Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Өфө уртаһында торһон һәйкәле
Башҡорт халҡының һөйөклө шағиры Шәйехзада Бабич һәйкәлен Өфөбөҙҙөң уртаһында күрергә насип итһен. Ул, минеңсә, милләтебеҙҙең бер тамғаһы булырға тейеш. Тап Татарстан Республикаһының баш ҡалаһы Ҡазандағыса... Ҡазан Кремлендә ҡаһарман шағир Муса Йәлилдең ғорур һыны юғарыға ынтылып тора. Гүйә, тәнен сырмаған йәлләдтәр сылбырын өҙөп, күккә атыла.

Шәйехзада Бабич та – татарҙың Туҡайы, Йәлиле кеүек, башҡорт рухиәтенең илаһи кәүҙәләнеше. Ул да гүзәл Өфөбөҙҙө биҙәргә, йәмдәр өҫтөнә йәм өҫтәргә хаҡлы.
Әҙәбиәт йылында уның һәйкәлен Өфөлә ҡуйыу тураһында Башҡортостан Яҙыусылар союзы, уның идараһы рәйесе Наил Ғәйетбай һүҙ ҡуҙғатҡас һәм “Башҡортостан” гәзитендә (2015 йыл, 20 февраль) Лариса Абдуллина “Һәйкәлдәр һынлы сәнғәт емешеме?” тигән мәҡәлә яҙып сыҡҡас, мин дә фекеремде әйтергә булдым. Өфөлә Шәйехзада Бабич һәйкәленә Хәйҙәр Ғариповтың “Шәйехзада Бабич” (фантасмагория) эскизын һайлайыҡ. Шәйехзада Бабич һәйкәле лә, Муса Йәлилдеке һымаҡ, халыҡтың аһ-зарын һөйләһен, язаланған көйө лә азатлыҡҡа, иреккә ынтылыуын кәүҙәләндерһен!
Бындай тәҡдимде индергән кеше мин генә түгел инде: был хаҡта “Йәшлек” гәзитенең 2006 йылғы 16 ноябрь һанында Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт пре­мияһы лауреаты, мәртәбәле шағирыбыҙ Рәйес Түләк тә яҙып сыҡты.
“Ҡәбер (тарих тип аңлайыҡ) таштарын аҡтарып яҡты донъяға сығып килгән Бабич! Бер ҡулында – ҡәләм, икенсеһендә – мандолина... Ә шағир һын-торошо ҡолас киреп сәхнәгә һикерергә әҙерләнгән бейеүсенекенә тартым”, – тип яҙа Рәйес. Ул фантасмагория фекер-мәғәнә йөкмәткеһе менән байтаҡҡа тығыҙыраҡ, күпкә “йәшерәк” жанр тип белдерә.
Әйҙә, ниһайәт, үҙ баһабыҙҙы беләйек, бәҫебеҙҙе һаҡлайыҡ, бар донъяға ялтыратып мәшһүр шағиры­быҙҙың шул һын-вариантын Өфөбөҙ уртаһына ҡуяйыҡ!






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Батырхан
    Батырхан от 20.03.2015, 21:53
    Ринат, һеҙҙең "Мин үҙемә һәйкәл ҡуя алманым" тигән мәҡәләгеҙҙе уҡып, аңҡы - тиңке булып йөрөйөм . Вис дөрөҫ яҙылған. Ерле халыҡ фекерен иҫәпкә алмаған етәкселәр үҙен халыҡҡа ҡаршы ҡуя. Ирекһеҙҙән,халыҡты иҙеп йәшәүсе байҙарҙы, батшаларҙы илдән "һепереп түккән" Ленин иҫкә төшә.Бәлки, дөрөҫ тә эшләгәндер әле ул.Элегерәк ололар :"Беҙгә cәүит власы ирек бирҙе", -- тип , рәхмәт әйтеп ултыра торғайны.Ринат, мин һеҙ яҙған мәҡәләләрҙе уҡырға яратам. Урал батырға арнап бер комплекс асайыҡ тигән фекерегеҙ шәәәп! Шул мәсьәләне ни эшләп Яҙыусылар союзы менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы республика етәкселеге алдына ҡуймай икән?






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 058

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 578

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 777

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 604

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 460

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 416

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 672

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 409

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 573