Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Башҡорт инәйҙәре рәхмәт әйтте
Башҡорт инәйҙәре  рәхмәт әйтте Ҡаҙаҡ менән башҡорт халҡы элек-электән аралашып йәшәгән. Дуҫлыҡ ептәре бөгөн дә өҙөлмәй, ныҡ. Һүҙем – ошо хеҙмәттәшлектең тағы ла сынығыуы хаҡында. Яңыраҡ М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының “Ҡорос” фольклор-театр ансамбле Ҡаҙағстандың Аҡтүбә ҡалаһына гастролгә барып ҡайтты. Улар Наил Ғәйетбаевтың “Ауылға ҡыҙҙар килде” пьесаһын сәхнәгә ҡуйҙы.
БДПУ-ның “Ҡорос” фольклор-театр ансамбле бер нисә йыл рәттән үҙенең сағыу сығыштары менән ҡыуандырып килә, баш ҡалабыҙ Өфөлә күптән ҙур билдәлелек яуланы. Ансамблдең етәк­сеһе – Мостай Кәрим исемен­дәге Милли йәштәр театры актеры Илнур Флүр улы Лоҡма­новтың таланты, тырышлығы, ныҡышмаллығы һөҙөмтәһендә “Ҡорос” аяғында ныҡлы баҫып тора.
Үҙем ансамблдең артисы булараҡ, Ҡаҙағстандағы сығышыбыҙ хаҡында яҙмай булдыра алманым. Аҡтүбәгә юл арыу уҡ алыҫ булыуға ҡарамаҫтан, арымай-талмай яҡшы кәйеф менән барып еттек. Дуҫтарыбыҙ, ҡан-ҡәрҙәштәребеҙ йылы итеп ҡаршы алды. Төп саҡырыу­сыларҙың береһе, Аҡтүбә өлкәһенең “Шатлыҡ” башҡорт-татар ойошмаһы, тулы составта беҙҙе вокзалда көтә ине. Киске сәғәт 10 булһа ла, беҙҙе хөрмәтләп тәмле ҡаҙаҡ милли аш-һыуы менән һыйланылар. Һәр береһе менән танышҡас, ятаҡҡа юлландыҡ, сөнки иртәгәһенә беҙҙе яуаплы сығыш көтә ине.
Спектаклде башлар алдынан ифрат тулҡынланғайныҡ, ҡаҙаҡ тамашасыһы аңламаҫ тигән ҡурҡыу ҙа булғайны. “Бисмиллаһ” әйтеп башланыҡ шулай ҙа. Беренсегә сит илдең шығырым тулы залында сығыш яһайбыҙ бит. Комедия булғас, тамашасының көлөүе, шатлыҡлы алҡышы аҫтында уйнауы күпкә еңелерәк тә. Бирешмәнек. Спектакль аҙағынаса залдағылар ҡеүәтләп, алҡышлап ултырҙы. Улар сәхнә мажараһын беҙҙең хәрәкәт, ым-ишаранан аңлаған икән.
Аҙаҡтан залда “Браво!” һүҙе бер нисә минут дауамында яңғырап торҙо. Сәхнәгә урындағы башҡорт һәм татар инәйҙәре күтәрелде, шатлыҡлы күҙ йәштәре аралаш рәхмәтен әйтте, сәскәгә күмде. Ҡаланың йәш театр артистары беҙҙең менән танышып, һәр беребеҙ менән иҫтәлеккә фотоға төштө. Ҡаҙаҡтар шундай ихлас аралашыу ойошторҙо, беҙҙе сәхнәнән бер сәғәт тирәһе төшөр­мәй тотоп, Башҡортостанға килергә теләк белдерҙеләр.
Ҡан-ҡәрҙәштәребеҙҙең ҡунаҡсыл­лығы, дәртле, изге күңелле булыуҙары ғашиҡ итте. Ҡаҙаҡ менталитетын күреп, иҫебеҙ китте, ниндәйҙер кимәлдә үрнәк алдыҡ. Ҡаҙаҡтарҙың башҡорттарға ҡарата хөрмәте бик ҙур, улар һәр беребеҙҙе күптәнге дуҫылай яҡын күрҙе. Шуға ла Аҡтүбәне әле лә һағындырып тора.
Беҙҙе ҙур сәхнәгә сығарғаны өсөн иң тәүҙә етәксебеҙ Илнур Флүр улына оло ихтирамыбыҙҙы белдерәбеҙ. Ҡаҙағстан­ға барырға мөмкинлек биргәне өсөн рек­торыбыҙ Рәил Мирвай улы Әсәҙул­линға һәм башҡорт филологияһы факультеты деканы, филология фәндәре докторы Луиза Хәмзә ҡыҙы Сәмситоваға сикһеҙ рәхмәт. Быйыл “Ҡорос” фольклор-театр ансамбле гастролен Әбйәлил, Баймаҡ райондарында дауам итергә ниәтләй.
Ансамбль шулай уҡ Ҡаҙағстанда Төрки халыҡтары театрҙары фестива­лендә сығыш яһаясаҡ. Башҡорт һәм ҡаҙаҡ дуҫлығы – мәңгелек, киләсәктә лә яңы дуҫтарыбыҙ менән аралар өҙөлмәҫ тигән ышаныстабыҙ.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 675

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 044

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 564

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 769

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 591

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 448

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 504

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 406

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 660

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 398

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 565