2004-2010 йылдар
Был осорҙа Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенә киң билдәле йәмәғәт эшмәкәре, 1991—1995 йылдарҙа —БАССР-ҙың XII саҡырылыш Юғары Советы, 1995—2008 йылдарҙа III саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ағзаһы сифатында ил хәстәрен иңенә йөкмәгән республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре булып танылған шәхес, БР Яҙыусылар союзы ағзаһы Гүзәл Ситдиҡова етәкселек итә. Киләсәккә билдәләнгән пландар, проекттар, шаҡтай күп саралар еренә еткерелеп атҡарылды, башҡорт телен, мәҙәниәтен үҫтереү өсөн күп көс һалынды. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың социаль хәленә арналған оло сара, төбәк телевидениеһында даими барған “Йома” тапшырыуҙары, район-ҡалаларҙа йәштәрҙе осраштырыу, ғаилә ҡороу, уны һаҡлау, килен-ҡәйнә мәсьәләләренә арналған кисәләр, айыҡ туйҙар, “Ихлас” мәсетендә дин һәм никах проблемалары буйынса төрлө саралар ойоштороу, “Башҡортостан” гәзите менән берлектә “Һомай” махсус сығарылышын әҙерләү халҡыбыҙ күңелендә ныҡлы урын тапты.
Йәш ғаиләнең илебеҙ киләсәгенең нигеҙен тәшкил итеүе тураһында Гүзәл СИТДИҠОВА:
– “Бала баҡмаҡ – йән сыҡмаҡ”, тиҙәр. Йәш быуынға тәрбиә биреү – иҫ киткес ауыр һәм яуаплы бурыс. “Тай ат булғансы эйәһе эт була”, тигән башҡорт мәҡәле лә бар, – ти. – Быуаттар буйына һынау үтеп, халыҡ аңында һаҡланып ҡалған рухи ҡиммәттәребеҙ хәҙерге ваҡытта туранан-тура ҡулланыла алмаһа ла, аҡыллыға – ишара, сетерекле осраҡтарҙа һәйбәт кәңәшсе булырҙай, хаталарҙы иҫкәртерҙәй көскә эйә.
Байтаҡ һәйбәт йолаларыбыҙ йә онотолған, йә ҡайһы саҡта улар артыҡ ҡәтғи, үтәй алмаҫлыҡ ауыр кеүек күренә. Ә тормошҡа еңел-елпе ҡараш бер ваҡытта ла хәйерлегә булмай. Бәлки, шуғалыр ҙа күп кенә йәш ғаиләләр, ҡоштар яҙ ҡорған оя көҙ етеү менән бушаған кеүек, тиҙ генә тарҡалып ҡуя.
“Оло һүҙен тыңламаған –оролған да бәрелгән”, тигән ҡан-бабаларыбыҙ. Быуаттар аша өндәшә улар һеҙгә, йәштәр! Һеҙгә ырыҫ-бәхет теләгәндән ошондай алтынға бәрәбәр кәңәштәрен мәҡәл-әйтем рәүешендә мираҫ итеп ҡалдырғандар. Алйот тыңлар ҙа онотор, аҡыллы тыңлар ҙа ишетер. Хикмәтле һүҙҙе күңеленә йыя белгәндәр әйткәндер ошо һүҙҙе:
Үҙ телем — үҙ ҡылысым,
Атайҙан ҡалған ҡоросом,
Илдә-көндә тынысым...