Үҙебеҙҙән башлайыҡ14.06.2017
Башҡорт халыҡ ижады – быуаттар буйы һаҡланып, быуындан быуынға күсеп килгән изге аманат. Шуға ла уны һаҡлауҙы, үҫтереүҙе һәр кем үҙенең бурысы тип иҫәпләргә тейеш. Был тәңгәлдә айырыуса бөгөн мәҙәниәт өлкәһендә эшләгәндәр иңенә ҙур йөкләмә һалынған. Мәләүез ҡалаһының мәҙәниәт һарайында үткән төбәк семинарында башлыса һүҙ шул хаҡта барҙы. Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Халыҡ ижады үҙәге ойошторған сарала республиканың көньяҡ райондарынан мәҙәниәт белгестәре ҡатнашты.
Семинар ике өлөштән торҙо. Тәүгеһендә Халыҡ ижады үҙәгенең фольклор буйынса баш белгесе, Сәсәндәр үҙәге етәксеһе урынбаҫары, “Рәсәй башҡорттары халыҡ кейеме” проекты, “Селтәр” студияһы етәксеһе Гөлгөнә Баймырҙина сараның маҡсаты, әһәмиәте тураһында һөйләне.
Билдәле булыуынса, республика 2020 йылда үтәсәк Бөтә донъя халыҡ ижады фестиваленә әҙерләнә. Был семинар Фольклориадаға әҙерлек сиктәрендә ойошторолған һәм өс ҙур теманы асыуҙы маҡсат итеп алған. Беренсеһе – башҡорт халыҡ кейеме, икенсеһе – халҡыбыҙҙың хәрби кейеме, әҙерлеге, кәсептәре, өсөнсөһө – халыҡ йырҙары, этник музыка үҙенсәлектәре.
Гөлгөнә Вәлит ҡыҙы халыҡ ижадын пропагандалаған проекттарҙы йышыраҡ ойоштороу зарурлығын билдәләп үтте, үҙәктең эш пландары тураһында һөйләне. Милли кейемде көн дә кейеп йөрөүҙе йәштәр араһында модаға индереү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Халыҡ ижады үҙәгенең халыҡ уйындары буйынса әйҙәүсе белгесе, “Мәргән уҡсы” йәйәнән атыу һәм һыбай йөрөүҙе үҫтереү буйынса коммерцияға ҡарамаған ойошма директоры Юлай Ғәлиуллин башҡорт ир-егеттәренең өҫ һәм баш кейеме, уҡ-һаҙаҡтан атыу йолалары, йәйә, уҡ яһау сәнғәте тураһында ҡыҙыҡлы сығыш яһаны.
Башҡорт атын үрсетеү буйынса белгес, сәйәхәтсе Динислам Өмөтбаев йылҡысылыҡ буйынса тәжрибәһе менән уртаҡлашты, халыҡ кәсептәрен тергеҙеү, милли үҙенсәлекте һаҡлау, аттарға бәйле шөғөлдәрҙе тергеҙеү кәрәклеген билдәләне.
Халыҡ ижады үҙәге музыкаль етәксеһе, композитор, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Юлай Үҙәнбаев этномузыка үҙенсәлеге хаҡында мәғлүмәт бирҙе. Һуңғы йылдарҙа республикала йәштәр араһында байтаҡ этнотөркөмдәр барлыҡҡа килде. Былтыр Ҡыйғы районында улар ҡатнашлығында фестиваль ойошторолған, унда туғыҙ коллектив ҡатнашҡан.
Башҡортостан халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестры солисы, Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы Гүзәл Үмәрғәлина сәсәнлек мәктәбен тергеҙеү, думбыра, мандолина, ҡумыҙҙы ҡурай кимәленә күтәреү мөмкинлектәрен барланы.
Республика халыҡ ижады үҙәгенең бөтә эшмәкәрлеге лә халыҡ ижадын тергеҙеүгә, таратыуға бәйле. Семинарҙың икенсе өлөшөндә сығыш яһаусылар һөйләгәндәрен ғәмәлдә күрһәтеү өсөн оҫталыҡ дәресен ойошторҙо. “Селтәр” башҡорт халыҡ кейеме студияһы етәксеһе урынбаҫары Гүзәл Мостафина менән Гөлгөнә Баймырҙина башҡорт халыҡ кейемен тегеү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте.
Юлай Ғәлиуллин менән Динислам Өмөтбаев йәйәнән уҡ атыу буйынса тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында “Батыр” спорт клубына йүнәлде. Гүзәл Ишморат ҡыҙы һәм Юлай Хәмит улы этномузыка һәм думбыра буйынса ғәмәли дәрес бирҙе.