Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йәнә еңеүсе “Тамыр”!
Йәнә еңеүсе “Тамыр”! “Башҡортостан” телерадио­компанияһының “Тамыр” балалар телеканалы VIII Бөтә Рәсәй “СМИротворец-Волга” конкурсының төбәк этабында еңеүселәр рәтенә сыҡты. “Был – беҙ” тапшырыуҙар циклы “Балалар һәм йәштәр киң мәғлүмәт саралары” номинацияһында еңеү яуланы.

Конкурстың лауреаттары Һамарҙа иғлан ителде. Һамар өлкәһе халыҡтары союзы рәйесе Ростислав Хугаев программаның режиссеры Адель Һөнәрғоловаға награда тапшырҙы.
– “Был – беҙ” проекты өҫтөндә эшләү ысын мәғәнәһендә үҙенсәлекле имтихан булды, – тине Адель. – Һынауҙы лайыҡ­лы үттек. Ижади төркөмөбөҙ бик татыу. Мөхәррирҙәр Элина Бакирова, Татьяна Никитина, рәссамдар Арыҫлан Бикбай, Айрат Арыҫланов, монтажлау режиссеры Шамил Хәмитов – тәжрибәле һөнәр оҫталары.
Этник-ара журналистика гильдияһы президенты Маргарита Лянге “Был – беҙ” сағыу үҙенсәлекле проектына һоҡланыуын белдерҙе. Ул тапшырыуҙың йөкмәткеһе ҡыҙыҡлы һәм тәрән, алып барыусыларҙың ихлас булыуын билдәләне.
– Бала саҡ – ғүмерҙең иң гүзәл мәле, – ти “Тамыр” телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина. – Беҙ кескәйҙәрҙең күңеленә изгелек орлоҡтары сәсеп ҡалырға тырышабыҙ. “Был – беҙ” проекты аша Башҡортостан халыҡтарының татыулығын, байлығын, һәр милләттең үҙенсәлекле һыҙаттарын тамашасыға еткерә алғанбыҙҙыр, тип уйлайым.
“СМИротворец-Волга” – “СМИротворец-2016” конкурсының тәүге төбәк этабы. Киләһе этап сентябрь аҙағында Улан-Удэ ҡалаһында була. Беренсе урынға лайыҡ булған эштәр федераль исемлеккә индерелде. Еңеүселәр ноябрҙә Мәскәүҙә бүләкләнә.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 059

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 578

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 779

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 605

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 461

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 417

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 673

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 409

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 574