Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Википедияға булған дәғүәләргә яуап
Донъяла киң билдәлелек яулаған интернет энциклопедияһы “Википедия”ға йәмәғәтселектең иғтибары артыу менән бергә уға белдергән дәғүәләр ҙә күбәйә бара. Ун ике йыллыҡ тәжрибәле белгес булараҡ, дәғүәләр сәбәбенә төшөнөргә, проект ҡағиҙәләренә таянып, уларҙы хәл итергә йәки хәл итеү юлдарын аңлатырға тырышам, сөнки күп осраҡтарҙа ризаһыҙлыҡ нигеҙе Википедияла түгел, ә ул ҡулланған мәғлүмәт сығанаҡтарының бәхәсле булыуында һәм дәғүәселәрҙең был бәхәсте беҙ хәл итергә тейеш тип уйлауында. Википедия асылын аңлап етмәүҙән, ҡәҙимге баҫма сығанаҡтар менән тиңләүҙән тыуа ундай дәғүәләр. Шуға күрә төп тәғлимәттәрҙе йыш осраған ризаһыҙлыҡтар аша аңлатып үтергә булдым.

1-се дәғүә: “Сейле-бешле мәҡәләләрҙе ниңә Википедияға ҡуяһығыҙ?”

Яуап: Википедия “постмодерация” ҡағиҙәһе нигеҙендә эшләй. Тулайым алғанда, Википедия тамамланған проект түгел, айырым мәҡәләләр генә тамамланған була ала. “Сейле-бешле” мәҡәләләрҙе мөхәррирләү дауам итә, был эш бер ни тиклем ваҡытҡа, хатта бер нисә йылға һуҙылырға мөмкин. Тәжрибәле википедистар тамамланмаған мәҡәләләр нәшер итмәй. Яңы башлаған мөхәррирҙәр шулай яҙышырға өйрәнә.
Хәл итеү юлы: “Сейле-бешле” мәҡәләгә “Тамамланмаған мәҡәлә” ҡалыбын ҡуйығыҙ. Тамамланмаған мәҡәләләрҙе мөхәррирләүгә күберәк кеше йәлеп итегеҙ. Ирекмән мөхәррирҙәр рәтен тулыландырығыҙ.
2-се дәғүә: “Википедияла дөрөҫлөккә тап килмәгән мәғлүмәт яҙылған. Ниңә хатаны инҡар итмәйһегеҙ, дөрөҫлөктө иҫбатламайһығыҙ?”
Яуап: Википедия – икенсел сығанаҡ, башҡа абруйлы сығанаҡтарға һылтанған, уларҙа яҙылған мәғлүмәткә нигеҙләнгән мәҡәләләр нәшер итә. Беренсел сығанаҡтарҙа дөрөҫ булмаған мәғлүмәтте инҡар итеү, дөрөҫлөктө иҫбатлау менән википедистар шөғөлләнмәй. Ҡапма-ҡаршы фекерҙәргә нигеҙләнгән бәхәсле мәҡәләләр уртаҡ ҡарашлы булырға тейеш.
Хәл итеү юлы: Дөрөҫлөккә тап килмәгән мәғлүмәт тураһында дәғүәгеҙҙе беренсел сығанаҡҡа ебәрегеҙ. Ҡапма-ҡаршы фекерҙәргә нигеҙләнгән бәхәсле мәҡәләләр буйынса фекер алышырға абруйлы белгестәрҙе саҡырығыҙ.
3-сө дәғүә: “Википедияның хакимдары популяр йәш яҙыусы тураһындағы мәҡә­ләмде юйҙы!”
Яуап: Һеҙ һәм уның уҡыусылары ғына белгән “популяр йәш яҙыусы” тураһында башҡа абруйлы сығанаҡтарҙа мәғлүмәт юҡ. Һеҙ Википедияны беренсел сығанаҡ итеп ҡулландығыҙ, ә улай ярамай. Википедияға башҡа абруйлы сығанаҡтарға һылтанған мәҡәлә генә тәҡдим итергә.
Хәл итеү юлы: “Популяр йәш яҙыусы” тураһында абруйлы сығанаҡтарҙа мәғлүмәт баҫылғандан һуң ғына Википедияға мәҡәлә яҙығыҙ.
4-се дәғүә: “Википедияға гәзиттә (журналда) сыҡҡан мәҡәләмде ҡуймайһығыҙ!”
Яуап: Википедияла гәзит мәҡәләләре нәшер ителмәй, унда энциклопедия тәртибендә яҙылған мәҡәләләр ҡуйыла. Гәзиттә баҫтырылған мәҡәләгә эстәлеге тура килгән Википедия мәҡәләһенән һылтанма яһарға мөмкин.
Хәл итеү юлы: Йөкмәткеһе тура килгән Википедия мәҡәләһенән үҙегеҙҙең мәҡәләгеҙгә һылтанма яһағыҙ. Мәҡәләгеҙҙе “йәмғиәт милке”нә күсереп, “автор милке”нең матди өлөшөнән баш тартһағыҙ, Викидәреслек йәки Викикитапхана проектына тейәгеҙ.
5-се дәғүә: “Һеҙ – халыҡ дошманы! Сит ил проектына хеҙмәт итәһегеҙ!”
Яуап: Донъяның һәр ҡитғаһында йәшәгән 300-гә яҡын милләт телендә Википедия бүлеге бар. Улар араһында туған телебеҙҙәге бүлектең абруй яулауы башҡорт халҡына, башҡорт теленә мәртәбә генә өҫтәй. Сит илдә Википедияның техник өлөшө — серверҙар ғына тора, ә эстәлеген башҡорт телен белгән һәм белергә теләгән ирекмәндәр тултыра.
Хәл итеү юлы: Википедияла яҙышмау өсөн сәбәп эҙләмәгеҙ, ә халҡыбыҙ, туған телебеҙ мәнфәғәтен ҡурсалау яйын табығыҙ! Рәсәйҙә серверҙар ҡуйҙырыу өсөн проектҡа матди ярҙам итегеҙ.

