Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
ИЛ ИНӘҺЕВилә Искәндәр ҡыҙы Баймырҙина – өс тиҫтә йылға яҡын тығыҙ аралашҡан әхирәтем, Рәсәйҙең билдәле этнопедагогы, республикабыҙҙың арҙаҡлы шәхесе ул. Тыштан ҡарағанда һәр ваҡыт тыныс, яй ғына баҫып йөрөгән Виләнең бөтә нимәгә өлгөргәненә хайран ҡалырлыҡ. Кешеләр менән йылмайып ҡына һөйләшә. Иплелеге, һәр кемгә иғтибарлы ҡарашы кешеләрҙе һәр саҡ йәлеп итә.

Ҡайҙа ғына эшләһә лә, Виләне юғары һөнәри сифаттары, яуаплы­лыҡ, үҙенә талапсанлыҡ, ойоштороу һәләте, айыҡ аҡыл менән эш итеүе өсөн ихтирам итәләр. Юҡҡа ғына түгелдер уның күп ҡырлы эшмәкәрлеге. Төп эшенән башҡа, ул Рәсәйҙә педагогия фәненең этнопедагогика йүнәлешен үҫтереүҙә әүҙем ҡатнаша. Миҫал өсөн әйтеп китәм:‒ уның монографиялары Ҡырым­да, Тажикстанда, Сыуашстанда, Ҡытайҙа уҡыу әсбаптары итеп индерелә башланы. Ике китабы Германияла нәшер ителде, мәҡәләләре Австрия журналдарында баҫылып сыҡты. Педагогия өлкәһендәге уңыштары өсөн ул А.С. Макаренко, Г.Н. Волков, Халыҡ-ара этно­педа­гогтарҙың ассоциацияһы миҙалдары менән бүләкләнде. Бөгөнгө көндә Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә (Адлер, Мәскәү, Новосибирск һ.б.), Ҡытайҙа уның фәнни етәкселегендә кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлаған 22 белгес уңышлы эшләй. Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, Рәсәй юғары профессиональ мәғарифының Почетлы хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фәнни хеҙмәткәре элеккесә ябай булып ҡала бирә. Студенттарға үҙ аҡсаһына кейем алып бирһенме, ас йөрөгәндәрен ашатһынмы, йоҡларға урындары булмағандарын өйөнә алып ҡайтһынмы, 14 йыл дауамында Хәйбулла районының талантлы биш уҡыусыһына премия булдырһынмы –‒ ошонда күренә инде Виләнең Виләлеге. Юҡҡа ғынамы уны ҡаҙаҡтар “ысын ҡаҙаҡ ҡатыны”, сыуаштар “төп сыуаш ҡатыны”, татарҙар “үҙебеҙҙең татар ҡатыны” тип йөрөтә. Ысынлап та, уны һәр ерҙә үҙ итеп күрәләр. Сөнки Вилә ҡатын-ҡыҙҙарға хас иң юғары сифаттарға эйә. Ул ире Хәмит менән ике бала үҫтерҙе, ейән-ейәнсәрҙәренә терәк. Ике яҡтан да атай-әсәйҙәрен тиң ҡаранылар. Виләнең әсәһе Камила инәй менән Гөлнур апайы бергә йәшәне. Туғандары менән татыу ғүмер итәләр. Ауырыуҙарҙы ҡарау, йоҡоһоҙ төндәр ни тиклем ҡыйын булһа ла, ул бер ваҡытта ла кешегә күрһәтмәне. Әлбиттә, уның хәлен белмәгән ҡайһы бер көнсөл кешеләр “ниңә ул гел йылмайып йөрөмәһен, донъяһы бөтөн, арты ныҡ” тип фараз итә. Донъя ныҡ булһын өсөн йортто таҙа, аҡсаны урынлы тотонһаң, йыбанмай ҡайнар аш бешереп торһаң, иреңде, балала­рың­ды яратып ҡаршы алып, яратып оҙатып ҡалһаң, кеше йоҡлағанда, кеше ял иткәндә, күңел асҡанда эшләһәң, ысынлап та, йылмайып йөрөү еп-еңел.
Йәмәғәт эштәрен дә ул ихлас башҡара. Баш­ҡорт дәүләт универси­тетының “Вестник Башкирского университета”, Санкт-Петербургта сыҡҡан “Российский гуманитарный журнал” баҫма­ларында редколлегия ағзаһы, М. Аҡ­мулла исе­мен­дәге Башҡорт дәү­ләт педагогия уни­верситетындағы докторлыҡ һәм канди­датлыҡ диссертация советы ағзаһы, Халыҡ-ара этнопедагогтар ассоциацияһы ағзаһы. Алты йыл Стәрлетамаҡ башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәтен етәкләне, хаҙер ‒рәйес урынбаҫары, республика ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәтенең идара ағзаһы, Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы һ.б. Был хәтлем эш башҡарыуына хайран ҡалып, нисек ваҡыт еткерәһең, тигән һорауға ул: “Миллио­нерға ла, ялҡауға ла тәүлегенә 24 сәғәт бирелгән”, – тигәйне. Халыҡтың төрлө ҡатламы менән көсөн, ваҡытын йәлләмәй, бушлай эшләгән Вилә Искәндәр ҡыҙын “XXI быуат Аҡмуллаһы” тип атауҙарына һис тә аптырамайым.
Ҡул эшен дә яратып башҡара ул. Кейем-һалым тегеүгә лә, бәйләүгә лә оҫта. Ошо көнгә тиклем халыҡ бейеүҙәрен өйрәнеп, профессиональ кимәлдә башҡара, әҙәби әҫәрҙәр яҙа. “Түңәрәк донъям”, “Ал­ҡынып-ашҡынып аға ғүмер”, “Их, был ирҙәрҙе”, рус телендә “Истории из страны моего Детства” ти­гән китаптары донъя күрҙе. “На перекрестке семи дорог” тигән күләмле романын нәшриәткә тапшырҙы. “Фәнни хеҙмәттәр яҙғанда бик арып китәм. Шул саҡ хыял донъяһына сумып, башымды ял иттерәм”, – ти ул.
Бөтә нәмә уға мул бирелгән. Үҙе әйтмешләй, ҡыуанысы диңгеҙ-диңгеҙ, хәсрәттәре даръя-даръя. Ауыҙы тулы ҡара ҡан булһа ла, күкрәген ут үртәһә лә, ул ил инәһе булып ҡала белә. 2014 йылда Виләне, республика кимәлендә сәхнәгә сығарып, Ил инәһе исемен бирҙеләр. Был исемде ул халыҡ биргән иң ҙур баһа итеп ҡабул ҡылды.

