Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Икмәк һәм йыр Кеше өсөн ризыҡ – йәшәү сығанағы. Ғөмүмән, донъялыҡҡа бар ителгән бөтә тереклек тамаҡ хәстәре менән ғүмер һөрә. Шулай ҙа ошо аксиомаға кешенең, хайуандан айырмалы рәүештә, бер зарури төҙәтмәһе бар: уға рухи аҙыҡ та кәрәк! Кескәй генә мәҡәләмде шундай ҙур һүҙҙәр менән башлауым тыуған районым Ғафуриҙа йылдар ғына түгел, быуаттар буйы йәшәп килгән рухи, мәҙәни традицияларҙың тамырланыуы, һаҡланыуы өсөн яҡташтарыма ҡарата рәхмәт һәм ғорурлыҡ тойғолары кисереүемдән.

Тәү ҡарашҡа бәләкәй миҫал һымаҡтыр: 15 йыл элек мәктәп балалары араһында “Өмөтлө ҡәләм” тип атап ижад бәйгеһе башлап ебәргәйнем. Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафури тыуған төбәктә был сараны ойоштороу тәбиғи, һәм унда йыл һайын 300-ҙән ашыу баланың ҡатнашыуы ла ғәжәп түгел. Ә бына барлыҡ райондаш­та­рымдың, йәше-ҡартының ошо күренеште күңеленә яҡын алыуы, ҡыҙыҡһыныуы, дәрт-дарман өҫтәп тороуы барыбер һоҡландыра.
Әҙәбиәт йылында, Мәжит Ғафу­риҙың тыуыуына 135 йыл тулғанда, йәш ижадсыларҙың “Ғафури вариҫ­тары” тигән тәүге китабы донъя күрҙе, бәйгегә йомғаҡ яһалған тантанала (Красноусол башҡорт гимназия­һында) уның исем туйы уҙҙы. Китап сығарыу, ғөмүмән, бөтә мәктәптәр йәлеп ителгән сараларҙы үткәреү бер минең генә ҡулымдан килә торған эш түгел. “Өмөтлө ҡәләм” район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаровтың иғтибарынан ситтә ҡалмай, атап әйткәндә, “Ғафури ва­риҫтары” уның хәстәре менән донъя күрҙе. “Бағыусы табырбыҙ, китапты әҙерләгеҙ, кешегә икмәк тә, йыр ҙа кәрәк” – район етәксеһенең был һүҙҙәре йөрәккә уйылды. Егәрле халҡы менән баҫыуҙарында юғары уңыш үҫтергән Борон ауыл биләмәһе башлығы Марат Рахманғолов иңенә алды был изге бурысты. Ошо уңайҙан уның ауыл хужалығы күр­һәткестәре буйынса республикала алдынғы урындарға сығыуын билдәләп үткем килә. Эйе, икмәк булһа, йыр ҙа була һәм йыр булһа, эш тә ырай.
“Өмөтлө ҡәләм” бәйгеселәренә килгәндә, улар һәр саҡ иғтибар үҙәгендә: бәйгенең тәүге еңеүсеһе Батыр Игелеков район дауахана­һында табип булып эшләй, Сәлимә Ҡаранаева, Айнур Рәхмәтуллин — БДУ-ның, Алина Ғиззәтуллина БДПУ-ның филология факультетын тамамланы, Рөстәм Мәжитов журналист булырға әҙерләнә һ.б. Айнур яңы ғына әрме хеҙмәтенән ҡайтып төштө. Әйткәндәй, Батыр “Ғафури ва­риҫ­тары”ның исем туйында ҡатнашты, үҙенең номинацияһын булдырып, еңеүсегә бүләк тапшырҙы.
Мин йыл да өс-дүрт балаға аҡсалата премиялар таратам, автограф менән китабымды тапшырам, ә район ойошмалары, предприятиелары кәмендә 20 номинация билдә­ләп бүләкләй. Сараны ойоштороуҙа район гәзите, мәғариф бүлеге ярҙам итә. Өҫтәүенә быйылғы лауреаттар – Гөлсирен Фәйзуллина, Артур Сафин, Азалия Салауатова һәм Ис­кәндәр Шәймәрҙәнов мәртәбәле бүләккә – Башҡорт­остан Яҙыусылар союзы идараһының Почет грамо­таһына — лайыҡ булды.
Йылдың-йылы “Өмөтлө ҡәләм” байрамында республика матбуғаты вәкилдәренең ҡатна­шыуы ла был сараның мәртәбәһен күтәрә: быйыл да күптәнге дуҫтарыбыҙ “Йәншишмә” гәзите, “Аманат”, “Ағиҙел” журналдарынан Гөлназ Икбаева, Зарина Бағышаева, Дамир Шәрәфетдинов килде, йәш ижадсыларҙы приз­дар менән һөйөндөрҙө.
“Өмөтлө ҡәләм”дәрҙең киләсәктә иле-халҡы өсөн терәк булырҙай рухлы шәхес булып китәсәгенә шик юҡ, сөнки күңелгә йәштән сәселгән илһөйәрлек, телһөйәрлек һәм ижад орлоҡтары күркәм емештәр бирәсәк!

Гөлнур ЯҠУПОВА,
яҙыусы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 059

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 578

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 779

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 605

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 460

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 417

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 673

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 409

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 574