Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт
Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....
Бөгөн, 1 апрелдә, Өфөлә Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Кузнецов затоны биҫтәһендәге 162-се белем биреү үҙәгендә булды. Бөгөнгә был Волга буйы федераль округында 2200 урынлыҡ иң ҙур мәктәп тип һанала.
Дөйөм майҙаны 34 мең квадрат метрлыҡ яңы белем биреү учреждениеһы 96 класҡа иҫәпләнгән. Әлеге ваҡытта мәктәптә 1339 бала уҡый. Радий Хәбиров һәм Игорь Комаров хәүефһеҙлек системаһы менән танышты.
164-се белем биреү үҙәге директоры Миләүшә Мырҙағәлина әйтеүенсә, мәктәп биләмәһенә контроль-үткәреү пункты аша ғына инергә мөмкин. Бөтәһе 176 видеокүҙәтеү камераһы эшләй, райондың эске эштәр бүлеге менән оператив бәйләнеш булдырылған.
Президенттың Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле һәм Башҡортостан Башлығы спорт залын, 700 урынлыҡ ашхананы, эко-кафены, биология, физика, башланғыс класс кабинеттарын, дизайн студияһын, тамашалар залын ҡарап сыҡты.
Республиканың мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙин һүҙҙәренсә, «А» хәрефе рәүешендәге бинала башланғыс кластар, урта звено һәм туҡланыу блогы өсөн айырым блоктар булдырылған. Бында 100-ҙән ашыу уҡытыусы, психологтар, социаль хеҙмәткәрҙәр, кәңәшселәр, лаборанттар эшләй.
Белем биреү учреждениеһында дүрт спорт һәм бер тамаша залы, махсуслаштырылған дизайн, фото һәм кино төшөрөү студиялары, театр студияһы, нәшриәт үҙәге, робототехника кабинеттары, интерактив 3D -класс, ағас һәм металл эшкәртеү, кулинария һәм йортсолоҡ уҡытыу-производство кабинеттары бар.
Эргә-тирә биләмәлә ике баскетбол майҙансығы, мини-футбол өсөн майҙан, теннис корты, йүгереү юлдары, һикереү өсөн майҙансыҡтар һәм урам тренажерҙары урынлашҡан. Мәктәп яны биләмәһендә башланғыс кластарға шөғөлләнеү өсөн участка, йәшелсә, емеш-еләк үҫтереү өсөн урын, сәскә түтәле, шулай уҡ уйындар өсөн майҙансыҡтар, эскәмйәләр һәм беседкалар менән ял итеү зоналары булдырыла.
«Мөмкинлектәр мәктәбе» сиктәрендә Мәғариф үҙәгендә бер нисә профилле йүнәлеш асыла. «Ломоносов фән мөйөшө» йүнәлеше сиктәрендә Башҡорт дәүләт медицина университеты менән берлектә медицина класы эше планлаштырыла. «Кулибин оҫтаханаһы» технологик профиленә робототехника, яһалма интеллект, 3D-моделләштереү, БПЛА лабораториялары, оҫтаханалар, программалау мәктәбе ҡарай. «Иҡтисади идеялар лабораторияһы» социаль-иҡтисади профиле проект эше, идеяларҙы яҡлау форматында эшләй. «Пушкин ҡунаҡ бүлмәһе» гуманитар профиленә театр, тарихи, әҙәби ижади клубтарҙы, музей-китапхананы, шулай уҡ креатив индустриялар класын, психологик-педагогик һәм эшҡыуарлыҡ кластарын индереү күҙ уңында тотола.
Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт
Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....
Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт
Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......
Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт
Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...
Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......
Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт
Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......
Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт
Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...
Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...
Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт
Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...
Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...
Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...
Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт
Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...
Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...