыҡтар ҡоралының нескә серҙәренә төшөндөрөү теләге лә бар.
Тиҙҙән Өфө сәнғәт училищеһының Федор Шаляпин исемендәге концерт залында минең беренсе “Гармоника” тип аталған концертым үтәсәк. Моң һөйөүселәрҙе – йәштәрҙе, йәшлек хәтирәләрендә гармун, баян моңон һаҡлаусы өлкән быуынды, сәнғәт донъяһына ғашиҡтарҙы ошо бай сараға саҡырам.
– Үҙенсәлекле фекерҙәрегеҙ, ихлас һүҙҙәрегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә, Хәйҙәр ағай. Һеҙгә тағы ла күп йылдарға етерлек моң-дәрт, ижади бейеклектәр, уңыштар, иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ. 23 октябрҙә киске сәғәт 7-лә буласаҡ концертығыҙға ла халыҡ оло теләк һәм ҡыҙыҡһыныу менән килер тип ышанабыҙ.