Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сыбыҡһыҙ телеграмдар
“Һәнәк” үҙе сығып йөрөй алмаған ерҙәргә тырма, салғы, ураҡ, сүкеш, шөшлө, беҙ кеүек хәбәрселәрен ҡуйҙы. Улар сыбыҡһыҙ телеграм арҡылы хәбәр бирә торалар.

* * *
Имай Ҡарамалы комсомолы Халиҡов 9 октябрҙә эсеүҙән ике көн айный алмай йөрөнө.

* * *
Сайран ауылындағы үҙ-ара ярҙам комитетын председатель Тимерғәли, кимергеләй торғас, бөтөнләй ашап бөтөргән.

* * *
Ҡыпсаҡ улысы председателе Мораҡтағы II баҫҡыс урыҫ мәктәбенә “имени тов. Бабикова” тип исем бирҙерҙе. Үҙен бик ҙурға һанай, күрәһең.

(“Яңы ауыл һәнәге”,
1925, 5-се һан).
Хисап дәресе

Уҡытыусы:
– Әгәр ҙә бер өйҙә ике карауат тороп, шуларҙың һәр береһенә йөҙ ҡандала эйәләһә, икәүһендә нисә ҡандала була?
Уҡыусы:
– Ике йөҙ.
Һәнәк:
– Өфө кантоны Крәҫтиән йортонда күберәк. Унда һәр карауатҡа вағы-төйәге менән меңдән алып миллионға ҡәҙәр ҡандала тура килә.

(“Яңы ауыл һәнәге”,
1925, 6-сы һан).

Ҡоштар күргәҙмәһе

Кәкүк – яңғыҙ башын бер яҡ­ҡа ҡыйшайтып, моңайып йөрөй торған буйҙаҡ ҡош. Был мәхлүк ҡартайғансы үҙ башына йорт ҡора белмәй. Салбар ҡайышын ғына тота ла баҡсаларҙа фит-фит итеп кенә һыҙғырып тик йөрөй. Ай һайын фатир алмаштырып, семья һайын күкәй һалып китһә лә, үҙе алимент түләмәй.
Тутый – уҡымай ғына ғалим булған бер ҡош. Ҡиәфәте беҙҙең “ученый секретарҙарға” оҡша­ған. Кеше ауыҙынан ишеткән бер һүҙҙе үҙенеке итеп һөйләп, ғилем сәсергә бик ярата.
Бытбылдыҡ – салбар төбө­нә күн һалған, бик оратор бер ҡош. Ҡайҙа ҡалҡыу ер бар, шун­да менә лә быҡылдарға тотона. Үҙе наҙан, бар белгәне – “ҡай­һы­лыр ки”, “шулдыр ки”, “ызначит”, “постановление”, “засе­да­ние” кеүек өс-дүрт кенә һүҙ...
МӘРГӘН.
(“Яңы ауыл һәнәге”,
1927, 6-сы һан).

Төрлө йылдар – бер үк йырҙар

Алтын да була эйәр,
Көмөш тә була эйәр.
Итәгеңде йыйып йөрө –
“Һәнәк” йәптәре тейәр!
Һәнәккор Б. БАЯН.
(“Һәнәк”, 1926, 2-се һан).
* * *
Һәнәк ағай, мин беләм, һин шат
күңел,
Йәптәрең дә бар кешегә ят
түгел...
Ғ. СӘЛӘМ.
(“Һәнәк”, 1930, 7-се һан).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 683

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 062

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 582

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 781

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 608

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 462

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 514

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 422

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 676

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 413

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 577