Республикабыҙҙа эҙәрмәндәр хәрәкәте киң йәйелдерелгән. Был йәһәттән өлкән класс уҡыусылары айырыуса әүҙем. Өфөлә үткәрелгән “Еңеүселәр вариҫтары” тигән сара барышында Хәйбулла районынан килгән ирекмәндәр менән осраштыҡ.– Саҡырыуҙы ихлас ҡабул иттек, араларҙың алыҫлығы өркөтмәне, – тине Һамар урта мәктәбе директоры Рафаэль Кәримов. – Яугирҙәр хаҡында мәғлүмәтте мөмкин тиклем күберәк тупларға, халыҡҡа таратырға кәрәк, был йәштәрҙе ватансылыҡ рухында тәрбиәләү өсөн бик мөһим.
Уҡыу алдынғылары Айгизә Исмәғилева менән Ләйсән Әбләева – райондағы эҙәрмәндәр отрядының иң сәмсел ағзалары. Ошо көнгә тиклем Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғалған 160-ҡа яҡын кешенең исемен асыҡлауға үҙ өлөшөн индергән улар. Әйткәндәй, икеһенең дә ғәзиз кешеләре Гитлер фашистарына ҡаршы көрәштә ҡатнашҡан.
– Ҡартатайым Сәйфелмөлөк Ҡотлобаев беренселәрҙән булып фронтҡа киткән, дошманды илебеҙҙән ҡыуғанда үҙен һис кенә лә аямаған, – тип һөйләй Айгизә. – Уның менән сикһеҙ ғорурланам, мәғлүмәт туплай барам. Бүтәндәр белһен, күрһен – бына ниндәй батыр булған ата-бабам!
Ләйсәндең һүҙҙәренә ҡарағанда, Сәмиғулла Әбләев хаҡында матбуғатта күп мәҡәлә донъя күргән. Тәүҙәрәк ҡартатаһы тураһындағы яҙмаларға күҙ йүгертеп кенә сыҡҡан булһа, хәҙер һәр береһен иғтибар менән уҡый, хатта йыйып бара ҡыҙ.
“Был йәштәр һәммәһенә лә нисек өлгөрә?” – тип аптырап та ҡуяһың. Баҡтиһәң, улар ваҡытты дөрөҫ бүлергә өйрәнгән, кәрәкмәгән ваҡ-төйәккә иғтибарҙы йүнәлтмәй, шуға барыһы ла уң килеп тора.
Әхирәттәр баш ҡалала беренсе тапҡыр түгел, әммә килгән һайын Өфөнө яңынан асабыҙ, тиҙәр. Мәҫәлән, быйыл Салауат Юлаев һәйкәле янындағы майҙандың танымаҫлыҡ итеп үҙгәртелеүе, урамдарҙың иркенерәк, йорттарҙың ҡупшыраҡ була барыуы ҡыуандырған уларҙы.