“Башҡортостан” телерадиокомпанияһының “Тамыр” балалар телеканалы VIII Бөтә Рәсәй “СМИротворец-Волга” конкурсының төбәк этабында еңеүселәр рәтенә сыҡты. “Был – беҙ” тапшырыуҙар циклы “Балалар һәм йәштәр киң мәғлүмәт саралары” номинацияһында еңеү яуланы.Конкурстың лауреаттары Һамарҙа иғлан ителде. Һамар өлкәһе халыҡтары союзы рәйесе Ростислав Хугаев программаның режиссеры Адель Һөнәрғоловаға награда тапшырҙы.
– “Был – беҙ” проекты өҫтөндә эшләү ысын мәғәнәһендә үҙенсәлекле имтихан булды, – тине Адель. – Һынауҙы лайыҡлы үттек. Ижади төркөмөбөҙ бик татыу. Мөхәррирҙәр Элина Бакирова, Татьяна Никитина, рәссамдар Арыҫлан Бикбай, Айрат Арыҫланов, монтажлау режиссеры Шамил Хәмитов – тәжрибәле һөнәр оҫталары.
Этник-ара журналистика гильдияһы президенты Маргарита Лянге “Был – беҙ” сағыу үҙенсәлекле проектына һоҡланыуын белдерҙе. Ул тапшырыуҙың йөкмәткеһе ҡыҙыҡлы һәм тәрән, алып барыусыларҙың ихлас булыуын билдәләне.
– Бала саҡ – ғүмерҙең иң гүзәл мәле, – ти “Тамыр” телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина. – Беҙ кескәйҙәрҙең күңеленә изгелек орлоҡтары сәсеп ҡалырға тырышабыҙ. “Был – беҙ” проекты аша Башҡортостан халыҡтарының татыулығын, байлығын, һәр милләттең үҙенсәлекле һыҙаттарын тамашасыға еткерә алғанбыҙҙыр, тип уйлайым.
“СМИротворец-Волга” – “СМИротворец-2016” конкурсының тәүге төбәк этабы. Киләһе этап сентябрь аҙағында Улан-Удэ ҡалаһында була. Беренсе урынға лайыҡ булған эштәр федераль исемлеккә индерелде. Еңеүселәр ноябрҙә Мәскәүҙә бүләкләнә.