Ошо көндәрҙә ҡыуаныслы хәбәр ишетеү бәхетен кисерҙек – ҡурайыбыҙҙы Башҡортостандың төбәк бренды итеп танығандар. Рәсәй патентының Федераль сәнәғәт милек институты уйын ҡоралы – ҡурайҙың килеп сығышының төбәк урынын теркәне. Был хаҡта беренселәрҙән булып республикабыҙҙың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова һөйөнсөләне. Ҡурайҙың Башҡортостандың рәсми бренды булып танылыуы уның тап беҙҙең төбәктә барлыҡҡа килгәнен раҫлай.Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары, сенатор Лилиә Ғүмәрованың һүҙҙәренә ҡарағанда, Бөтә Рәсәй патент-техник китапханаһында барған һөйләшеүҙә 250 тирәһе белгес ҡатнашҡан, шул иҫәптән илебеҙҙең төбәктәренән дә вәкилдәрҙе саҡырғандар. Шул иғтибарға лайыҡ, арҙаҡлы ҡурайсы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Азат Айытҡоловтың был изге эште күптән башлап ебәргәнен барыһы ла хәтерләйҙер.
Берәй дәүләтте нисек күҙ алдына баҫтыралар? Ә Башҡортостанды? Һүҙ ҙә юҡ, визит карточкаһы була алырлыҡ тауарҙарыбыҙ бихисап. Башҡортто танытҡан балы, ҡымыҙы, ҡурайы, милли батырыбыҙ Салауат Юлаев, үҙ сиратында шул исемдәге хоккей командаһы һәм башҡалар бар. Шулар араһынан ете тажлы үлән ҡурайыбыҙҙың дәүләт символдарыбыҙҙа һынландырылыуы күпте һөйләй. Бер юлы флагта ла, гербта ла уның урын алыуы, хатта гимнда ла моңо яңғырауы ғәжәп бит!
Республика халыҡ ижады үҙәге тейешле документтар йыйғанда өҫтәмә рәүештә ғилми тикшеренеүҙәр алып барған, ҡурай буйынса оҫталар менән кәңәшләшкән, әллә күпме архив белешмәләре туплаған. Республикабыҙҙың Ҡурайсылар союзы ла бик ҙур ярҙам күрһәткән.
Йәшермәйек, ҡурай тирәһендә тартҡылашыуҙар ҙа булманы түгел. Бер ваҡыт был ҡоралда уйнаусыларҙың бөтөү хәленә етеүенә лә шаһит инек. Ата-бабаларыбыҙ ҡалдырған мираҫтан нисек кенә ҡолаҡ ҡаҡтырырға маташмаһындар, Урал тәбиғәтендә үҫкән көпшә ҡурайҙы бүтән береһе лә алмаштыра алмай. Ғәбит сәсән, Ишмөхәмәт сәсән, Ишмулла һәм Сәйфулла Дилмөхәмәтовтар, Рәхмәтулла Бүләкәнов, Кәрим Дияров, Юлай Ғәйнетдинов, Ишморат Илбәков, Әҙеһәм Исҡужин, Рәсүл Ҡарабулатов, Роберт Юлдашев һәм башҡа оҫталар көйҙәр яңғыратҡан ҡурайыбыҙ мәңге уйнап торор, мәңге тынмаҫ...
Шулай итеп, Тула гармунынан ҡала, уйын ҡоралы булараҡ ҡурай икенсе булып рәсми теркәү үтте.
Артур ӘЛИБӘКОВ, Республика халыҡ ижады үҙәге директоры:– Бөгөнгө глобалләштереү заманында милли үҙенсәлектәр юғалыуға табан бара. Төп маҡсат – халҡыбыҙға мөһим булған ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған алтын мираҫты һаҡлап алып ҡалыу. Ҡурай – музыка уйын ҡоралы ғына түгел, ә милләтебеҙҙең йөрәге, тын алышы, күңел кисереше, тарихын һаҡлап алып килеүсе, йәш быуынға еткереүсе.
Азат АЙЫТҠОЛОВ, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты:– Әлбиттә, был бер көндә генә башҡарыла торған бурыс түгел. Мин Ҡурайсылар союзы рәйесе булғанда уҡ эш башланғайны, әммә төрлө сәбәптәр арҡаһында һүнеңкерәп ҡалды. Республикабыҙға яңы етәкселек килгәс, эш ҡыҙыулана төштө. Һәм, ниһайәт, ҡурайыбыҙға патент бирелде. “Оло еңеүең менән!” – тип ҡотлаусылар күп. “Быны бөтә башҡорт халҡының еңеүе тип ҡабул итәйек”, – тип аңлатам барыһына ла. Иң беренсе Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығына оло рәхмәтемде белдерәм. Хыялдарымдың икеһе тормошҡа ашты ла инде – ҡурайсыларҙы ваҡытынан алдан пенсияға сығарыуҙы һәм ҡурайға патент алыуҙы хәл итеүҙән тыш, милли уйын ҡоралына һәйкәл ҡуйыу уйы менән дә янам.
Заһир ШӘЙӘХМӘТОВ, ҡурайсы, 6-сы музыка мәктәбе директоры:– Был яңылыҡты ифрат шатланып ҡабул иттем. Ҡурайҙы һаҡлап ҡалыу, улай ғына ла түгел, нәҡ башҡорттоҡо итеүгә күпме көс түгелгәнен тик ҡурайсы Азат Миңлеғәле улы үҙе генә беләлер. Юғиһә кемдәр генә уны үҙҙәренеке итергә тырышманы.