Вилә Искәндәр ҡыҙы Баймырҙина – өс тиҫтә йылға яҡын тығыҙ аралашҡан әхирәтем, Рәсәйҙең билдәле этнопедагогы, республикабыҙҙың арҙаҡлы шәхесе ул. Тыштан ҡарағанда һәр ваҡыт тыныс, яй ғына баҫып йөрөгән Виләнең бөтә нимәгә өлгөргәненә хайран ҡалырлыҡ. Кешеләр менән йылмайып ҡына һөйләшә. Иплелеге, һәр кемгә иғтибарлы ҡарашы кешеләрҙе һәр саҡ йәлеп итә.Ҡайҙа ғына эшләһә лә, Виләне юғары һөнәри сифаттары, яуаплылыҡ, үҙенә талапсанлыҡ, ойоштороу һәләте, айыҡ аҡыл менән эш итеүе өсөн ихтирам итәләр. Юҡҡа ғына түгелдер уның күп ҡырлы эшмәкәрлеге. Төп эшенән башҡа, ул Рәсәйҙә педагогия фәненең этнопедагогика йүнәлешен үҫтереүҙә әүҙем ҡатнаша. Миҫал өсөн әйтеп китәм:‒ уның монографиялары Ҡырымда, Тажикстанда, Сыуашстанда, Ҡытайҙа уҡыу әсбаптары итеп индерелә башланы. Ике китабы Германияла нәшер ителде, мәҡәләләре Австрия журналдарында баҫылып сыҡты. Педагогия өлкәһендәге уңыштары өсөн ул А.С. Макаренко, Г.Н. Волков, Халыҡ-ара этнопедагогтарҙың ассоциацияһы миҙалдары менән бүләкләнде. Бөгөнгө көндә Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә (Адлер, Мәскәү, Новосибирск һ.б.), Ҡытайҙа уның фәнни етәкселегендә кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлаған 22 белгес уңышлы эшләй. Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, Рәсәй юғары профессиональ мәғарифының Почетлы хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фәнни хеҙмәткәре элеккесә ябай булып ҡала бирә. Студенттарға үҙ аҡсаһына кейем алып бирһенме, ас йөрөгәндәрен ашатһынмы, йоҡларға урындары булмағандарын өйөнә алып ҡайтһынмы, 14 йыл дауамында Хәйбулла районының талантлы биш уҡыусыһына премия булдырһынмы –‒ ошонда күренә инде Виләнең Виләлеге. Юҡҡа ғынамы уны ҡаҙаҡтар “ысын ҡаҙаҡ ҡатыны”, сыуаштар “төп сыуаш ҡатыны”, татарҙар “үҙебеҙҙең татар ҡатыны” тип йөрөтә. Ысынлап та, уны һәр ерҙә үҙ итеп күрәләр. Сөнки Вилә ҡатын-ҡыҙҙарға хас иң юғары сифаттарға эйә. Ул ире Хәмит менән ике бала үҫтерҙе, ейән-ейәнсәрҙәренә терәк. Ике яҡтан да атай-әсәйҙәрен тиң ҡаранылар. Виләнең әсәһе Камила инәй менән Гөлнур апайы бергә йәшәне. Туғандары менән татыу ғүмер итәләр. Ауырыуҙарҙы ҡарау, йоҡоһоҙ төндәр ни тиклем ҡыйын булһа ла, ул бер ваҡытта ла кешегә күрһәтмәне. Әлбиттә, уның хәлен белмәгән ҡайһы бер көнсөл кешеләр “ниңә ул гел йылмайып йөрөмәһен, донъяһы бөтөн, арты ныҡ” тип фараз итә. Донъя ныҡ булһын өсөн йортто таҙа, аҡсаны урынлы тотонһаң, йыбанмай ҡайнар аш бешереп торһаң, иреңде, балаларыңды яратып ҡаршы алып, яратып оҙатып ҡалһаң, кеше йоҡлағанда, кеше ял иткәндә, күңел асҡанда эшләһәң, ысынлап та, йылмайып йөрөү еп-еңел.
Йәмәғәт эштәрен дә ул ихлас башҡара. Башҡорт дәүләт университетының “Вестник Башкирского университета”, Санкт-Петербургта сыҡҡан “Российский гуманитарный журнал” баҫмаларында редколлегия ағзаһы, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетындағы докторлыҡ һәм кандидатлыҡ диссертация советы ағзаһы, Халыҡ-ара этнопедагогтар ассоциацияһы ағзаһы. Алты йыл Стәрлетамаҡ башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәтен етәкләне, хаҙер ‒рәйес урынбаҫары, республика ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәтенең идара ағзаһы, Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы һ.б. Был хәтлем эш башҡарыуына хайран ҡалып, нисек ваҡыт еткерәһең, тигән һорауға ул: “Миллионерға ла, ялҡауға ла тәүлегенә 24 сәғәт бирелгән”, – тигәйне. Халыҡтың төрлө ҡатламы менән көсөн, ваҡытын йәлләмәй, бушлай эшләгән Вилә Искәндәр ҡыҙын “XXI быуат Аҡмуллаһы” тип атауҙарына һис тә аптырамайым.
Ҡул эшен дә яратып башҡара ул. Кейем-һалым тегеүгә лә, бәйләүгә лә оҫта. Ошо көнгә тиклем халыҡ бейеүҙәрен өйрәнеп, профессиональ кимәлдә башҡара, әҙәби әҫәрҙәр яҙа. “Түңәрәк донъям”, “Алҡынып-ашҡынып аға ғүмер”, “Их, был ирҙәрҙе”, рус телендә “Истории из страны моего Детства” тигән китаптары донъя күрҙе. “На перекрестке семи дорог” тигән күләмле романын нәшриәткә тапшырҙы. “Фәнни хеҙмәттәр яҙғанда бик арып китәм. Шул саҡ хыял донъяһына сумып, башымды ял иттерәм”, – ти ул.
Бөтә нәмә уға мул бирелгән. Үҙе әйтмешләй, ҡыуанысы диңгеҙ-диңгеҙ, хәсрәттәре даръя-даръя. Ауыҙы тулы ҡара ҡан булһа ла, күкрәген ут үртәһә лә, ул ил инәһе булып ҡала белә. 2014 йылда Виләне, республика кимәлендә сәхнәгә сығарып, Ил инәһе исемен бирҙеләр. Был исемде ул халыҡ биргән иң ҙур баһа итеп ҡабул ҡылды.
Миңзәлә ДӘҮЛӘТОВА,
юридик фәндәр кандидаты, доцент.Стәрлетамаҡ ҡалаһы.