Кеше өсөн ризыҡ – йәшәү сығанағы. Ғөмүмән, донъялыҡҡа бар ителгән бөтә тереклек тамаҡ хәстәре менән ғүмер һөрә. Шулай ҙа ошо аксиомаға кешенең, хайуандан айырмалы рәүештә, бер зарури төҙәтмәһе бар: уға рухи аҙыҡ та кәрәк! Кескәй генә мәҡәләмде шундай ҙур һүҙҙәр менән башлауым тыуған районым Ғафуриҙа йылдар ғына түгел, быуаттар буйы йәшәп килгән рухи, мәҙәни традицияларҙың тамырланыуы, һаҡланыуы өсөн яҡташтарыма ҡарата рәхмәт һәм ғорурлыҡ тойғолары кисереүемдән.
Тәү ҡарашҡа бәләкәй миҫал һымаҡтыр: 15 йыл элек мәктәп балалары араһында “Өмөтлө ҡәләм” тип атап ижад бәйгеһе башлап ебәргәйнем. Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафури тыуған төбәктә был сараны ойоштороу тәбиғи, һәм унда йыл һайын 300-ҙән ашыу баланың ҡатнашыуы ла ғәжәп түгел. Ә бына барлыҡ райондаштарымдың, йәше-ҡартының ошо күренеште күңеленә яҡын алыуы, ҡыҙыҡһыныуы, дәрт-дарман өҫтәп тороуы барыбер һоҡландыра.
Әҙәбиәт йылында, Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына 135 йыл тулғанда, йәш ижадсыларҙың “Ғафури вариҫтары” тигән тәүге китабы донъя күрҙе, бәйгегә йомғаҡ яһалған тантанала (Красноусол башҡорт гимназияһында) уның исем туйы уҙҙы. Китап сығарыу, ғөмүмән, бөтә мәктәптәр йәлеп ителгән сараларҙы үткәреү бер минең генә ҡулымдан килә торған эш түгел. “Өмөтлө ҡәләм” район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаровтың иғтибарынан ситтә ҡалмай, атап әйткәндә, “Ғафури вариҫтары” уның хәстәре менән донъя күрҙе. “Бағыусы табырбыҙ, китапты әҙерләгеҙ, кешегә икмәк тә, йыр ҙа кәрәк” – район етәксеһенең был һүҙҙәре йөрәккә уйылды. Егәрле халҡы менән баҫыуҙарында юғары уңыш үҫтергән Борон ауыл биләмәһе башлығы Марат Рахманғолов иңенә алды был изге бурысты. Ошо уңайҙан уның ауыл хужалығы күрһәткестәре буйынса республикала алдынғы урындарға сығыуын билдәләп үткем килә. Эйе, икмәк булһа, йыр ҙа була һәм йыр булһа, эш тә ырай.
“Өмөтлө ҡәләм” бәйгеселәренә килгәндә, улар һәр саҡ иғтибар үҙәгендә: бәйгенең тәүге еңеүсеһе Батыр Игелеков район дауаханаһында табип булып эшләй, Сәлимә Ҡаранаева, Айнур Рәхмәтуллин — БДУ-ның, Алина Ғиззәтуллина БДПУ-ның филология факультетын тамамланы, Рөстәм Мәжитов журналист булырға әҙерләнә һ.б. Айнур яңы ғына әрме хеҙмәтенән ҡайтып төштө. Әйткәндәй, Батыр “Ғафури вариҫтары”ның исем туйында ҡатнашты, үҙенең номинацияһын булдырып, еңеүсегә бүләк тапшырҙы.
Мин йыл да өс-дүрт балаға аҡсалата премиялар таратам, автограф менән китабымды тапшырам, ә район ойошмалары, предприятиелары кәмендә 20 номинация билдәләп бүләкләй. Сараны ойоштороуҙа район гәзите, мәғариф бүлеге ярҙам итә. Өҫтәүенә быйылғы лауреаттар – Гөлсирен Фәйзуллина, Артур Сафин, Азалия Салауатова һәм Искәндәр Шәймәрҙәнов мәртәбәле бүләккә – Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһының Почет грамотаһына — лайыҡ булды.
Йылдың-йылы “Өмөтлө ҡәләм” байрамында республика матбуғаты вәкилдәренең ҡатнашыуы ла был сараның мәртәбәһен күтәрә: быйыл да күптәнге дуҫтарыбыҙ “Йәншишмә” гәзите, “Аманат”, “Ағиҙел” журналдарынан Гөлназ Икбаева, Зарина Бағышаева, Дамир Шәрәфетдинов килде, йәш ижадсыларҙы приздар менән һөйөндөрҙө.
“Өмөтлө ҡәләм”дәрҙең киләсәктә иле-халҡы өсөн терәк булырҙай рухлы шәхес булып китәсәгенә шик юҡ, сөнки күңелгә йәштән сәселгән илһөйәрлек, телһөйәрлек һәм ижад орлоҡтары күркәм емештәр бирәсәк!
Гөлнур ЯҠУПОВА,
яҙыусы.