Сыбыҡһыҙ телеграмдар18.09.2015
“Һәнәк” үҙе сығып йөрөй алмаған ерҙәргә тырма, салғы, ураҡ, сүкеш, шөшлө, беҙ кеүек хәбәрселәрен ҡуйҙы. Улар сыбыҡһыҙ телеграм арҡылы хәбәр бирә торалар.
* * *
Имай Ҡарамалы комсомолы Халиҡов 9 октябрҙә эсеүҙән ике көн айный алмай йөрөнө.
* * *
Сайран ауылындағы үҙ-ара ярҙам комитетын председатель Тимерғәли, кимергеләй торғас, бөтөнләй ашап бөтөргән.
* * *
Ҡыпсаҡ улысы председателе Мораҡтағы II баҫҡыс урыҫ мәктәбенә “имени тов. Бабикова” тип исем бирҙерҙе. Үҙен бик ҙурға һанай, күрәһең.
(“Яңы ауыл һәнәге”,
1925, 5-се һан).
Хисап дәресе
Уҡытыусы:
– Әгәр ҙә бер өйҙә ике карауат тороп, шуларҙың һәр береһенә йөҙ ҡандала эйәләһә, икәүһендә нисә ҡандала була?
Уҡыусы:
– Ике йөҙ.
Һәнәк:
– Өфө кантоны Крәҫтиән йортонда күберәк. Унда һәр карауатҡа вағы-төйәге менән меңдән алып миллионға ҡәҙәр ҡандала тура килә.
(“Яңы ауыл һәнәге”,
1925, 6-сы һан).
Ҡоштар күргәҙмәһе
Кәкүк – яңғыҙ башын бер яҡҡа ҡыйшайтып, моңайып йөрөй торған буйҙаҡ ҡош. Был мәхлүк ҡартайғансы үҙ башына йорт ҡора белмәй. Салбар ҡайышын ғына тота ла баҡсаларҙа фит-фит итеп кенә һыҙғырып тик йөрөй. Ай һайын фатир алмаштырып, семья һайын күкәй һалып китһә лә, үҙе алимент түләмәй.
Тутый – уҡымай ғына ғалим булған бер ҡош. Ҡиәфәте беҙҙең “ученый секретарҙарға” оҡшаған. Кеше ауыҙынан ишеткән бер һүҙҙе үҙенеке итеп һөйләп, ғилем сәсергә бик ярата.
Бытбылдыҡ – салбар төбөнә күн һалған, бик оратор бер ҡош. Ҡайҙа ҡалҡыу ер бар, шунда менә лә быҡылдарға тотона. Үҙе наҙан, бар белгәне – “ҡайһылыр ки”, “шулдыр ки”, “ызначит”, “постановление”, “заседание” кеүек өс-дүрт кенә һүҙ...
МӘРГӘН.
(“Яңы ауыл һәнәге”,
1927, 6-сы һан).
Төрлө йылдар – бер үк йырҙар
Алтын да була эйәр,
Көмөш тә була эйәр.
Итәгеңде йыйып йөрө –
“Һәнәк” йәптәре тейәр!
Һәнәккор Б. БАЯН.
(“Һәнәк”, 1926, 2-се һан).
* * *
Һәнәк ағай, мин беләм, һин шат
күңел,
Йәптәрең дә бар кешегә ят
түгел...
Ғ. СӘЛӘМ.
(“Һәнәк”, 1930, 7-се һан).