Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Рухи ҡиммәттәр һағында
Рухи ҡиммәттәр һағында 2004-2010 йылдар
Был осорҙа Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенә киң билдәле йәмәғәт эшмәкәре, 1991—1995 йылдарҙа —БАССР-ҙың XII саҡырылыш Юғары Советы, 1995—2008 йылдарҙа III саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ағзаһы сифатында ил хәстәрен иңенә йөкмәгән республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре булып танылған шәхес, БР Яҙыусылар союзы ағзаһы Гүзәл Ситдиҡова етәкселек итә.


Киләсәккә билдәләнгән план­дар, проекттар, шаҡтай күп саралар еренә еткерелеп атҡарылды, башҡорт телен, мәҙәниәтен үҫте­реү өсөн күп көс һалынды. Ҡатын-ҡыҙ­ҙар­ҙың социаль хәленә ар­налған оло сара, төбәк теле­ви­дение­һында даими барған “Йома” тапшырыуҙары, ра­йон-ҡала­ларҙа йәштәрҙе осраштырыу, ғаилә ҡороу, уны һаҡлау, килен-ҡәйнә мәсьә­ләләренә арналған кисәләр, айыҡ туйҙар, “Ихлас” мәсе­тен­дә дин һәм никах проблемалары буйынса төрлө саралар ойоштороу, “Башҡортостан” гә­зите менән берлектә “Һомай” махсус сыға­рылышын әҙерләү халҡыбыҙ күңелендә ныҡлы урын тапты.
Йәш ғаиләнең илебеҙ килә­сәгенең нигеҙен тәшкил итеүе тураһында Гүзәл СИТДИҠОВА:
– “Бала баҡмаҡ – йән сыҡ­маҡ”, тиҙәр. Йәш быуынға тәр­биә би­реү – иҫ киткес ауыр һәм яуаплы бурыс. “Тай ат булғансы эйәһе эт була”, ти­гән башҡорт мәҡәле лә бар, – ти. – Быуаттар буйына һы­нау үтеп, халыҡ аңында һаҡланып ҡалған рухи ҡиммәттәребеҙ хәҙер­ге ваҡытта туранан-тура ҡулла­ныла алмаһа ла, аҡыл­лыға – иша­ра, сетерекле ос­раҡ­тарҙа һәй­бәт кәңәшсе бу­лырҙай, хаталарҙы иҫкәр­терҙәй көскә эйә.
Байтаҡ һәйбәт йола­лары­быҙ йә онотолған, йә ҡайһы саҡта улар артыҡ ҡәтғи, үтәй алмаҫлыҡ ауыр кеүек күренә. Ә тормошҡа еңел-елпе ҡараш бер ваҡытта ла хәйерлегә булмай. Бәлки, шуға­лыр ҙа күп кенә йәш ғаиләләр, ҡош­тар яҙ ҡорған оя көҙ етеү менән бушаған кеүек, тиҙ генә тарҡалып ҡуя.
“Оло һүҙен тыңламаған –орол­ған да бәрелгән”, тигән ҡан-баба­ларыбыҙ. Быуаттар аша өндәшә улар һеҙгә, йәштәр! Һеҙгә ырыҫ-бәхет теләгәндән ошондай алтын­ға бәрәбәр кәңәштәрен мә­ҡәл-әйтем рәүешендә мираҫ итеп ҡалдыр­ғандар. Алйот тыңлар ҙа онотор, аҡыллы тыңлар ҙа ишетер. Хик­мәт­ле һүҙҙе күңеленә йыя белгән­дәр әйткәндер ошо һүҙҙе:
Үҙ телем — үҙ ҡылысым,
Атайҙан ҡалған ҡоросом,
Илдә-көндә тынысым...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 058

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 578

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 777

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 605

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 460

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 417

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 673

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 409

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 573