Ҡаҙаҡ менән башҡорт халҡы элек-электән аралашып йәшәгән. Дуҫлыҡ ептәре бөгөн дә өҙөлмәй, ныҡ. Һүҙем – ошо хеҙмәттәшлектең тағы ла сынығыуы хаҡында. Яңыраҡ М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының “Ҡорос” фольклор-театр ансамбле Ҡаҙағстандың Аҡтүбә ҡалаһына гастролгә барып ҡайтты. Улар Наил Ғәйетбаевтың “Ауылға ҡыҙҙар килде” пьесаһын сәхнәгә ҡуйҙы.БДПУ-ның “Ҡорос” фольклор-театр ансамбле бер нисә йыл рәттән үҙенең сағыу сығыштары менән ҡыуандырып килә, баш ҡалабыҙ Өфөлә күптән ҙур билдәлелек яуланы. Ансамблдең етәксеһе – Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры Илнур Флүр улы Лоҡмановтың таланты, тырышлығы, ныҡышмаллығы һөҙөмтәһендә “Ҡорос” аяғында ныҡлы баҫып тора.
Үҙем ансамблдең артисы булараҡ, Ҡаҙағстандағы сығышыбыҙ хаҡында яҙмай булдыра алманым. Аҡтүбәгә юл арыу уҡ алыҫ булыуға ҡарамаҫтан, арымай-талмай яҡшы кәйеф менән барып еттек. Дуҫтарыбыҙ, ҡан-ҡәрҙәштәребеҙ йылы итеп ҡаршы алды. Төп саҡырыусыларҙың береһе, Аҡтүбә өлкәһенең “Шатлыҡ” башҡорт-татар ойошмаһы, тулы составта беҙҙе вокзалда көтә ине. Киске сәғәт 10 булһа ла, беҙҙе хөрмәтләп тәмле ҡаҙаҡ милли аш-һыуы менән һыйланылар. Һәр береһе менән танышҡас, ятаҡҡа юлландыҡ, сөнки иртәгәһенә беҙҙе яуаплы сығыш көтә ине.
Спектаклде башлар алдынан ифрат тулҡынланғайныҡ, ҡаҙаҡ тамашасыһы аңламаҫ тигән ҡурҡыу ҙа булғайны. “Бисмиллаһ” әйтеп башланыҡ шулай ҙа. Беренсегә сит илдең шығырым тулы залында сығыш яһайбыҙ бит. Комедия булғас, тамашасының көлөүе, шатлыҡлы алҡышы аҫтында уйнауы күпкә еңелерәк тә. Бирешмәнек. Спектакль аҙағынаса залдағылар ҡеүәтләп, алҡышлап ултырҙы. Улар сәхнә мажараһын беҙҙең хәрәкәт, ым-ишаранан аңлаған икән.
Аҙаҡтан залда “Браво!” һүҙе бер нисә минут дауамында яңғырап торҙо. Сәхнәгә урындағы башҡорт һәм татар инәйҙәре күтәрелде, шатлыҡлы күҙ йәштәре аралаш рәхмәтен әйтте, сәскәгә күмде. Ҡаланың йәш театр артистары беҙҙең менән танышып, һәр беребеҙ менән иҫтәлеккә фотоға төштө. Ҡаҙаҡтар шундай ихлас аралашыу ойошторҙо, беҙҙе сәхнәнән бер сәғәт тирәһе төшөрмәй тотоп, Башҡортостанға килергә теләк белдерҙеләр.
Ҡан-ҡәрҙәштәребеҙҙең ҡунаҡсыллығы, дәртле, изге күңелле булыуҙары ғашиҡ итте. Ҡаҙаҡ менталитетын күреп, иҫебеҙ китте, ниндәйҙер кимәлдә үрнәк алдыҡ. Ҡаҙаҡтарҙың башҡорттарға ҡарата хөрмәте бик ҙур, улар һәр беребеҙҙе күптәнге дуҫылай яҡын күрҙе. Шуға ла Аҡтүбәне әле лә һағындырып тора.
Беҙҙе ҙур сәхнәгә сығарғаны өсөн иң тәүҙә етәксебеҙ Илнур Флүр улына оло ихтирамыбыҙҙы белдерәбеҙ. Ҡаҙағстанға барырға мөмкинлек биргәне өсөн ректорыбыҙ Рәил Мирвай улы Әсәҙуллинға һәм башҡорт филологияһы факультеты деканы, филология фәндәре докторы Луиза Хәмзә ҡыҙы Сәмситоваға сикһеҙ рәхмәт. Быйыл “Ҡорос” фольклор-театр ансамбле гастролен Әбйәлил, Баймаҡ райондарында дауам итергә ниәтләй.
Ансамбль шулай уҡ Ҡаҙағстанда Төрки халыҡтары театрҙары фестивалендә сығыш яһаясаҡ. Башҡорт һәм ҡаҙаҡ дуҫлығы – мәңгелек, киләсәктә лә яңы дуҫтарыбыҙ менән аралар өҙөлмәҫ тигән ышаныстабыҙ.