Быйыл уның юбилей датаһы ла билдәләнмәй, китабы сығыу уңайынан ойошторолған байрам да түгел, ә шулай ҙа Өфө автотранспорт колледжының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлнур Хөснөтдинова шағир, драматург Рәмил Ҡолдәүләттең ижадына арналған осрашыуға саҡырғас, замандашымды аралашып белмәһәм дә, бара алмайым, тип әйтергә телем әйләнмәне. Шунан, әйҙә, китте күңелдә уйнап тойғолар, башта хәтирәләр ҡайнашты. Кешегә күп кәрәкме ни шағирҙы иҫкә алыр өсөн.Беҙҙең студент саҡ ине. Шағирҙар Рәмил Ҡолдәүләт, Рәйес Түләк һәм Әхмәр Үтәбаевты шиғриәт байрамдарында ғына түгел, үҙебеҙ йәшәгән БДУ-ның 1-се ятағында ла йыш күрәбеҙ. Улар шағир Салауат Әбүзәровҡа килә ине булһа кәрәк. Ағайҙарҙың шиғырҙары шул тиклем шәп, “Йәшлек”, “Шоңҡар” кеүек баҫмаларҙа яҙмаларын көтөп алабыҙ. Уларҙың һәр һүҙе заман тетрәнеүе, һүҙ сәнғәте әҫәре ине. Беҙ уларға ҡарап шиғыр яҙырға, шиғыр менән йәшәргә, әҙәбиәт менән бергә тын алырға өйрәндек.
Ә инде Салауат дәүләт башҡорт драма театры Рәмил Ҡолдәүләттең “Һарысәс”, “Бермуд өсмөйөшө” кеүек спектаклдәрен сәхнәләштереп Өфө тамашасыһына күрһәткән көн мәңге хәтеремдә. “Нефтсе” мәҙәниәт һарайы тамашасы менән шығырым тулы. Йәштәрҙең яҙмышы, һыҙланыуҙары сағылған “Һарысәс” спектаклен тотош зал илап ҡараны тиһәм дә, хата булмаҫ. Тамаша тамамланғас, сәхнәгә авторҙы саҡырҙылар. Рәмил ағай яйлап атланы баҫҡыстарҙан, үҙе сәсәп йүткерә. Кем белгән инде ул саҡта уның төҙәлмәҫлек сиргә һабышҡанын. Бына ошолар хаҡында уйландым мин осрашыуға барғанда.
Сараны йәнле итеп, автотранспортсы-студенттарҙан шиғырҙар ятлаттырып әҙерләгән Гөлнур Әнүәр ҡыҙы. Республиканың төрлө райондарынан йыйылған 1-се курс егеттәре (араларында бер генә лә ҡыҙ юҡ, ғәҙәттәгесә) Рәмил Ҡолдәүләттең шиғырҙарын тасуири уҡып, күңелдәрҙе һағышҡа һалды.
Сараға килгән шағирҙың бер туған апаһы, мәғариф ветераны Нәфисә апай заттарының сәсәнлеккә маһирлығы, араларында муллалар, илселәр булыуы хаҡында ла һөйләне.
– Рәмилдәге әҙәбиәткә ынтылыш әсәйемдән килгәндер, тим. Ул беҙгә һәр саҡ әкиәттәр, риүәйәттәр һөйләй торғайны. Сәсән телле булды. Ҡустым ҡыҫҡа ғына ғүмерендә ҙур һүҙ әйтеп китә алды, – тине ул сығышында.
Сараға саҡырылған ҡунаҡ, элекке мәғариф министры Сәбилә Сөләймәнова шағирҙың йәмғиәттә тотҡан урыны, замандың һәр кире күренешенә мөнәсәбәте ижадында сағылыуы тураһында һөйләне. Уның улы, йырсы Алмас Ғафаров Рәмил Ҡолдәүләттең үҙ дәүере хаҡында образлы фекер ҡалдырыуы тураһында бәйән итте.
Бер осорҙа Башҡорт дәүләт университетында уҡыған шағирә Зөлфиә Ханнанова яҡты хәтирәләр менән иҫкә алды Рәмил Ҡолдәүләтте. Тәүге күрешкән көндәренән алып, “Шоңҡар” әҙәби түңәрәгендәге ижади бәхәс, ҡулъяҙмалар тикшереү кеүек күренештәрҙе йәнле итеп күҙ алдына баҫтырҙы шағирә. Ысынлап та, ижади мөхит, үҙ-ара аралашҡанда шағирҙар бер-береһенә ҡанат ҡуя, рухи бәйләнеш уларҙы бер әҙәби, шиғри донъяла йәшәтә башлай.
– Остаздарым миңә шиғриәт иленең серҙәрен систе, улар менән аралашып, бер осорҙа ижад итә алыуым менән бәхетле мин! – тине Зөлфиә Миңлебай ҡыҙы, йылы хәтирәләре менән уртаҡлашып.
Йәшләй генә донъянан китһәләр ҙә, үҙ һүҙҙәрен әйтеп ҡалдырған шағирҙарҙың ижады бөгөн дә көнүҙәклеген юғалтмаған. Зөлфиә Ханнанова шиғырында яҙылғанса, социаль селтәрҙәрҙә иң күп уҡылған, йыш телгә алынған авторҙар улар – Рәмил, Рәйес, Ғәбиҙулла.
Тирә-йүнгә генә түгел, үҙенә лә нескә юмор аша ҡарай белгән Рәмил Ҡолдәүләттең көлкөгә ҡоролған шиғырҙары ла халыҡ араһында киң таралған. Заман күренешен, шул уҡ ваҡытта үҙенең бала сағын, Магнитогорск ҡалаһын бына нисек итеп һүрәтләй ул:
Өҫтөбөҙҙә кейем туҙһа,
Бөлөп китһә донъябыҙ,
Йомортҡалар йөкмәйбеҙ ҙә
Магниткаға таябыҙ...Фоторәсемдәренән донъяға йылмайып баҡһа ла, һыҙланыуҙары тәрән ине Рәмил ағайҙың. Шиғырҙарында ята уның бөтә әсенеүҙәре, милләт яҙмышы, тел хәстәре, ил ғәме хаҡындағы уйланыуҙары. Ҡайта-ҡайта уҡыйһың да, шул тиклем хәсрәт, зар менән тулы булған икән йөрәге тиһең:
Беҙ бит балсыҡ.
Үҙе йомшаҡ, үҙе бушаҡ,
үҙе асыҡ...
Булһын ғына берәй ҡалып,
унда һалып,
Яһап була беҙҙән балыҡ
Һәм дә халыҡ,
йәки һарыҡ...