Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үҙебеҙҙән башлайыҡ
Башҡорт халыҡ ижады – быуаттар буйы һаҡланып, быуындан быуынға күсеп килгән изге аманат. Шуға ла уны һаҡлауҙы, үҫтереүҙе һәр кем үҙенең бурысы тип иҫәпләргә тейеш. Был тәңгәлдә айырыуса бөгөн мәҙәниәт өлкәһендә эшләгәндәр иңенә ҙур йөкләмә һалынған. Мәләүез ҡалаһының мәҙәниәт һарайында үткән төбәк семинарында башлыса һүҙ шул хаҡта барҙы. Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Халыҡ ижады үҙәге ойошторған сарала республиканың көньяҡ райондарынан мәҙәниәт белгестәре ҡатнашты.
Семинар ике өлөштән торҙо. Тәүгеһендә Халыҡ ижады үҙәгенең фольклор буйынса баш белгесе, Сәсәндәр үҙәге етәксеһе урынбаҫары, “Рәсәй башҡорттары халыҡ кейеме” проекты, “Селтәр” студияһы етәксеһе Гөлгөнә Баймырҙина сараның маҡ­саты, әһәмиәте тураһында һөйләне.
Билдәле булыуынса, республика 2020 йылда үтәсәк Бөтә донъя халыҡ ижады фестиваленә әҙерләнә. Был семинар Фольклориадаға әҙерлек сиктәрендә ойошторолған һәм өс ҙур теманы асыуҙы маҡсат итеп алған. Беренсеһе – башҡорт халыҡ кейеме, икенсеһе – халҡыбыҙҙың хәрби кейеме, әҙерлеге, кәсептәре, өсөнсөһө – халыҡ йырҙары, этник музыка үҙенсәлектәре.
Гөлгөнә Вәлит ҡыҙы халыҡ ижадын пропагандалаған проекттарҙы йы­шыраҡ ойоштороу зарурлығын бил­дәләп үтте, үҙәктең эш пландары тураһында һөйләне. Милли кейемде көн дә кейеп йөрөүҙе йәштәр араһында модаға индереү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Халыҡ ижады үҙәгенең халыҡ уйындары буйынса әйҙәүсе белгесе, “Мәргән уҡсы” йәйәнән атыу һәм һыбай йөрөүҙе үҫтереү буйынса коммерцияға ҡарамаған ойошма директоры Юлай Ғәлиуллин башҡорт ир-егеттәренең өҫ һәм баш кейеме, уҡ-һаҙаҡтан атыу йолалары, йәйә, уҡ яһау сәнғәте тураһында ҡыҙыҡлы сығыш яһаны.
Башҡорт атын үрсетеү буйынса белгес, сәйәхәтсе Динислам Өмөтбаев йылҡысылыҡ буйынса тәжрибәһе менән уртаҡлашты, халыҡ кәсептәрен тергеҙеү, милли үҙенсәлекте һаҡлау, аттарға бәйле шөғөлдәрҙе тергеҙеү кәрәклеген билдәләне.
Халыҡ ижады үҙәге музыкаль етәксеһе, композитор, Башҡор­тос­тандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Юлай Үҙәнбаев этномузыка үҙен­сәлеге хаҡында мәғлүмәт бирҙе. Һуңғы йылдарҙа республикала йәштәр араһында байтаҡ этнотөркөмдәр барлыҡҡа килде. Былтыр Ҡыйғы районында улар ҡатнашлығында фестиваль ойошторолған, унда туғыҙ коллектив ҡатнашҡан.
Башҡортостан халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестры солисы, Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы Гүзәл Үмәрғәлина сәсәнлек мәктәбен тергеҙеү, думбыра, мандолина, ҡумыҙҙы ҡурай кимәленә күтәреү мөмкинлектәрен барланы.
Республика халыҡ ижады үҙәгенең бөтә эшмәкәрлеге лә халыҡ ижадын тергеҙеүгә, таратыуға бәйле. Семи­нарҙың икенсе өлөшөндә сығыш яһаусылар һөйләгәндәрен ғәмәлдә күрһәтеү өсөн оҫталыҡ дәресен ойошторҙо. “Селтәр” башҡорт халыҡ кейеме студияһы етәксеһе урынба­ҫары Гүзәл Мостафина менән Гөлгөнә Баймырҙина башҡорт халыҡ кейемен тегеү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте.
Юлай Ғәлиуллин менән Динислам Өмөтбаев йәйәнән уҡ атыу буйынса тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында “Батыр” спорт клубына йүнәлде. Гүзәл Ишморат ҡыҙы һәм Юлай Хәмит улы этномузыка һәм думбыра буйынса ғәмәли дәрес бирҙе.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 059

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 578

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 779

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 605

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 461

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 417

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 673

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 409

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 574