Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Атайһыҙ ул - ҡуштан...
Атайһыҙ ул - ҡуштан...
Күптән түгел Атайҙар көнөн билдәләнек. Был байрамды 1909 йылда Америка һылыуы Сонора Додд уйлап сығарған. Сиркәүҙә әсәйҙәргә арналған вәғәзде тыңлағас, атайҙар ҙа айырым байрамға лайыҡ бит, тип уйға ҡала ул. Ҡыҙҙың әсәһе алтынсы бала тапҡанда үлеп ҡалғас, атаһы балаларын яңғыҙы тәрбиәләп үҫтергән була. Ғаилә башлығына хөрмәт йөҙөнән Америка һылыуы әлеге байрамды булдырырға тәҡдим итә лә инде. Президент Линдон Джонсон уны рәсмиләштереп ҡуя.

Хәҙер был күркәм байрам 50-нән ашыу илдә билдәләнә. 2008 йылдың 14 фев­ралендә Владимир Путин, уны Рәсәйҙә лә үткәрергә кәрәк, тип әйткәйне, әммә төрлө ығы-зығы арҡаһында мәсьәлә хәл ител­мәне.
Илдең бер нисә төбәгендә Атайҙар көнөн билдәләү тураһында закон ҡабул ителгән. Мәҫәлән, Липецк өлкәһендә ла­йыҡлы ғаилә башлыҡтарына махсус билдә һәм 15 мең һумлыҡ аҡсалата премия тапшырыла. Бер нисә йыл элек беҙ­ҙең республикала ла был мәсьәлә күтә­релеп сыҡҡайны, әммә ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында уны кәрәкле тип тапманылар.
Эш байрамда түгел, ә атайҙарҙың, ғөмүмән, ир-аттың бөгөнгө тормошта биләгән урынында. Бала тыуа, ә ғаилә башлығының тәрбиәлә өлөшө бигүк һи­ҙелмәй: биш йәшенә тиклем уны бағыуға әсә кеше күберәк көс һала. Быныһы, әлбиттә, тәбиғи күренеш. Ләкин артабан көслө зат мәктәптә лә баҫыла. Мәғлүм булыуынса, ҡыҙҙар малайҙарҙан ике-өс йылға алдараҡ өлгөрә, шунлыҡтан улар тиңдәштәре араһында өҫтөнлөк менән файҙалана. Элгәре балаларҙы айырым уҡытыу дөрөҫ тә булғандыр. Тәрбиәсе­ләр, уҡытыусылар араһында ла ҡатын-ҡыҙҙың күберәк булыуы көслө заттың пси­хикаһына йоғонто яһай. Атай тәрбиә­һен күрмәй үҫкән бала хәлен аңлау өсөн инкубатор себештәренә, бәпкәләренә ҡарау ҙа етә: кәүҙәгә ҙур булыуына ҡара­маҫ­тан, улар “ғаилә”лә тәрбиәлән­гәндәр­гә бирешеп бара.
Иғтибар итәһегеҙҙер: шкаф эсендәге йәки өҫтәл тартмаһындағы берәй нәмәне көслө зат тиҙ генә таба алмаһа, ҡатын-ҡыҙ был эште еңел генә атҡара. Һәм, киреһенсә, ҙур киңлектәрҙә – урман-тау-ҙа, яланда – ир-егеттең өҫтөнлөгө бик ҙур: улар кәрәкле йүнәлеште тиҙ генә билдәләй. Бындай сифат көслө затҡа һунарсылыҡ иткәндә кәрәк булған өсөн бирелһә, ҡатын-ҡыҙға ғаилә усағын һаҡ­лау йәһәтенән йыйнаҡлыҡ хас булырға тейеш. Шунлыҡтан атай тәрбиәһен күр­мәгән малай алдағыны билдәләү һәләтен тейешенсә үҫтерә алмай. Иң яҡшы әсәй ҙә иң насар тип һаналған атай бирерлек ошо тәрбиәне бала күңеленә һеңдереү көсөнә эйә түгел. Шул уҡ ваҡытта көслө заттың ҡарауынан мәхрүм малай үҙ ты­рышлығы менән һуңынан һәйбәт карьера яһай ала, бигерәк тә ҡала ерендә. Әммә берәй вазифаға өлгәшкәс, килә­сәкте күрә белмәү аңын томалай: үҙ көсө менән яулап алған урынына йәбе­шеп ятыуҙы хуп күрә. Башҡаларға, хатта яҡын дуҫ­тарына аяҡ салыу, кәмһетеү, йәбер­ләү уға бер ни тормаясаҡ. “Атайһыҙ бала алты кешегә хаслыҡ итер”, тигән бо­ронғолар. Әсхәл Әхмәт-Хужаның шиғыры ла быға бер дәлил:
“Атаһының тәрбиәһен
Күрмәй үҫкән ир бала
Бик йыш ҡына яһил тигән
Яманатлы дан ала.
Ул, ғәҙәттә, тоғро түгел,
Ул, ғәҙәттә, ялағай,
Үҙенән кесе булһа ла –
Көслөләр уға “ағай”.
Ул, ғәҙәттә, һатлыҡ була,
Ул, ғәҙәттә, ҡомағай,
Үҙенән үрҙәгеләргә
Ярамһаҡ бер шылағай.
Дуҫтарын ул тапап үтә
Тәмәке төпсөгөләй,
Үҙ туғанын талап китә,
Бурҙай, эт көсөгөләй.
Мөҡәддәс нәмә юҡ уға,
Изге тойғо уға ят:
Тормошонда теҙелеп бара
Хыянат, тик хыянат.
Атаһынан тәүфиҡ-әҙәп
Алмай үҫкән ир бала
Бик йыш ҡына был донъяла
Мөртәт тигән дан ала”.
Ҡыҙыҡлы тарихи мәғлүмәт: 1926 йыл­да Германияла Беренсе донъя һуғы­шында атай-ағайҙарын юғалтҡан ба­ла­лар өсөн гитлерюгенд тигән ойошма төҙөлә. Үс алыу тойғоһо нигеҙендә тәр­биә­ләнгән малайҙар һуңынан фюрерға тоғро һалдат булып хеҙмәт итә. Берлин өсөн барған һуғышта Совет һалдаттары ошо малайҙарҙан күп ыҙа кисерә – үлемдән ҡурҡмаған үҫмерҙәргә ҡаршы һуғышыу еңелдән булмай.
Атаһы булмаған малай әсәһе, туғанда­ры, башҡалар менән аралашҡанда етди проблемаларға юлыға. Иң ауыр, һыны­лышлы мәлдәрендә психикаһы ҙур кө­сөргәнеш кисерә. Күптәр юғалып ҡала, үрҙәге шиғырҙа күрһәтелгән сифаттар үҫеш ала. Юҡҡа ғына халыҡ “Атаһы юҡ ул – ҡуштан, инәһе юҡ – инмәй тыштан” тип әйтмәгән.
Хәҙерге заманда, донъя көтөү һиҙе­лерлек еңеләйгәс, атайҙың тәрбиәләге өлөшө тағы ла кәмене: уға улын балта-көрәк тоторға, машина ремонтларға, ба­лыҡ ҡармаҡларға һәм башҡа һөнәрҙәргә өйрәтергә кәрәкмәй. Элекке һымаҡ футбол, хоккей уйнарға әйҙәүҙең дә зарур­лығы юҡ шикелле. Компьютер серҙәрен өйрәтер ине лә, балалары унан да яҡ­шыраҡ белә. Өйҙәге хужалыҡ эштәрен башҡарыу өсөн тейешле фирмалар етер­лек. Бындай шарттарҙа ирҙәргә ғаилә башлығы булыу еңелдән түгел. Йәшәгән ерендә эшһеҙлек арҡаһында күптәр Се­бер тарафтарында айҙар буйы ғаиләһен күрмәй: һөҙөмтәлә балалары уны атай тип түгел, ә аҡса сығанағы тип белә. Ир­ҙәрҙең хәлен бөгөн дискриминация менән сағыштырып булалыр: ғаилә тарҡалһа, баланы күпселек осраҡта әсәһе менән ҡалдыралар.
Ошо шарттарҙа бер генә нәмә ысын атай булыуҙы һаҡлап ҡала, ул – ғаилә башлығының тормош тәжрибәһе. Был өҫтөнлөктө бер ниндәй үҫеш тә юҡҡа сығара алмай. Тимәк, ир-аттың хәле әллә ни мөшкөл түгелдер. Балаһы менән йәш айырмаһы ҙур булған һайын был өҫтөнлөк һиҙелерлек арта. Йәмғиәттә ир-атҡа булған ҡарашты ла үҙгәртергә кә­рәктер. Тормошта әсә кешенең әһәмиәте ни тиклем ҙур булһа, атайҙарҙың да биләгән урыны бәләкәй түгел.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 059

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 579

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 779

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 605

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 461

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 417

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 673

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 409

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 575