Күптән түгел Атайҙар көнөн билдәләнек. Был байрамды 1909 йылда Америка һылыуы Сонора Додд уйлап сығарған. Сиркәүҙә әсәйҙәргә арналған вәғәзде тыңлағас, атайҙар ҙа айырым байрамға лайыҡ бит, тип уйға ҡала ул. Ҡыҙҙың әсәһе алтынсы бала тапҡанда үлеп ҡалғас, атаһы балаларын яңғыҙы тәрбиәләп үҫтергән була. Ғаилә башлығына хөрмәт йөҙөнән Америка һылыуы әлеге байрамды булдырырға тәҡдим итә лә инде. Президент Линдон Джонсон уны рәсмиләштереп ҡуя.
Хәҙер был күркәм байрам 50-нән ашыу илдә билдәләнә. 2008 йылдың 14 февралендә Владимир Путин, уны Рәсәйҙә лә үткәрергә кәрәк, тип әйткәйне, әммә төрлө ығы-зығы арҡаһында мәсьәлә хәл ителмәне.
Илдең бер нисә төбәгендә Атайҙар көнөн билдәләү тураһында закон ҡабул ителгән. Мәҫәлән, Липецк өлкәһендә лайыҡлы ғаилә башлыҡтарына махсус билдә һәм 15 мең һумлыҡ аҡсалата премия тапшырыла. Бер нисә йыл элек беҙҙең республикала ла был мәсьәлә күтәрелеп сыҡҡайны, әммә ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында уны кәрәкле тип тапманылар.
Эш байрамда түгел, ә атайҙарҙың, ғөмүмән, ир-аттың бөгөнгө тормошта биләгән урынында. Бала тыуа, ә ғаилә башлығының тәрбиәлә өлөшө бигүк һиҙелмәй: биш йәшенә тиклем уны бағыуға әсә кеше күберәк көс һала. Быныһы, әлбиттә, тәбиғи күренеш. Ләкин артабан көслө зат мәктәптә лә баҫыла. Мәғлүм булыуынса, ҡыҙҙар малайҙарҙан ике-өс йылға алдараҡ өлгөрә, шунлыҡтан улар тиңдәштәре араһында өҫтөнлөк менән файҙалана. Элгәре балаларҙы айырым уҡытыу дөрөҫ тә булғандыр. Тәрбиәселәр, уҡытыусылар араһында ла ҡатын-ҡыҙҙың күберәк булыуы көслө заттың психикаһына йоғонто яһай. Атай тәрбиәһен күрмәй үҫкән бала хәлен аңлау өсөн инкубатор себештәренә, бәпкәләренә ҡарау ҙа етә: кәүҙәгә ҙур булыуына ҡарамаҫтан, улар “ғаилә”лә тәрбиәләнгәндәргә бирешеп бара.
Иғтибар итәһегеҙҙер: шкаф эсендәге йәки өҫтәл тартмаһындағы берәй нәмәне көслө зат тиҙ генә таба алмаһа, ҡатын-ҡыҙ был эште еңел генә атҡара. Һәм, киреһенсә, ҙур киңлектәрҙә – урман-тау-ҙа, яланда – ир-егеттең өҫтөнлөгө бик ҙур: улар кәрәкле йүнәлеште тиҙ генә билдәләй. Бындай сифат көслө затҡа һунарсылыҡ иткәндә кәрәк булған өсөн бирелһә, ҡатын-ҡыҙға ғаилә усағын һаҡлау йәһәтенән йыйнаҡлыҡ хас булырға тейеш. Шунлыҡтан атай тәрбиәһен күрмәгән малай алдағыны билдәләү һәләтен тейешенсә үҫтерә алмай. Иң яҡшы әсәй ҙә иң насар тип һаналған атай бирерлек ошо тәрбиәне бала күңеленә һеңдереү көсөнә эйә түгел. Шул уҡ ваҡытта көслө заттың ҡарауынан мәхрүм малай үҙ тырышлығы менән һуңынан һәйбәт карьера яһай ала, бигерәк тә ҡала ерендә. Әммә берәй вазифаға өлгәшкәс, киләсәкте күрә белмәү аңын томалай: үҙ көсө менән яулап алған урынына йәбешеп ятыуҙы хуп күрә. Башҡаларға, хатта яҡын дуҫтарына аяҡ салыу, кәмһетеү, йәберләү уға бер ни тормаясаҡ. “Атайһыҙ бала алты кешегә хаслыҡ итер”, тигән боронғолар. Әсхәл Әхмәт-Хужаның шиғыры ла быға бер дәлил:
“Атаһының тәрбиәһен
Күрмәй үҫкән ир бала
Бик йыш ҡына яһил тигән
Яманатлы дан ала.