Рөстәм НУРЫЕВ,
Башҡорт Википедияһы ирекмәне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда БПЛА һөжүм иткән урындан кадрҙарҙы төшөрөргә ярамауын иҫкәрттеләр

Башҡортостанда БПЛА һөжүм иткән урындан кадрҙарҙы төшөрөргә ярамауын иҫкәрттеләр 02.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА һөжүм иткән урындан кадрҙарҙы төшөрөргә ярамауын иҫкәрттеләр...

Тотош уҡырға 0

Шаран ауылында үҙәк майҙан төҙөкләндерелә

Шаран ауылында үҙәк майҙан төҙөкләндерелә 02.04.2026 // Йәмғиәт

Шаран районы Шаран ауылында «Йәшәү өсөн инфраструктура» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен ......

Тотош уҡырға 0

Баш ҡалала халыҡты ваҡытлыса урынлаштырыу пункты асылды

Баш ҡалала халыҡты ваҡытлыса урынлаштырыу пункты асылды 02.04.2026 // Йәмғиәт

Ул 35-се белем биреү үҙәгендә урынлашҡан (Ғафури урамы, 7)....

Тотош уҡырға 1

Өфөлә БПЛА һөжүме ваҡытында зыян күреүселәр тураһында ялған мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар

Өфөлә БПЛА һөжүме ваҡытында зыян күреүселәр тураһында ялған мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар 02.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә БПЛА һөжүме ваҡытында зыян күреүселәр тураһында ялған мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар...

Тотош уҡырға 1

Республика ҡотҡарыусылары ташҡын тураһында оператив мәғлүмәт еткерҙе

Республика ҡотҡарыусылары ташҡын тураһында оператив мәғлүмәт еткерҙе 02.04.2026 // Йәмғиәт

Республика ҡотҡарыусылары ташҡын тураһында оператив мәғлүмәт еткерҙе...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан уҡыусылары «Сириус»та химия буйынса олимпиадала ике «алтын» алды

Башҡортостан уҡыусылары «Сириус»та химия буйынса олимпиадала ике «алтын» алды 01.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан уҡыусылары «Сириус»та химия буйынса олимпиадала ике «алтын» алды...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә әлегә фатирҙарға йылы биреү туҡтатылмай

Өфөлә әлегә фатирҙарға йылы биреү туҡтатылмай 01.04.2026 // Йәмғиәт

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, киләһе аҙнала һалҡынайта....

Тотош уҡырға 2

Игорь Комаров һәм Радий Хәбиров Өфөлә Волга буйы федераль округындағы иң ҙур мәктәпте ҡараны

Игорь Комаров һәм Радий Хәбиров Өфөлә Волга буйы федераль округындағы иң ҙур мәктәпте ҡараны 01.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 1 апрелдә, Өфөлә Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле ......

Тотош уҡырға 1

Башгидромет Ләмәҙ, Стәрле һәм Өршәк йылғалары буйын һыу баҫыу хәүефе хаҡында иҫкәртте

Башгидромет Ләмәҙ, Стәрле һәм Өршәк йылғалары буйын һыу баҫыу хәүефе хаҡында иҫкәртте 01.04.2026 // Йәмғиәт

Башгидромет Ләмәҙ, Стәрле һәм Өршәк йылғалары буйын һыу баҫыу хәүефе хаҡында иҫкәртте...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә самокатта йөрөү сикләнгән йәки тыйылған урамдар билдәләнде

Өфөлә самокатта йөрөү сикләнгән йәки тыйылған урамдар билдәләнде 01.04.2026 // Йәмғиәт

1 апрелдән Өфөлә рәсми рәүештә электр самокаттары миҙгеле башланды, тип хәбәр иттеләр мэриянан....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда юҡ ителергә тейешле хәүефле үҫемлектәр исемлеге раҫланды

Башҡортостанда юҡ ителергә тейешле хәүефле үҫемлектәр исемлеге раҫланды 01.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда юҡ ителергә тейешле хәүефле үҫемлектәр исемлеге раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Билдәле тарихсы Ҡәүи Кәримов арабыҙҙан китте

Билдәле тарихсы Ҡәүи Кәримов арабыҙҙан китте 01.04.2026 // Йәмғиәт

Билдәле тарихсы Ҡәүи Кәримов арабыҙҙан китте...

Тотош уҡырға 1


Комментарий өҫтәргә