Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ватансылыҡ ниҙә күренә?
Ватансылыҡ ниҙә күренә? Республикабыҙҙа эҙәрмәндәр хәрәкәте киң йәйелдерелгән. Был йәһәттән өлкән класс уҡыусылары айырыуса әүҙем. Өфөлә үткәрелгән “Еңеүселәр вариҫтары” тигән сара барышында Хәйбулла районынан килгән ирекмәндәр менән осраштыҡ.

– Саҡырыуҙы ихлас ҡабул иттек, ара­ларҙың алыҫлығы өркөтмәне, – тине Һамар урта мәктәбе директоры Рафаэль Кәримов. – Яугирҙәр хаҡында мәғлү­мәт­те мөмкин тиклем күберәк тупларға, халыҡҡа таратырға кәрәк, был йәштәрҙе ватансылыҡ рухында тәрбиәләү өсөн бик мөһим.
Уҡыу алдынғылары Айгизә Исмә­ғи­лева менән Ләйсән Әбләева – район­дағы эҙәрмәндәр отрядының иң сәмсел ағзалары. Ошо көнгә тиклем Бөйөк Ва­тан һуғышында хәбәрһеҙ юғалған 160-ҡа яҡын кешенең исемен асыҡлауға үҙ өлө­шөн индергән улар. Әйткәндәй, икеһе­нең дә ғәзиз кешеләре Гитлер фа­­шис­тарына ҡаршы көрәштә ҡатнаш­ҡан.
– Ҡартатайым Сәйфелмөлөк Ҡотло­баев беренселәрҙән булып фронтҡа киткән, дошманды илебеҙҙән ҡыуғанда үҙен һис кенә лә аямаған, – тип һөйләй Айгизә. – Уның менән сикһеҙ ғорур­ланам, мәғлүмәт туплай барам. Бүтән­дәр белһен, күрһен – бына ниндәй батыр булған ата-бабам!
Ләйсәндең һүҙҙәренә ҡарағанда, Сәмиғулла Әбләев хаҡында матбуғатта күп мәҡәлә донъя күргән. Тәүҙәрәк ҡарта­та­һы тураһындағы яҙмаларға күҙ йүгертеп ке­нә сыҡҡан булһа, хәҙер һәр береһен иғ­ти­бар менән уҡый, хатта йыйып бара ҡыҙ.
“Был йәштәр һәммәһенә лә нисек өл­гөрә?” – тип аптырап та ҡуяһың. Баҡ­ти­һәң, улар ваҡытты дөрөҫ бүлергә өй­рән­гән, кәрәкмәгән ваҡ-төйәккә иғтибарҙы йү­нәлтмәй, шуға барыһы ла уң килеп тора.
Әхирәттәр баш ҡалала беренсе тап­ҡыр түгел, әммә килгән һайын Өфөнө яңы­нан асабыҙ, тиҙәр. Мәҫәлән, быйыл Салауат Юлаев һәйкәле янындағы май­ҙандың танымаҫлыҡ итеп үҙгәртелеүе, урамдарҙың иркенерәк, йорттарҙың ҡуп­шы­раҡ була барыуы ҡыуандырған уларҙы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 057

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 578

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 777

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 604

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 460

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 416

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 672

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 408

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 572