Миңзәлә ДӘҮЛӘТОВА,
юридик фәндәр кандидаты, доцент.


Стәрлетамаҡ ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Ҡурсаҡ театрында яңы миҙгел асыла

Ҡурсаҡ театрында яңы миҙгел асыла 24.08.2018 // Аҡмулла / Әҙәбиәт

Ҡурсаҡ театры тамашасыларға бер юлы өс премьера әҙерләне: “Етем төлкө”, “Буратино” камера...

Тотош уҡырға 1 580

Икеһе лә балалар өсөн

Икеһе лә балалар өсөн 24.08.2018 // Социаль мәсьәлә / Аҡмулла

Бөрйән районында “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект программаһы”на ярашлы ике...

Тотош уҡырға 1 557

Төмәнәктә туйҙар матур үтә

Төмәнәктә туйҙар матур үтә 24.08.2018 // Аҡмулла

Ҡайһы берәүҙәр “ауыл бөтә” тип ҡайғырғанда, Туймазы районындағы Төмәнәк ауылы халҡы дәртләнеп донъя...

Тотош уҡырға 1 364

Байрамдарҙың бармы ҙурыһы?!.

Байрамдарҙың бармы ҙурыһы?!. 24.08.2018 // Белем һәм тәрбиә / Аҡмулла

Хәҙер календарға күҙ һалыу менән аптырашҡа ҡалаһың, һәр көн – ниндәй ҙә булһа байрам. Ҡайһы бер...

Тотош уҡырға 1 535

Ике аҡҡош

Ике аҡҡош 16.08.2018 // Аҡмулла

Ике йәш йөрәк сәхнәлә табыша. Әхмәт Зәйнуллин менән Мәрхәбә Вәлишинаның уҡытыусы булып эшләй...

Тотош уҡырға 1 551

Урағайҙа, йөҙ йыл элек

Урағайҙа, йөҙ йыл элек 16.08.2018 // Аҡмулла

Рәсәй. Август. Ваҡиғалар....

Тотош уҡырға 1 341

Әҙерлек әүҙем бара

Әҙерлек әүҙем бара 10.08.2018 // Аҡмулла

Балалар яңы уҡыу йылын таҙа, төҙөк, күркәм мәктәптәрҙә ҡаршы алһын өсөн учалылар ҙур тырышлыҡ...

Тотош уҡырға 1 330

“Тантана ла, бер аҙ һағыш та бар...”

“Тантана ла, бер аҙ һағыш та бар...” 10.08.2018 // Аҡмулла

Шиғриәт – бер аҙ абстракт төшөнсә. Шағирҙың ижады, уның йәшәү кредоһы хаҡында телдән һөйләп аңлатыу...

Тотош уҡырға 1 524

Ижад ит һин бала күңелдәрен, Шиғыр итеп яҙ һин яҙмышыңды

Ижад ит һин бала күңелдәрен, Шиғыр итеп яҙ һин яҙмышыңды 10.08.2018 // Аҡмулла

Уның хаҡында ижади фекерләгән, балаларын олимпиадаларға әҙерләгән уҡытыусы булараҡ яҙырғамы, әллә...

Тотош уҡырға 1 925

“Шундай матур мәктәптә уҡырға кәрәк яҡшы!”

“Шундай матур мәктәптә уҡырға кәрәк яҡшы!” 10.08.2018 // Аҡмулла

Өфөнөң Октябрь районына ҡараған Нуғай ҡасабаһында яңы төҙөлгән мәктәп әллә ҡайҙан балҡып, үҙенә...

Тотош уҡырға 1 360

Хеҙмәт кенәгәһендә – бер генә яҙыу

Хеҙмәт кенәгәһендә – бер генә яҙыу 10.08.2018 // Белем һәм тәрбиә / Аҡмулла

Уҡытыусы һөнәре элек-электән маҡтауға лайыҡ. Уның абруйы, бәҫе һәр ваҡыт юғары. Шуға күрә уҡытыусы...

Тотош уҡырға 1 681

“Бишле”гә уҡыһаң – бушлай сәйәхәт

“Бишле”гә уҡыһаң – бушлай сәйәхәт 10.08.2018 // Аҡмулла

“iВолга-2018” Бөтә Рәсәй йәштәр форумына БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы студенты Роман Баязитов...

Тотош уҡырға 1 307