Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Мин китермен, бер китермен шуҡ елдәргә тағылып...”
“Мин китермен, бер китермен шуҡ елдәргә тағылып...” Быйыл уның юбилей датаһы ла билдәләнмәй, китабы сығыу уңайынан ойошторолған байрам да түгел, ә шулай ҙа Өфө автотранспорт колледжының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлнур Хөснөтдинова шағир, драматург Рәмил Ҡолдәүләттең ижадына арналған осрашыуға саҡырғас, замандашымды аралашып белмәһәм дә, бара алмайым, тип әйтергә телем әйләнмәне. Шунан, әйҙә, китте күңелдә уйнап тойғолар, башта хәтирәләр ҡайнашты. Кешегә күп кәрәкме ни шағирҙы иҫкә алыр өсөн.

Беҙҙең студент саҡ ине. Шағир­ҙар Рәмил Ҡолдәүләт, Рәйес Тү­ләк һәм Әхмәр Үтәбаевты шиғриәт байрамдарында ғына түгел, үҙебеҙ йә­шәгән БДУ-ның 1-се ятағында ла йыш күрә­беҙ. Улар шағир Салауат Әбүзәровҡа килә ине булһа кәрәк. Ағайҙарҙың шиғырҙары шул тиклем шәп, “Йәшлек”, “Шоңҡар” кеүек баҫма­ларҙа яҙмаларын көтөп алабыҙ. Уларҙың һәр һүҙе заман тет­рә­неүе, һүҙ сәнғәте әҫәре ине. Беҙ уларға ҡарап шиғыр яҙырға, шиғыр менән йәшәргә, әҙәбиәт менән бергә тын алырға өйрәндек.
Ә инде Салауат дәүләт баш­ҡорт драма театры Рәмил Ҡолдәүләттең “Һарысәс”, “Бермуд өсмөйөшө” кеүек спектаклдәрен сәхнә­ләштереп Өфө тамашасы­һына күрһәткән көн мәңге хәте­ремдә. “Нефтсе” мәҙәниәт һарайы тамашасы менән шығырым тулы. Йәштәрҙең яҙмышы, һыҙланыу­ҙары сағылған “Һарысәс” спектаклен тотош зал илап ҡараны тиһәм дә, хата булмаҫ. Тамаша тамамланғас, сәхнәгә авторҙы саҡырҙылар. Рәмил ағай яйлап атланы баҫҡыстарҙан, үҙе сәсәп йүткерә. Кем белгән инде ул саҡта уның төҙәлмәҫлек сиргә һабыш­ҡанын. Бына ошолар ха­ҡында уйландым мин осрашыуға барғанда.
Сараны йәнле итеп, автотранспортсы-сту­денттарҙан шиғырҙар ятлаттырып әҙерләгән Гөлнур Әнүәр ҡыҙы. Республиканың төрлө райондарынан йыйылған 1-се курс егеттәре (араларында бер генә лә ҡыҙ юҡ, ғәҙәттәгесә) Рәмил Ҡолдәүләттең шиғырҙарын тасуири уҡып, күңелдәрҙе һа­ғышҡа һалды.
Сараға килгән шағирҙың бер туған апаһы, мәғариф ветераны Нәфисә апай заттарының сәсән­леккә маһирлығы, араларында муллалар, илселәр булыуы хаҡында ла һөйләне.
– Рәмилдәге әҙәбиәткә ынтылыш әсәйем­дән килгәндер, тим. Ул беҙгә һәр саҡ әкиәттәр, риүәйәттәр һөйләй торғайны. Сәсән телле булды. Ҡустым ҡыҫҡа ғына ғүме­рендә ҙур һүҙ әйтеп китә алды, – тине ул сығышында.
Сараға саҡырылған ҡунаҡ, элекке мәғариф министры Сәбилә Сөләймәнова шағирҙың йәмғиәттә тотҡан урыны, замандың һәр кире күренешенә мөнәсәбәте ижадында сағылыуы тураһында һөйләне. Уның улы, йырсы Алмас Ғафаров Рәмил Ҡолдәүләттең үҙ дәүере хаҡында образлы фекер ҡалды­рыуы тураһында бәйән итте.
Бер осорҙа Башҡорт дәүләт университетында уҡыған шағирә Зөлфиә Ханнанова яҡты хәти­рәләр менән иҫкә алды Рәмил Ҡолдәү­ләтте. Тәүге күрешкән көндәренән алып, “Шоңҡар” әҙәби түңәрәгендәге ижади бәхәс, ҡулъяҙмалар тикшереү кеүек күренештәрҙе йәнле итеп күҙ алдына баҫтырҙы шағирә. Ысынлап та, ижади мөхит, үҙ-ара аралаш­ҡанда шағирҙар бер-береһенә ҡанат ҡуя, рухи бәйләнеш уларҙы бер әҙәби, шиғри донъяла йәшәтә башлай.
– Остаздарым миңә шиғриәт иленең сер­ҙә­рен систе, улар менән аралашып, бер осорҙа ижад итә алыуым менән бәхетле мин! – тине Зөлфиә Миңлебай ҡыҙы, йылы хәтирәләре менән уртаҡ­лашып.
Йәшләй генә донъянан китһә­ләр ҙә, үҙ һүҙҙәрен әйтеп ҡал­дырған шағирҙарҙың ижады бөгөн дә көнүҙәклеген юғалтмаған. Зөлфиә Ханнанова шиғырында яҙылғанса, социаль селтәрҙәрҙә иң күп уҡылған, йыш телгә алын­ған авторҙар улар – Рәмил, Рәйес, Ғәбиҙулла.
Тирә-йүнгә генә түгел, үҙенә лә нескә юмор аша ҡарай белгән Рәмил Ҡолдәүләттең көлкөгә ҡоролған шиғырҙары ла халыҡ араһында киң таралған. Заман күренешен, шул уҡ ваҡытта үҙенең бала сағын, Магнитогорск ҡалаһын бына нисек итеп һүрәтләй ул:
Өҫтөбөҙҙә кейем туҙһа,
Бөлөп китһә донъябыҙ,
Йомортҡалар йөкмәйбеҙ ҙә
Магниткаға таябыҙ...

Фоторәсемдәренән донъяға йылмайып баҡһа ла, һыҙла­ныу­ҙары тәрән ине Рәмил ағай­ҙың. Шиғырҙарында ята уның бөтә әсе­неү­ҙәре, милләт яҙмышы, тел хәстәре, ил ғә­ме хаҡындағы уйланыуҙары. Ҡайта-ҡайта уҡый­һың да, шул тиклем хәсрәт, зар менән тулы булған икән йөрәге тиһең:
Беҙ бит балсыҡ.
Үҙе йомшаҡ, үҙе бушаҡ,
үҙе асыҡ...
Булһын ғына берәй ҡалып,
унда һалып,
Яһап була беҙҙән балыҡ
Һәм дә халыҡ,
йәки һарыҡ...





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 059

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 578

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 779

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 605

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 460

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 417

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 673

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 409

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 574