Ул, ғәҙәттә, тоғро түгел,
Ул, ғәҙәттә, ялағай,
Үҙенән кесе булһа ла –
Көслөләр уға “ағай”.
Ул, ғәҙәттә, һатлыҡ була,
Ул, ғәҙәттә, ҡомағай,
Үҙенән үрҙәгеләргә
Ярамһаҡ бер шылағай.
Дуҫтарын ул тапап үтә
Тәмәке төпсөгөләй,
Үҙ туғанын талап китә,
Бурҙай, эт көсөгөләй.
Мөҡәддәс нәмә юҡ уға,
Изге тойғо уға ят:
Тормошонда теҙелеп бара
Хыянат, тик хыянат.
Атаһынан тәүфиҡ-әҙәп
Алмай үҫкән ир бала
Бик йыш ҡына был донъяла
Мөртәт тигән дан ала”.
Ҡыҙыҡлы тарихи мәғлүмәт: 1926 йылда Германияла Беренсе донъя һуғышында атай-ағайҙарын юғалтҡан балалар өсөн гитлерюгенд тигән ойошма төҙөлә. Үс алыу тойғоһо нигеҙендә тәрбиәләнгән малайҙар һуңынан фюрерға тоғро һалдат булып хеҙмәт итә. Берлин өсөн барған һуғышта Совет һалдаттары ошо малайҙарҙан күп ыҙа кисерә – үлемдән ҡурҡмаған үҫмерҙәргә ҡаршы һуғышыу еңелдән булмай.
Атаһы булмаған малай әсәһе, туғандары, башҡалар менән аралашҡанда етди проблемаларға юлыға. Иң ауыр, һынылышлы мәлдәрендә психикаһы ҙур көсөргәнеш кисерә. Күптәр юғалып ҡала, үрҙәге шиғырҙа күрһәтелгән сифаттар үҫеш ала. Юҡҡа ғына халыҡ “Атаһы юҡ ул – ҡуштан, инәһе юҡ – инмәй тыштан” тип әйтмәгән.
Хәҙерге заманда, донъя көтөү һиҙелерлек еңеләйгәс, атайҙың тәрбиәләге өлөшө тағы ла кәмене: уға улын балта-көрәк тоторға, машина ремонтларға, балыҡ ҡармаҡларға һәм башҡа һөнәрҙәргә өйрәтергә кәрәкмәй. Элекке һымаҡ футбол, хоккей уйнарға әйҙәүҙең дә зарурлығы юҡ шикелле. Компьютер серҙәрен өйрәтер ине лә, балалары унан да яҡшыраҡ белә. Өйҙәге хужалыҡ эштәрен башҡарыу өсөн тейешле фирмалар етерлек. Бындай шарттарҙа ирҙәргә ғаилә башлығы булыу еңелдән түгел. Йәшәгән ерендә эшһеҙлек арҡаһында күптәр Себер тарафтарында айҙар буйы ғаиләһен күрмәй: һөҙөмтәлә балалары уны атай тип түгел, ә аҡса сығанағы тип белә. Ирҙәрҙең хәлен бөгөн дискриминация менән сағыштырып булалыр: ғаилә тарҡалһа, баланы күпселек осраҡта әсәһе менән ҡалдыралар.
Ошо шарттарҙа бер генә нәмә ысын атай булыуҙы һаҡлап ҡала, ул – ғаилә башлығының тормош тәжрибәһе. Был өҫтөнлөктө бер ниндәй үҫеш тә юҡҡа сығара алмай. Тимәк, ир-аттың хәле әллә ни мөшкөл түгелдер. Балаһы менән йәш айырмаһы ҙур булған һайын был өҫтөнлөк һиҙелерлек арта. Йәмғиәттә ир-атҡа булған ҡарашты ла үҙгәртергә кәрәктер. Тормошта әсә кешенең әһәмиәте ни тиклем ҙур булһа, атайҙарҙың да биләгән урыны бәләкәй түгел.