Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Быуаттарҙы урай-урай,Эй һыҙа моңло Ҡурай...
Быуаттарҙы урай-урай,Эй һыҙа моңло Ҡурай...Ошо көндәрҙә ҡыуаныслы хәбәр ишетеү бәхетен кисерҙек – ҡурайыбыҙҙы Башҡортостандың төбәк бренды итеп танығандар. Рәсәй патентының Федераль сәнәғәт милек институты уйын ҡоралы – ҡурайҙың килеп сығышының төбәк урынын теркәне. Был хаҡта беренселәрҙән булып республикабыҙҙың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова һөйөнсөләне. Ҡурайҙың Башҡортостандың рәсми бренды булып танылыуы уның тап беҙҙең төбәктә барлыҡҡа килгәнен раҫлай.


Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары, сенатор Лилиә Ғүмәрованың һүҙҙәренә ҡара­ғанда, Бөтә Рәсәй патент-техник китапханаһында барған һөйләшеүҙә 250 тирәһе белгес ҡатнашҡан, шул иҫәптән илебеҙҙең төбәктәренән дә вәкилдәрҙе саҡырғандар. Шул иғтибарға лайыҡ, арҙаҡлы ҡурайсы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Азат Айытҡоловтың был изге эште күптән башлап ебәргәнен барыһы ла хәтерләйҙер.
Берәй дәүләтте нисек күҙ алдына баҫтыралар? Ә Башҡортостанды? Һүҙ ҙә юҡ, визит карточкаһы була алырлыҡ тауарҙарыбыҙ бихисап. Башҡортто танытҡан балы, ҡымыҙы, ҡурайы, милли батырыбыҙ Салауат Юлаев, үҙ сиратында шул исемдәге хоккей командаһы һәм башҡалар бар. Шулар араһынан ете тажлы үлән ҡурайыбыҙҙың дәүләт символдарыбыҙҙа һынландырылыуы күпте һөйләй. Бер юлы флагта ла, гербта ла уның урын алыуы, хатта гимнда ла моңо яңғырауы ғәжәп бит!
Республика халыҡ ижады үҙәге тейешле документтар йыйғанда өҫтәмә рәүештә ғилми тикшеренеүҙәр алып барған, ҡурай буйынса оҫталар менән кәңәшләшкән, әллә күпме архив белешмәләре туплаған. Республикабыҙҙың Ҡурайсылар союзы ла бик ҙур ярҙам күрһәткән.
Йәшермәйек, ҡурай тирәһендә тартҡы­ла­шыуҙар ҙа булманы түгел. Бер ваҡыт был ҡоралда уйнаусыларҙың бөтөү хәленә етеүенә лә шаһит инек. Ата-бабаларыбыҙ ҡалдырған мираҫтан нисек кенә ҡолаҡ ҡаҡтырырға маташмаһындар, Урал тәбиғәтендә үҫкән көпшә ҡурайҙы бүтән береһе лә алмаштыра алмай. Ғәбит сәсән, Ишмөхәмәт сәсән, Ишмулла һәм Сәйфулла Дилмөхәмәтовтар, Рәхмәтулла Бүләкәнов, Кәрим Дияров, Юлай Ғәйнетдинов, Ишморат Илбәков, Әҙеһәм Исҡужин, Рәсүл Ҡарабулатов, Роберт Юлдашев һәм башҡа оҫталар көйҙәр яңғыратҡан ҡурайыбыҙ мәңге уйнап торор, мәңге тынмаҫ...
Шулай итеп, Тула гармунынан ҡала, уйын ҡоралы булараҡ ҡурай икенсе булып рәсми теркәү үтте.


Артур ӘЛИБӘКОВ, Республика халыҡ ижады үҙәге директоры:
– Бөгөнгө глобалләштереү заманында милли үҙенсәлектәр юғалыуға табан бара. Төп маҡсат – халҡыбыҙға мөһим булған ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған алтын мираҫты һаҡлап алып ҡалыу. Ҡурай – музыка уйын ҡоралы ғына түгел, ә милләтебеҙҙең йөрәге, тын алышы, күңел кисереше, тарихын һаҡлап алып килеүсе, йәш быуынға еткереүсе.

Азат АЙЫТҠОЛОВ, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты:
– Әлбиттә, был бер көндә генә башҡарыла торған бурыс түгел. Мин Ҡурайсылар союзы рәйесе булғанда уҡ эш башланғайны, әммә төрлө сәбәптәр арҡаһында һүнеңкерәп ҡалды. Республикабыҙға яңы етәкселек килгәс, эш ҡыҙыулана төштө. Һәм, ниһайәт, ҡурайыбыҙға патент бирелде. “Оло еңеүең менән!” – тип ҡотлаусылар күп. “Быны бөтә башҡорт халҡының еңеүе тип ҡабул итәйек”, – тип аңлатам барыһына ла. Иң беренсе Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығына оло рәхмәтемде белдерәм. Хыялдарымдың икеһе тормошҡа ашты ла инде – ҡурайсыларҙы ваҡытынан алдан пенсияға сығарыуҙы һәм ҡурайға патент алыуҙы хәл итеүҙән тыш, милли уйын ҡоралына һәйкәл ҡуйыу уйы менән дә янам.

Заһир ШӘЙӘХМӘТОВ, ҡурайсы, 6-сы музыка мәктәбе директоры:
– Был яңылыҡты ифрат шатланып ҡабул иттем. Ҡурайҙы һаҡлап ҡалыу, улай ғына ла түгел, нәҡ башҡорттоҡо итеүгә күпме көс түгелгәнен тик ҡурайсы Азат Миңлеғәле улы үҙе генә беләлер. Юғиһә кемдәр генә уны үҙҙәренеке итергә тырышманы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 059

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 578

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 778

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 605

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 460

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 417

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 673

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 409

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 574