Өфө уртаһында торһон һәйкәле20.03.2015
Башҡорт халҡының һөйөклө шағиры Шәйехзада Бабич һәйкәлен Өфөбөҙҙөң уртаһында күрергә насип итһен. Ул, минеңсә, милләтебеҙҙең бер тамғаһы булырға тейеш. Тап Татарстан Республикаһының баш ҡалаһы Ҡазандағыса... Ҡазан Кремлендә ҡаһарман шағир Муса Йәлилдең ғорур һыны юғарыға ынтылып тора. Гүйә, тәнен сырмаған йәлләдтәр сылбырын өҙөп, күккә атыла.

Шәйехзада Бабич та – татарҙың Туҡайы, Йәлиле кеүек, башҡорт рухиәтенең илаһи кәүҙәләнеше. Ул да гүзәл Өфөбөҙҙө биҙәргә, йәмдәр өҫтөнә йәм өҫтәргә хаҡлы.
Әҙәбиәт йылында уның һәйкәлен Өфөлә ҡуйыу тураһында Башҡортостан Яҙыусылар союзы, уның идараһы рәйесе Наил Ғәйетбай һүҙ ҡуҙғатҡас һәм “Башҡортостан” гәзитендә (2015 йыл, 20 февраль) Лариса Абдуллина “Һәйкәлдәр һынлы сәнғәт емешеме?” тигән мәҡәлә яҙып сыҡҡас, мин дә фекеремде әйтергә булдым. Өфөлә Шәйехзада Бабич һәйкәленә Хәйҙәр Ғариповтың “Шәйехзада Бабич” (фантасмагория) эскизын һайлайыҡ. Шәйехзада Бабич һәйкәле лә, Муса Йәлилдеке һымаҡ, халыҡтың аһ-зарын һөйләһен, язаланған көйө лә азатлыҡҡа, иреккә ынтылыуын кәүҙәләндерһен!
Бындай тәҡдимде индергән кеше мин генә түгел инде: был хаҡта “Йәшлек” гәзитенең 2006 йылғы 16 ноябрь һанында Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт пре­мияһы лауреаты, мәртәбәле шағирыбыҙ Рәйес Түләк тә яҙып сыҡты.
“Ҡәбер (тарих тип аңлайыҡ) таштарын аҡтарып яҡты донъяға сығып килгән Бабич! Бер ҡулында – ҡәләм, икенсеһендә – мандолина... Ә шағир һын-торошо ҡолас киреп сәхнәгә һикерергә әҙерләнгән бейеүсенекенә тартым”, – тип яҙа Рәйес. Ул фантасмагория фекер-мәғәнә йөкмәткеһе менән байтаҡҡа тығыҙыраҡ, күпкә “йәшерәк” жанр тип белдерә.
Әйҙә, ниһайәт, үҙ баһабыҙҙы беләйек, бәҫебеҙҙе һаҡлайыҡ, бар донъяға ялтыратып мәшһүр шағиры­быҙҙың шул һын-вариантын Өфөбөҙ уртаһына ҡуяйыҡ!





Вернуться назад