Википедияға булған дәғүәләргә яуап23.02.2018
Донъяла киң билдәлелек яулаған интернет энциклопедияһы “Википедия”ға йәмәғәтселектең иғтибары артыу менән бергә уға белдергән дәғүәләр ҙә күбәйә бара. Ун ике йыллыҡ тәжрибәле белгес булараҡ, дәғүәләр сәбәбенә төшөнөргә, проект ҡағиҙәләренә таянып, уларҙы хәл итергә йәки хәл итеү юлдарын аңлатырға тырышам, сөнки күп осраҡтарҙа ризаһыҙлыҡ нигеҙе Википедияла түгел, ә ул ҡулланған мәғлүмәт сығанаҡтарының бәхәсле булыуында һәм дәғүәселәрҙең был бәхәсте беҙ хәл итергә тейеш тип уйлауында. Википедия асылын аңлап етмәүҙән, ҡәҙимге баҫма сығанаҡтар менән тиңләүҙән тыуа ундай дәғүәләр. Шуға күрә төп тәғлимәттәрҙе йыш осраған ризаһыҙлыҡтар аша аңлатып үтергә булдым.
1-се дәғүә: “Сейле-бешле мәҡәләләрҙе ниңә Википедияға ҡуяһығыҙ?”
Яуап: Википедия “постмодерация” ҡағиҙәһе нигеҙендә эшләй. Тулайым алғанда, Википедия тамамланған проект түгел, айырым мәҡәләләр генә тамамланған була ала. “Сейле-бешле” мәҡәләләрҙе мөхәррирләү дауам итә, был эш бер ни тиклем ваҡытҡа, хатта бер нисә йылға һуҙылырға мөмкин. Тәжрибәле википедистар тамамланмаған мәҡәләләр нәшер итмәй. Яңы башлаған мөхәррирҙәр шулай яҙышырға өйрәнә.
Хәл итеү юлы: “Сейле-бешле” мәҡәләгә “Тамамланмаған мәҡәлә” ҡалыбын ҡуйығыҙ. Тамамланмаған мәҡәләләрҙе мөхәррирләүгә күберәк кеше йәлеп итегеҙ. Ирекмән мөхәррирҙәр рәтен тулыландырығыҙ.
2-се дәғүә: “Википедияла дөрөҫлөккә тап килмәгән мәғлүмәт яҙылған. Ниңә хатаны инҡар итмәйһегеҙ, дөрөҫлөктө иҫбатламайһығыҙ?”
Яуап: Википедия – икенсел сығанаҡ, башҡа абруйлы сығанаҡтарға һылтанған, уларҙа яҙылған мәғлүмәткә нигеҙләнгән мәҡәләләр нәшер итә. Беренсел сығанаҡтарҙа дөрөҫ булмаған мәғлүмәтте инҡар итеү, дөрөҫлөктө иҫбатлау менән википедистар шөғөлләнмәй. Ҡапма-ҡаршы фекерҙәргә нигеҙләнгән бәхәсле мәҡәләләр уртаҡ ҡарашлы булырға тейеш.
Хәл итеү юлы: Дөрөҫлөккә тап килмәгән мәғлүмәт тураһында дәғүәгеҙҙе беренсел сығанаҡҡа ебәрегеҙ. Ҡапма-ҡаршы фекерҙәргә нигеҙләнгән бәхәсле мәҡәләләр буйынса фекер алышырға абруйлы белгестәрҙе саҡырығыҙ.
3-сө дәғүә: “Википедияның хакимдары популяр йәш яҙыусы тураһындағы мәҡәләмде юйҙы!”
Яуап: Һеҙ һәм уның уҡыусылары ғына белгән “популяр йәш яҙыусы” тураһында башҡа абруйлы сығанаҡтарҙа мәғлүмәт юҡ. Һеҙ Википедияны беренсел сығанаҡ итеп ҡулландығыҙ, ә улай ярамай. Википедияға башҡа абруйлы сығанаҡтарға һылтанған мәҡәлә генә тәҡдим итергә.
Хәл итеү юлы: “Популяр йәш яҙыусы” тураһында абруйлы сығанаҡтарҙа мәғлүмәт баҫылғандан һуң ғына Википедияға мәҡәлә яҙығыҙ.
4-се дәғүә: “Википедияға гәзиттә (журналда) сыҡҡан мәҡәләмде ҡуймайһығыҙ!”
Яуап: Википедияла гәзит мәҡәләләре нәшер ителмәй, унда энциклопедия тәртибендә яҙылған мәҡәләләр ҡуйыла. Гәзиттә баҫтырылған мәҡәләгә эстәлеге тура килгән Википедия мәҡәләһенән һылтанма яһарға мөмкин.
Хәл итеү юлы: Йөкмәткеһе тура килгән Википедия мәҡәләһенән үҙегеҙҙең мәҡәләгеҙгә һылтанма яһағыҙ. Мәҡәләгеҙҙе “йәмғиәт милке”нә күсереп, “автор милке”нең матди өлөшөнән баш тартһағыҙ, Викидәреслек йәки Викикитапхана проектына тейәгеҙ.
5-се дәғүә: “Һеҙ – халыҡ дошманы! Сит ил проектына хеҙмәт итәһегеҙ!”
Яуап: Донъяның һәр ҡитғаһында йәшәгән 300-гә яҡын милләт телендә Википедия бүлеге бар. Улар араһында туған телебеҙҙәге бүлектең абруй яулауы башҡорт халҡына, башҡорт теленә мәртәбә генә өҫтәй. Сит илдә Википедияның техник өлөшө — серверҙар ғына тора, ә эстәлеген башҡорт телен белгән һәм белергә теләгән ирекмәндәр тултыра.
Хәл итеү юлы: Википедияла яҙышмау өсөн сәбәп эҙләмәгеҙ, ә халҡыбыҙ, туған телебеҙ мәнфәғәтен ҡурсалау яйын табығыҙ! Рәсәйҙә серверҙар ҡуйҙырыу өсөн проектҡа матди ярҙам итегеҙ.
Рөстәм НУРЫЕВ,
Башҡорт Википедияһы ирекмәне.